Латин Америкаһы әҙәбиәте | |
Ҡайҙа өйрәнелә | латиноамериканская литература[d] |
---|
Латин Америкаһы әҙәбиәте — төрлө телдәрҙә, шул иҫәптән испан, португал, Көньяҡ Америка һәм Месоамериканың индеец телдәрендә, Латин Америкаһы әҙәбиәтенең һөйләү һәм яҙма әҫәрҙәре[1]. Шулай уҡ Латин Америкаһы әҙәбиәтенә испан телендә яҙылған Америка Ҡушма Штаттары әҙәбиәтен индерәләр.
XX быуаттың икенсе яртыһында Латин Америкаһы сағыштырмаса популярлыҡ яулай, был бигерәктә «тылсымлы реализм» тип исемләнгән жанрҙың үҫешенә бәйле. Латин Америкаһы бумы — донъяла Латин Америкаһы авторҙарына көслө ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы — Парагвайҙан Аугусто Роа Бастос, Аргентинанан Хорхе Луис Борхес, Эрнесто Сабато һәм Хулио Кортасар, Мексиканан Карлос Фуэнтос, Перунан Марио Варгас Льос, Чилиҙан Пабло Неруда, Колумбиянан Габриэль Гарсиа Маркес һымаҡ авторҙарға билдәлелек килтерә[2].
Латин Америкаһы бумы төбәктең артабанғы быуын яҙыусыларының (пост-бум), шул иҫәптән Роберто Боланьо, Изабель Альенде, Элена Понятовска һәм Луиса Валенсуэла һымаҡ авторҙарҙың уңыштарына юл асҡан.
Алты Латин Америкаһы авторҙары әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына эйә булды: Чили шағирәһе Габриэла Мистраль (1945), Гватемала прозаигы Мигель Анхель Астуриас (1967), Чили шағиры Пабло Неруда (1971), Колумбия прозаигы Габриэль Гарсиа Маркес (1982), Мексика шағиры Октавио Пас (1990) Һәм Перу прозаигы Марио Варгас Льос (2010)[3].
Испано-американская литература в Литературной энциклопедииҠалып:Мёртвая ссылка
Был әҙәбиәт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып
Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.