Озеро | |
Ладога күле | |
---|---|
карел. Luadogu, фин. Laatokka, вепсск. Ladoganjärv | |
![]() Орешек ҡәлғәһенән күренеш | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 4,84 м |
Үлсәме | 219 × 125 км |
Майҙаны | 17 870 км² |
Күләме | 838 км³ |
Яр һыҙаты | 1570 км |
Иң тәрән урыны | 230 м |
Уртаса тәрәнләк | 46,9 м |
Гидрология | |
Минераллығы | үтә сөсө |
Тоҙлолоғо | 0,06 ‰ |
Үтә күренеүсәнлеге | 2,3–3,9 м |
Бассейн | |
Бассейн | 258 600 км² |
Впадающие реки | Свирь, Волхов, Вуокса, Сясь, Назия |
Урынлашыуы | |
60°50′03″ с. ш. 31°33′10″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 01040300411102000010114 | |
![]() |
Рәсәй һыу реестры | |
---|---|
01040300411102000010114 | |
Код бассейна | 01.04.03.004 |
Код по ГИ | 202001011 |
Том ГИ | 2[1] |
Ладога күле (шулай уҡ Ла́дога; боронғо заманда — Не́во) — Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышындағы күл. Европалағы иң ҙур сөсө күл.
Ладога күле Рәсәй Федерацияһының Карелия Республикаһында (төньяҡ һәм көнсығыш ярҙары) һәм Ленинград өлкәһендә (көнбайыш, көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш ярҙары) урынлашҡан.
Атлантик океандың Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай. Утрауҙарын иҫәпкә алмағанда, күл майҙаны — 17,9 мең км² (утрауҙар менән бергә 18,3 мең км²)[2]; күләме — 838 км³; көньяҡтан төньяҡҡа оҙонлоғо — 219 км, иң ҙур киңлеге — 125 км. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 4,84 м[2][3]. Төньяҡ өлөшөндә тәрәнлеге 70-тән 230 метрға тиклем, ә көньяғында — 20-нән 70 метрға тиклем тирбәлә[4].
Яр буйындағы ҡалалар: Приозерск, Яңы Ладога, Шлиссельбург (барыһы ла — Ленинград өлкәһе), Сортавала, Питкяранта, Лахденпохья (барыһы ла — Карелия). Ладога күленә 40-ҡа яҡын йылғалар һәм эре шишмәләр ҡоя, улар араһында иң ҙуры — Свирь йылғаһы, ул Онега күленең һыуҙарын алып килә. Күлдән тик бер генә йылға ағып сыға — Нева[5]. Күлдең көньяҡ яртыһында өс ҙур ҡултыҡ — Свирь, Волхов һәм Шлиссельбург ҡултыҡтары урынлашҡан.
Һыу йыйыу бассейны майҙаны — 258 600 км²[6].
Ладога күлендә яҡынса 660 утрау бар, уларҙың дөйөм майҙаны — 435 км². Утрауҙарҙың 500 тирәһе күлдең төньяҡ өлөшөндә, Валаам һәм Көнбайыш Ладога архипелагтарында, Мантисаари утрауҙар төркөмөндә урынлашҡан[7]. Иң ҙур утрауҙар — Риеккалансари (55,3 км²), Мантсинсаари (39,4 км²), Кильпола (32,1 км²), Тулолансари (30,3 км²) һәм Валаам (27,8 км²)[8].
Ладога күле Волга-Балтика һыу юлын һәм Аҡ диңгеҙ—Балтика каналын үҙ эсенә алған мөһим һыу магистрале булып тора. Балыҡсылыҡ үҫешкән[2].
![]() |
Ладога Викимилектә |
---|---|
![]() |
Ладога Викигид |
P-36-XIX,XX | ||
P-36-XXV,XXVI | P-36-XXVII,XXVIII | |
P-36-XXXI,XXXII | P-36-XXXIII,XXXIV | |
O-36-II |