Лагаш | |
𒉢𒁓𒆷𒆠 | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. XXV быуат |
---|---|
Культура | Шумер |
Дәүләт | Ираҡ |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2 б.э.т. мең йыллыҡ |
Лагаш Викимилектә |
Лагаш — Боронғо Месопотамиялағы (Ираҡ) шумер ҡала-дәүләте. Ҡалала башлыса шумерҙар йәшәй, улар, башҡа шумер ҡалаларындағы кеүек үк, ер эшкәртеү һәм сауҙа менән шөғөлләнә.
Лагаш торамаһы беҙҙең эраға тиклем яҡынса 5—4-се мең йыллыҡтар сигендә барлыҡҡа килгәндер.
Боронғо Лагаш ҡалаһы, ғалимдар раҫлауынса, Теллонан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 20 километрҙағы һәм хәҙерге Шатра ҡалаһынан көнсығышҡа 22 километрҙағы Тель Эль-Хиббала урынлашҡан булған.
Лагаш хакимдары энси титулын йөрөткән һәм лугаль (батша) дәрәжәһе уларға ваҡытлыса ғына бирелер булған.
Лагаштың беренсе билдәле батшаһы тип Ур-Нанше һанала. Ул Лагаштың 1-се династияһы башында торған.
Лагаштың тағы бер мәшһүр батшаһы тип Эанатум һанала. Уның ваҡытында Лагаш ҡеүәтле дәүләткә әйләнә.
Эанатум Ике йылға араһына бер нисә яу сәфәре ҡыла, Урук һәм Ур ҡалаларын буйһондора.
Беҙҙең эраға тиклем 2311 йылда Лагашҡа Аккад дәүләтен нигеҙләгән бөйөк батша Шаррумкен (Саргон Бөйөк) ғәскәре баҫып инә. Был ваҡытҡа көсһөҙләнгән Лагаш ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Лагаштың баш ҡалаһы Нгирса ҡолатыла, ә батшаһы Уруинимгина хәбәрһеҙ юғала. Лагаш бер быуаттан ашыу ваҡыт Аккадҡа бойондороҡло була. Шулай итеп, Лагаштың 1-се династияһы өҙөлә.
Аккад осоронан һуңғы Лагаш хакимдары араһында сағыу шәхестәр булмай, улар тураһында мәғлүмәт тә әҙ. Лагаштың сәскә атыуы Ур-Баба осоронда башлана. Ул Ур менән Урукты яулауға өлгәшә. Гутий батшаһы Тирикан Урук батшаһы Утухенгаль менән һуғышҡанда, Лагаштың һуңғы энсийы Наммахани Тирикан яҡлы була. Был алыш беҙҙең эраға тиклем 2109 йылда тоҡана. Кутийҙар уруктар тарафынан тар-мар ителә һәм Ике йылға араһында йоғонтоһон юғалта. Лагаштың да ҡеүәте һүнә, шулай ҙа ул үҙ аллылығын һаҡлап ҡала. Әммә бер нисә йылдан Лагаш барыбер Ур батшаһы Ур-Намму тарафынан буйһондорола. Лагаш урҙар хакимлығы аҫтында ҡала һәм башҡа бер ваҡытта ла бойондороҡһоҙ дәүләт була алмай.