Көтөүсе ҡумыҙы | |
![]() | |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Alisma L., 1753[1][2] |
---|---|
Таксономия рангыһы | Ырыу[1] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Частуховые[d] |
Таксондың халыҡ атамаһы | water plantain[3], مزمار الراعي, Baqəvər, Шальнік, žabník, Skeblad, Froschlöffel, Alismo, Konnarohi, Sarpiot, Žabnik, サジオモダカ属, წყლის მრავალძარღვა, Кербезгүл, Dumblialaiškis, Воден тегавец, Waterweegbree[4], Vassgroslekten, Żabieniec, Частуха, žabník, Svaltingar, Su sinirli otu, Chi Trạch tả, 泽泻属[5][6][7][…] һәм 泽泻属[8] |
Номенклатурный тип | A. plantago-aquatica |
GRIN URL | npgsweb.ars-grin.gov/gri…[9] |
PAEnflowered taxon URL | paenflowered.org/apgii/a… |
![]() |
Көтөүсе ҡумыҙы (лат. Alisma) - көтөүсе ҡумыҙҙар ғаиләһенән күп йыллыҡ үләнле үҫемлектәр ырыуы.
Ырыуҙың фәнни исеме боронғо грек теленән килеп сыҡҡан. Бындай атамалы үҫемлекте беҙҙең эраның беренсе быуаттарында Диоскорид үҙенең "Дауалау матдәләре тураһында" (лат. De materia medica) тигән хеҙмәтендә телгә алған.
Төньяҡ ярымшарҙың уртаса пояһында Австралия, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Көнсығыш Африка һәм Үҙәк Америкала үҫкән 11 төрө билдәле.
Баҡа япраҡлы көтөүсе ҡумыҙ (A. plantago-aquatica) бөтә райондарҙа осрай; ҡайышлы көтөүсе ҡумыҙы (A. gramineum), Юзепчук көтөүсе ҡумыҙы (A . juzepczukii) һәм ланцет япраҡлы көтүче ҡумыҙһы (A . lanceolatum) - республика өсөн һирәк төрҙәр. Һыу буйында, һыу ятҡылыҡтарында, һыулы һаҙлыҡтарҙа, һаҙлыҡлы тупраҡта үҫә.
3 төрө Ҡаҙағстан ярлы һыу ятҡылыҡтарында, балсыҡлы урындарында һәм ҡаҙылған траншеяларында үҫә: баҡа япрағыдай көтөүсе ҡумыҙ (A. plantago-Aquatica), ланцет япрағы менән көтөүсе ҡумыҙы (Alisma lanceolatum), Ләҙәл көтөүсе ҡумыҙы (A .А. loeselііі).
10-70 см бейеклектәге үҫемлектәр. Тура, өс ҡырлы сабаҡ. Япраҡтары - күкһел, түңәрәк. Сәскәһе аҡ йәки алһыу, һеберкәс сәскәләр төркөмөндә. Бер өйлө. Емеше - бер орлоҡло ҡоро емешле ҡуҙаҡлы орлоҡ. Июн-июлдә сәскә ата. Ҡоштар тарафынан һеркәләнә. Емештәре июль-август айҙарында өлгөрә.
Емешен һыу һәм һыу ҡоштары тарата.
Тамырҙарында крахмал, шәкәр матдәләре, эфир майы, үләнендә ағыулы алкалоидтар бар.
Халыҡ медицинаһында үлән төнәтмәһе бөйөр ауырыуҙары ваҡытында, геморрой, һарғыу һыуҙан дауалау өсөн ҡулланыла.
Көтөүсе ҡумыҙы ондатра һәм һыу ҡоштары өсөн аҙыҡ булып тора.
Мөгөҙлө мал өсөн ағыулы.