Озеро | |
Лахер-Зе | |
---|---|
нем. Laacher See | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 274,8 м |
Үлсәме | 1,964 × 1,186 км |
Майҙаны | 3,31 км² |
Күләме | 10,3 км³ |
Яр һыҙаты | 7,3 км |
Иң тәрән урыны | 51 м |
Уртаса тәрәнләк | 31 м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 12,2 км² |
Урынлашыуы | |
50°24′37″ с. ш. 7°16′11″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Земля | Рейнланд-Пфальц |
[[административ бүленеше Германии|Район]] | Арвайлер |
Лахер-Зее Викимилектә |
Лахер-Зее, Лаах күле (нем. Laacher See[1]) — Райнланд-Пфальц еренең Аарвайлер районында (Германия) Глес коммунаһындағы аҡмай торған (тымыҡ) күл. Ул элек вулкан урғылған ерҙә барлыҡҡа килгән.
Диаметры 2 км булған күл Кобленцтан төньяҡ-көнбайышҡа табан 24 км һәм Бонндан 37 км көньяҡтараҡ, Рейн йылғаһы буйындағы Андернач ҡалаһынан 8 км алыҫлыҡта вулкан кальдераһында урынлашҡан. Лах вулканы (маар) Эйфель тауҙары араһында булған.
Лаах күле беҙҙең эраға тиклем яҡынса 10 930 йылда (12 900 ± 560 BP tephra argon-argon датаһы буйынса) Плин тибындағы Лах супервулканы урғылыуынан һуң барлыҡҡа килгән. Вулкан шартлау көсө ВЭИ 6-ға тиң була, был яҡынса 1991 йылда Филиппин вулканы Пинатубо атылыуы көсөнә тап килә[2]. Радиоуглерод ысулы буйынса Лаах вулканының атылыуы 13 006 ± 9 йыл тирәһендә булған тип раҫлана [3].
Был атылыу Кесе дриас климат аномалияһының сәбәбе булараҡ тикшерелә[4]. Эргә-тирәләге райондар илле метрлыҡ вулкан көлө һәм пемза ҡатламы аҫтында ҡала, вағыраҡ киҫәксәләр башлыса көньяҡҡа, хәҙерге Төньяҡ Италия территорияһына һәм төньяҡ-көнсығыштан хәҙерге Рәсәй һәм Скандинавия ярымутрауы территорияһына тиклем урынлаштырыла. Лах вулканының атылыуы хәҙерге Дания территорияһында Бромме мәҙәниәте барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал[5].
Лахер-Зее диңгеҙ кимәленән 275 метр бейеклектә урынлашҡан һәм майҙаны 3,31 км², иң тәрән урыны- 51 метр.
2007 йылда кратер күленән углекислый газ сығыуы күҙәтелә[6].
1867 һәм 1872 йылдарҙа Маду күленән (хәҙер Медве) һәм Боден күленән аталандырылған аҡбалыҡ ыуылдырығы Лахер-Зее күленә килтерелә, хәҙер күлдә аҡ балыҡтың бер нисә төрө йәшәй.
Был урындағы вулкан башҡаса бер ҡасан да урғылмаҫ тип бер кем раҫлай алмай. Күл аҫтындағы һыу температураһы юғарылығы, углекислый газ бүленеп сығыуы, ниндәйҙер кимәлдә сейсмик әүҙемлек билдәләре ҙур хәүеф тыуҙыра.
Лахер-Зее (күл) Викимилектә |