Ҡала | |||
Лахор урду لاہور ингл. Lahore көн.-пәндж. لہور | |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Провинция | |||
Округ | |||
Координаталар | |||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||
Майҙаны |
1172 км² | ||
Рәсми теле | |||
Халҡы | |||
Милли состав |
пәнжәбтәр, пуштундар, серайҙар | ||
Конфессиональ составы |
90% мосолмандар | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+92 42 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Рәсми сайт | |||
Лахо́р (урду لاہور, ингл. Lahore, көн.-пәндж. لہور) — ҙурлығы буйынса Пакистанда икенсе ҡала (Карачинан һуң). 2009 йыл баһаламаһына ярашлы, ҡала агломерацияһында 10 миллиондан ашыу кеше йәшәй[2]. Лахор илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Рави йылғаһының һул яҡ ярында, Һиндостан менән дәүләт сигенән бер нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3]. Пәнжәб провинцияһының баш ҡалаһы булараҡ, төньяҡ-көнсығыш Пакистандың сәнәғәт, мәҙәниәт һәм транспорт үҙәге булып тора. Туҡыма, аҙыҡ-түлек, химия, металл эшкәртеү сәнәғәте, машиналар эшләү үҫешә. Лахор халыҡ-ара аэропорты эшләй. Университет, үҙәк музей, ҡорал музейы бар[4]. Лахорҙа илдең киноиндустрияһы — «Лолливуд» тупланған.
Лахор яҡынса 982 йылға ҡараған «Худуд әл-алам» китабында телгә алына[5]. Урындағы халыҡ ҡаланың нигеҙләүсеһе (һәм эпонимы) итеп Лаваны (герой-алиһә Раманың улы) таный. Ҡалала беренсе булып раджпуттарҙың бхаты ҡәбиләһенең кешеләре йәшәй башлай, улар Рави йылғаһы буйында тәүге балсыҡ ҡәлғәне (качча-кот) төҙөй.
Лахорҙың Птолемейҙа Лабокла атамаһы аҫтында телгә алыныуы мөмкин. Артабан ғәрәп-фарсы географтарында ул Лахавур, Лохавар йәғни Лаханур атамаларын йөрөтә. Һинд сығанаҡтары уны Лавкот йәки Лохкот (Лава ҡәлғәһе) тип атайҙар[6].
Лахор тураһындағы билдәле боронғо пәнжәб мәҡәле ошолай яңғырай: «Кем Лахорҙы күрмәгән, шул тыумаған!»[7][8].
Лахор форты — Шахи Кила (хәҙерге ваҡытта Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы итеп танылған) тулыһынса XII быуатта һалынып бөтә. XI быуатта Лахор танылған илбаҫар Мәхмүт Ғәнәүиҙең баш ҡалаһы һәм Ғәзнәүиҙәр дәүләтенең бер өлөшө булып китә. XIII быуатта Лахор Дели солтанлығы составына инә һәм ошонан алып Һинд субконтинентында исламдың рухи үҙәгенә әүерелә.
Лахорҙа тәүге суфый тәриҡәттәренең әүҙем эшмәкәрлеге башлана. Суфый изгеләре Дата Ганджбахш, Мийан Мир һәм Мадхо Лал Хөсәйендең төрбәләре изге урындар тип иҫәпләнә.
1524 йылдан 1752 йылға ҡәҙәр Лахор Бөйөк Моголдар империяһы составында була, һәм Бөйөк Әкбәр һәм Йыһангир хакимлығы осоронда — 1584—1598 йылдарҙа уның баш ҡалаһы булып тора. Бында могол мәҙәниәтенең күп кенә эталон ҡомарҡылары, шул иҫәптән Йыһан шаһтың Мәрйен мәсете, мөһәбәт Падишаһ йәмиғ мәсете, иҫ китмәле биҙәлгән Вәзир хан мәсете һәм Шалимар баҡсалары һаҡланып ҡалған. Могол дәүерендә Лахор ун ике ҡапҡалы бейек ҡала стеналары менән уратып алына, улар өлөшләтә һаҡланып ҡалған һәм ҡаланың айырым архитектура билдәһе булып тора.
Лахор төньяҡ киңлектең 31°15′—31°45′ һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 74°01′—74°39′ араһында урынлашҡан. Төньяҡта һәм көнбайышта Шәйехпур округы, ә көньяҡта Касур округы менән сиктәш. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Рави йылғаһы аға.
Ҡала семи-арид климат зонаһында урынлашҡан, уға ямғырлы, оҙайлы һәм ныҡ эҫе йәй, ҡоро һәм йылы ҡыш хас. Майҙа, июндә һәм июлдә температура максималь күрһәткестәргә барып етә (40-48 °C ҡәҙәр барып етеүе мөмкин). 1944 йылдың 30 майында температура максимумы 48,3 °C билдәләнгән[9], ә 1967 йылдың 13 ғинуарында абсолют минимум −1.1 °C күҙәтелгән. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары яҡынса 629 мм тәшкил итә, уларҙың яҡынса 470 мм муссондар осорона тура килә. Муссондар июндең һуңғы аҙнаһынан башлана һәм сентябрь аҙағына тиклем дауам итә. Ҡасанда булһала теркәлгән иң юғары уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 1955 йылда күҙәтелә һәм 1 317,5 мм тәшкил итә.
Лахор климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 19,8 | 22,0 | 27,1 | 33,9 | 38,6 | 40,4 | 36,1 | 35,0 | 35,0 | 32,9 | 27,4 | 21,6 | 30,8 |
Уртаса температура, °C | 12,8 | 15,4 | 20,5 | 26,8 | 31,2 | 33,9 | 31,5 | 30,7 | 29,7 | 25,6 | 19,5 | 14,2 | 24,3 |
Уртаса минимум, °C | 5,9 | 8,9 | 14,0 | 19,6 | 23,7 | 27,4 | 26,9 | 26,4 | 24,4 | 18,2 | 11,6 | 6,8 | 17,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 23 | 28 | 41 | 19 | 22 | 36 | 202 | 163 | 61 | 12 | 4 | 13 | 629 |
Сығанаҡ: World Climate |
2008 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы ҡала ЭТП-һы 40 млрд. $ тәшкил итә, ә үҫеше — 5,6 %[10].
1998 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ҡала халҡының һаны 6 318 745 кеше тәшкил итә. Баһалама буйынса хәҙерге күрһәткес 10 миллионға етә, был Лахорҙы ҙурлығы буйынса Пакистанда Карачинан һуң икенсе, ә донъяла 38-се урынға ҡуя. Халыҡтың 94 % мосолмандар, 5,8 % — христиандар тәшкил итә; башҡа дин тотоусыларҙың һаны бик бәләкәй[11]. Иң таралған тел — пәнжәб теле, әммә ул Лахорҙа рәсми статусҡа эйә түгел. Халыҡтың бер өлөшө урду телендә һөйләшә, инглиз теле бизнес һәм мәғариф өлкәһендә таралған.
Ҡаланы Аллам Иҡбал исемендәге халыҡ-ара аэропорты (Allama Iqbal International Airport) хеҙмәтләндерә, ул Лахорҙың үҙәгенән яҡынса 15 км алыслыҡта урынлашҡан. 2009 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы, аэропорттың пассажирҙар әйләнеше 3 192 904 кеше тәшкил итә[12], уның 3 терминалы бар. Рейстар Азия һәм Европаның ҙур ҡалаларына башҡарыла, улар араһында Дубай, Әбү-Дәби, Маскат, Бангкок, Амстердам, Пекин, Токио, Лондон (Хитроу), Копенгаген, Франкфурт, Әр-Рияд һәм башҡалар бар.
Лахорҙа Пакистан тимер юлдарының штаб-фатиры урынлашҡан.