Көртмәлеләр ,Вакци́ниум (лат. Vaccínium ) — мәңге йәшел һәм япраҡ ҡоя торған үҫемлектәргә ҡараған ҡыуаҡ , ярымҡыуаҡ һәм ваҡ ҡыуаҡтар (бик һирәк ағас йә лиана ), Арса һымаҡтар (Ericaceae ) ғаиләһенән. Күпселек төрҙәре — Төньяҡ ярымшарҙан , ләкин ҡайһы бер төрҙәре һәм көньяҡта ла осрай.
Башҡорт телендә «көртмәлеләр» булараҡ билдәле.
Был төргә кеше өсөн файҙалы һәм мәнфәғәтле күп кенә үҫемлектәр инә:ҡара көртмәле , күк көртмәле , ябай һәм эре емешле мүк еләктәре , мүк көртмәлеһе һәм ҡыҙыл көртмәле .Улар ашарға яраҡлы, дауаға ярай торған үҙенсәлектәре лә бар. Ҡайһы бер ашарға яраҡлы төрҙәре культуралаштырылған, шул иҫәптән сәнәғәт масштабында (тәү сиратта былар — эре емешле мүк еләге һәм бейек ҡыуаҡсыҡлы күк көртмәле ). Башҡа маҡсаттарҙа үҫемлек өлөштәре ҡулланыла, мәҫәлән, медицинала — ҡара һәм ҡыҙыл көртмәленең япрағы файҙаланыла. Ҡайһы бер үҫемлектәр декоратив баҡсасылыҡта ҡулланыла.
Вакциниумдың синонимдары [ 13] :
Ҡыҙыл көртмәле (Vaccinium vitis-idaea ). К. А. М. Линдман , «Bilder ur Nordens Flora », 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация . 1 — сәскәле һабағы, 2 — еләге, 3 — сәскәһе киҫелештә, 4 — һеркәһе
Күпселек төрҙәренең тәбиғи ареалы — Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм һалҡынса климатлы төбәктәре; Анд тауҙарында , шулай уҡ Гавай утрауҙарында , Мадагаскарҙа , Көньяҡ Африкала таралған тропик төрҙәре бар.
Был ырыу үҫемлектәренең күп өлөшө асыҡ майҙандарҙа, яҡты урмандарҙа үҫә, әсе тупраҡты өҫтөн күрә. Ҡайһы бер төрҙәре сфагн һаҙлыҡтарына яраҡлашҡан: мәҫәлән, күк көртмәле, мүк еләге төрҙәре[ 14] .
Беренсе сиратта дарыу үләне булараҡ ҡулланылған вакциниум төрҙәренең химик составы яҡшы өйрәнелгән.
Медицина йәһәтенән иң мөһим компоненттарҙың береһе глюкозид арбутин , ул бәүел юлдары өсөн антисептик булып тора, бактерицидный үҙенсәлектәре бар. Ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле япрағында һәм арбутин табылған[ 15] [ 16] . Арбутин (вакцинин) ҡыҙыл көртмәле менән мүк еләгенә әскелт тәм бирә лә инде[ 17] .
Ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле япрағында аскорбин кислотаһы (ҡара көртмәлелә — 250 мг% тиклем), дубиль матдәләр , флавоноидтар , тритерпен берләшмәләр , ҡына кислотаһы бар[ 15] .
Ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле, мүк еләгендә шәкәрҙәр , лимон һәм аскорбин кислоталары (ҡыҙыл көртмәлелә — 17-гә мг% тиклем) глюкозидтар булыуы асыҡланған. Ҡыҙыл көртмәлелә һәм мүк еләгендә антисептик сифатлы бензой кислотаһы бар, ҡара көртмәлелә ул юҡ[ 15] , тап шуға ла ҡыҙыл көртмәлене һәм мүк еләген, ҡара көртмәленән айырмалы, консерванттар ҡушмай ғына оҙайлы ваҡыт һыуға һалып һаҡлап була.
Ҡара көртмәле бөтә еләк һәм емеш-еләк араһында марганец күләме буйынса беренсе урынды биләй[ 15] .
↑ 1,0 1,1 Линней К. Genera plantarum eorumque characteres naturales, secundum numerum figuram, situm, & proportionem omnium fructificationis partium — 5 — Стокгольм : 1754. — Б. 166. — doi:10.5962/BHL.TITLE.746
↑ Linnaeus C. Species Plantarum (лат.) : Exhibentes plantas rite cognitas ad genera relatas — 1753. — Т. 1. — Б. 349.
↑ база данных растений Министерства сельского хозяйства США (ингл.)
↑ https://www.nederlandsesoorten.nl/linnaeus_ng/app/views/species/nsr_taxon.php?id=120378
↑ https://www.iplant.cn/frps/vol/57(3) / под ред. Ф. Жуйчжэн — 1991. — Т. 57(3). — Б. 75.
↑ 彭莳嘉, 罗源, 蔡宏宇, 张晓玲, 王志恒 全球变化情景下的中国木本植物受威胁物种名录, A new list of threatened woody species in China under future global change scenarios (ҡыт.) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 5. — Б. 21459. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2021459
↑ 刘冰 (Bing Liu), 叶建飞 (Jianfei Ye), 刘夙 (Su Liu), 汪远 (Yuan Wang), 杨永 (Yong Yang), 赖阳均 (Yangjun Lai), 曾刚 (Gang Zeng), 林秦文 (Qinwen Lin) Families and genera of Chinese angiosperms: a synoptic classification based on APG III, 中国被子植物科属概览: 依据APG III系统 (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2015. — Т. 23, вып. 2. — Б. 225–231. — 7 с. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2015052
↑ 王洪峰, 董雪云, 穆立蔷 黑龙江省野生维管植物名录, Checklist of tracheophyte in Heilongjiang Province (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22184. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022184
↑ http://www.efloras.org/flora_page.aspx?flora_id=3
↑ Flora of the Southeastern United States (ингл.) — Chapel Hill : North Carolina Botanical Garden .
↑ (unspecified title) (словен.) — Tehniška založba Slovenije , 1999. — ISBN 86-365-0300-0
↑ Таксономия растений GRIN (ингл.)
↑ По данным сайта GRIN (см. раздел Һылтанмалар )
↑ Еленевский А. Г. Ботаника. Систематика высших, или наземных, растений: учеб. для студ. высш. пед. учеб. заведений / А. Г. Еленевский, М. П. Соловьёва, В. Н. Тихомиров. — Изд. 4-е, испр. — М .: Академия, 2006. — С. 346—349. — 3000 экз. — ISBN 5-7695-2141-4 .
↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 Ковалёва Н. Г. Лечение растениями. Очерки по фитотерапии . — М .: Медицина, 1972. — 352 с. — УДК-615.322
↑ Вермейлен, Нико. Полезные травы. Иллюстрированная энциклопедия: Пер. с англ. Б. Н. Головкина. — М .: Лабиринт Пресс, 2002. — С. 298—299. — 320 с. — ISBN 5-9287-0244-2 .
↑ Шипунов А. Б. ҡара көртмәлеа // Биология: Школьная энциклопедия / Белякова Г. и др. — М .: БРЭ, 2004. — 990 с. — ISBN 5-85270-213-7 .
Брусничные // Брасос — Веш. — М . : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] ; vol. 1969—1978, вып. 4).
Брусничные // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге : 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб. , 1890—1907. (рус.)
Кожевников Ю. П. Семейство вересковые (Ericaceae) // Жизнь растений. В 6 т. / под ред. А. Л. Тахтаджяна . — М .: Просвещение, 1981. — Т. 5. Ч. 2. Цветковые растения. — С. 88—95. — 512 с. — 300 000 экз.
Виноградова В. М. Ericaceae Juss. — Вересковые // Флора европейской части СССР / Отв. ред. Ан. А. Фёдоров . — Л. : Наука. Ленинградское отделение, 1981. — Т. V. Редактор тома Р. В. Камелин . — С. 40—52. — 4200 экз. — УДК 582.683.2 (470.1/6)
Vaccinium // Ботаника. Энциклопедия «Все растения мира»: Пер. с англ. = Botanica / ред. Д. Григорьев и др. — М .: Könemann, 2006 (русское издание). — С. 911. — 1020 с. — ISBN 3-8331-1621-8 .
Губанов И. А. и др. Определитель высших растений средней полосы европейской части СССР: Пособие для учителей / И. А. Губанов, В. С. Новиков, В. Н. Тихомиров. — М .: Просвещение, 1981. — С. 190—191.
Ҡалып:Книга:Флора СССР
Jorge B. Retamales, James F. Hancock. Blueberries (инг.) . — CABI, 2012. — 336 p. — ISBN 1845938267 . — ISBN 9781845938260
вакциниум Vaccinium
Ҡалып:Арса һымаҡтар