Ҡала | |||
Лаппеэнранта фин. Lappeenranta, швед. Vilmanstrand | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Регион | |||
Провинция | |||
Координаталар | |||
ҡала башлығы |
Киммо Ярва | ||
Нигеҙләнгән | |||
Майҙаны |
1756 км² | ||
Рәсми теле | |||
Халҡы |
72 000 кеше (2010) | ||
Тығыҙлығы |
41, кеше/км² | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Почта индексы |
53100 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Рәсми сайт |
lappeenranta.fi | ||
Лаппеэнранта[1] (фин. Lappeenranta), йәки Вильманстранд (швед. Villmanstrand) — Финляндиялағы ҡала һәм муниципалитет. Көнсығыш Финляндия губернаһында (фин. lääni) урынлашҡан, Көньяҡ Карелия провинцияһының иҡтисади, сәйәси (административ) һәм мәҙәни үҙәге. Карелия тигән тарихи өлкәнең хәҙерге Финляндиялағы яғында, Сайма күле көньяҡ ярында, Рәсәй һәм Финляндияның дәүләт сиге янында урынлашҡан. Муниципалитетта 72 000 кеше йәшәй. Ҡала халыҡ һаны буйынса Финляндияла 13-сө урында тора.
Фин һәм швед телендә (илдең ике дәүләт телендә) ҡаланың исемдәре айырыла. Фин исеме ике тамырҙан тора: lappee (сик, аръяҡ, ситтәрәк урынлашҡан ер) һәм ranta (яр). Швед исеме шулай уҡ ике тамырлы: vildman (ҡырағай), strand (яр).[2]. Ҡалала швед теле киң ҡулланылмауына ҡарамаҫтан, уның гербындағы һүрәт (ҡырағай кеше) тап швед исеме менән бәйле.
|
Муниципалитет 46 районға бүленә, составына шулай уҡ 11 ауыл биләмәһе инә.
Ҡала Санкт-Петербургтан 220 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
1961 йылдан ҡалала технология университеты эшләп килә.