Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Көньяҡ-Көнсығыш Азия |
Майҙаны | 3 537 289 км² |
Күләме | 3 622 мең км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 5560 м |
Уртаса тәрәнлек | 1024 м |
Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе Викимилектә |
Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе (мал. Laut China Selatan, вьетн. Biển Đông, ҡыт. 南海, тагал Dagat Luzon, индон. Laut Cina Selatan) — Тымыҡ океандың ярым ябыҡ диңгеҙе. Диңгеҙ Көньяҡ-Көнсығыш Азияның яр буйында, Һинд-Ҡытай ярымутрауы, Калимантан, Палаван, Лусон һәм Тайвань утрауҙары араһында урынлашҡан.
Һинд һәм Тымыҡ океандары араһындағы Австралия-Азия урта диңгеҙ бассейндары составына инә[1].
Майҙаны — 3 537 289 км², максималь тәрәнлеге — 5560 м, уртаса тәрәнлеге — 1024 м. Һыуҙың өҫкө температураһы февралдә төньяҡта — 20 °С-тан алып көньяҡта — 27 °С-ҡа тиклем, августа бөтә майҙаны буйынса 28—29 °С-ҡа тиклем барып етә. Һыуҙың тоҙлолоғо — 32—34 ‰. Йәйен һәм көҙөн йыш ҡына тайфундар күҙәтелә. Һыу ҡалҡыуҙары дөрөҫ түгел, тәүлекле һәм ярым тәүлекле, 4 метрға етә.
Парасель һәм Спратли утрауҙары түбән, мәрйен ҡомонан төҙөлгән һәм ҡыҫҡа үҫемлектәр менән ҡапланған. Улар араһында күп кенә мәрйен рифтары һәм һыу аҫты атоллдары ята. Айырыуса Наньша утрауҙары араһында рифтар күп.
Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенең иң ҙур ҡултыҡтары — Бакбо (Тонкин) һәм Сиам, иң ҙур утрауы — Хайнань.