Лансанг

Лансанг
лаос. ລ້ານຊ້າງ

 
 
 
 
1354 — 1707
Баш ҡала

Луангпхабанг, Вьентьян

Телдәр

Лао теле

Дин

хинаян йүнәлешендәге буддизм

Идара итеү формаһы

монархия

Король
 • 1353—1371

Фа Нгум

 • 

Самсенетай

 • 

Сулигна Вонгса

 Лансанг Викимилектә
1400 йылда Көньяҡ-Көнсығыш Азия
Ҡуйы йәшел: Лансанг
Ҡуйы ҡыҙыл: Ланна
Ҡыҙғылт һары: Сукхотаи
Шәмәхә: Аютия
Ҡыҙыл: Кхмер империяһы
Һары: Чампа
Зәңгәр: Дай-Вьет

Лансанг; Лан Санг; Лан Санг Хом Кхао — «Миллион фил һәм аҡ зонт короллеге» (пали: शिसत्तनखनहुत् Sisattanakhanahut, лаос. ລ້ານຊ້າງ, һүҙмә-һүҙ «миллион фил») — тарихта тәүге лао феодаль дәүләте.

XIV быуаттың беренсе яртыһында хәҙерге Лаос территорияһында бихисап кенәзлектәр-мыонгылар булған, улар номиналь рәүештә йә Кхмер империяһына, йә Сукхотаи батшалығына буйһонған. Туған (төньяҡ лаос мыонгыларҙан иң ҙур) кенәзлегенән ҡыуылған принц Тао Пи Фаның улы Фа Нгум кхмер һарайында үҫә, кхмер короленең ҡыҙына өйләнә һәм 1349 йылда 10 меңлек кхмер ғәскәре менән Лаосҡа баҫып инә.

Фа Нгум көньяҡ лаос кенәзлектәрен яулап ала, артабан көнсығыш Лаосҡа табан йүнәлә һәм хатта Вьетнамға бәреп инә. Вьеттар уның менән дуҫлыҡ һәм сиктәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғас, ул төньяҡ Лаосҡа үҙенең нәҫел биләмәләренә барып инә. 1353 йылда Фа Нгум барлыҡҡа килгән яңы дәүләттең Лансангтың короле итеп иғлан ителә.

1354 йылда Фа Нгум Меконг йылғаһы аша үтә һәм шулай уҡ лаолар йәшәгән Ланна кенәзлегенә. Ланна хакимы Фа Нгумға килә һәм солох тәҡдим итә. Фа Нгум тарафынан яуланған ерҙәр Лансанг дәүләте составына керә. 1356 йылда Фа Нгум вьентьян ғәскәрен тар-мар итә һәм алышта ил хакимын үлтерә. 1357 йылда Фа Нгум Аютияға баҫып инә. Король Рама Тибоди I бүләктәр биреп, уның менән килешеү төҙөй.

1622—1637 йылдарҙа Лансангта нәҫел көрәше һәм үҙ-ара талаш-һуғыштар тоҡана, улар Сулигна Вонгса хакимлығы осоронда тамамлана.

Сулигна Вонгса хакимлығы осоронда күпселек күрше дәүләттәр менән территориаль бәхәстәр рәтләнә, тышҡы сауҙа бәйләнештәре киңәйтелә, шул иҫәптән Голландия менән сауҙа бәйләнештәре яйға һалына.

XVIII быуат Һинд-Ҡытай картаһы. Яҡынса 1760 йылда Амстердамда нәшер ителгән.

Тиҙҙән Сулигна Вонгса вафат булғандан һуң Лансанг 3 короллеккә (Луангпхабанг, Вьентьян һәм Тямпасак), шулай уҡ бер нисә ваҡ кенәзлектәргә тарҡала.

  • Большая советская энциклопедия.