Лебедева Татьяна Романовна | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 июль 1976[1] (48 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | еңел атлет, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре |
Биләгән вазифаһы | Федерация Советы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Волгоград дәүләт физик культура академияһы |
Спорт командаһы ағзаһы | Центральный спортивный клуб армии[d] |
Масса | 63 килограмм |
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Спорт дисциплинаһы | Оҙонлоҡҡа һикереү һәм тройной прыжок[d] |
Ҡатнашыусы | Олимпиада уйындары 2012, Летние Олимпийские игры 2008[d], Йәйге Олимпия уйындары 2004[d] һәм Йәйге Олимпия уйындары 2000[d] |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Ойошма ағзаһы | Федерация Советы |
Баш тренер | Догонкин, Вячеслав Александрович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 171 сантиметр |
![]() |
Ле́бедева Татья́на Рома́новна (21 июль 1976 йыл) — Рәсәй еңел атлеты, оҙонлоҡҡа һикереү һәм өсләтә һикереүҙә сығыш яһай, 2004 йылда оҙонлоҡҡа һикереүҙә олимпия чемпионы, күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы титулын яулай. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. 2008—2016 йылдарҙа Бөтә Рәсәй Еңел атлетика федерацияһы вице-президенты. 2011 йылдан 2017 йылға тиклем — IAAF-тың[2] ҡатын-ҡыҙҙар комитеты ағзаһы. 2014 йылдың майынан 2014 йылдың октябренә тиклем Волгоград өлкәһенең Спорт министры. Бинала өсләтә һикереүҙә — 15,36 м (2004, Будапешт) ғәмәлдәге донъя рекордсмены. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре полковнигы[3].
Татьяна Романовна Лебедева 1976 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған, 15-се мәктәптә уҡый.
1997 йылда Вячеслав Догонкин етәкселегендә спорт менән етди шөғөлләнә башлай, артабан уның ҡулы аҫтында үҙенең төп наградаларын яулауға өлгәшә[4]. 1998 йылдан Рәсәй йыйылма командаһында. Үҙенең спорт карьераһын өсләтә һикереүҙән башлай, 1998 йылда беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы була, артабанғы йылдарҙа үҙ төрөндә иң яҡшы спортсы булып, 2000 йылда Европа чемпионы титулын яулай. 2001, 2003 һәм 2004 йылдарҙа донъя чемпионаттарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2006 йылда Татьяна, Мәскәүҙә донъя чемпионатында еңеп, тағы ла чемпион була.
Оҙонлоҡҡа һикереүҙә тәүге уңышына 2004 йылда өлгәшә, бинала үткәрелгән донъя чемпионатында еңә. 2007 йылда Осакала донъя чемпионатында оҙонлоҡҡа һикереү секторында 7,03 м күрһәткесенә өлгәшә. Был уға алтын миҙал килтерә.
2004 йыл Лебедеваның карьераһында бик уңышлы була. Оҙонлоҡҡа һикереүҙә һәм асыҡ һауала һәм биналар өсләтә һикереүҙә шәхси рекордттарын ҡуя, Будапешта «ҡышҡы» донъя чесмпионатында ике алтын миҙал яулай, ә йәйен Афинала оҙонлоҡҡа һикереүҙә олимпия чемпионы була.
Дүрт тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнаша, өс Уйындан наградалар менән ҡайта: оҙонлоҡҡа һикереүҙә Афинала XXVIII Олимпиадала (2004) алтын миҙал яулай. Сиднейҙа XXVII Олимпиадала (2000) көмөш һәм Афинала XXVIII Олимпиадала (2004) өсләтә һикереүҙә бронза яулай. Пекинда йәйге Олимпия уйындарында (2008) өсләтә һикереүҙә һәм оҙонлоҡҡа һикереүҙә ике көмөш миҙал алыуға өлгәшә. Афинала олимпия алтынын яулағандан һуң Рәсәй Федерацияһы гимны башҡарылғанда пьедесталдә торған Татьяна күҙ йәштәрен тыя алмаған мәл Эмир Кустурицаның «Васыят» фильмына эләккән.
2012 йылда Лондонда үтәсәк Олимпия уйындарында өсләтә һикереүҙә генә ҡатнашасағын белдерә. Июль башында 14 м 68 см һөҙөмтәһе менән Рәсәй чемпионатында ота һәм Олимпия уйындарына барыу хоҡуғын яулай. Лондонда 3 августа 14,30 м һөҙөмтәһе менән финал ярыштарына үтә. 5 августа финалда 14,11 м һөҙөмтәһе менән унынсы була. Миҙалға тик 14,79 м һөҙөмтәһе менән дәғүә итә алыр ине.
2017 йылдың 25 ғинуарында Халыҡ-ара олимпия комитеты Татьянанан 2008 йылда Пекинда йәйге Олимпия уйындарында оҙонлоҡҡа һәм өсләтә һикереүҙә алған ике көмөш миҙалын тартып ала. Был турала допинг-пробаларҙы ҡайтанан тикшергәндән һуң билдәле була. Пробала тыйылған туринабол матдәһе табыла[5][6]. 2017 йылдың 27 ғинуарында допинг ғауғаһына бәйле Татьяна Лебедева ғүмерлеккә Бөтә донъя олимпия уйынсылары ассоциацияһынан (WOA) ситләтелә, унда Лебедева башҡарма комитет ағзаһы була[7].
2009 йылда Татьяна Лебедева Волгоград өлкә Думаһына һайлана, унда һаулыҡ-һағы, физик культура һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе урынбаҫары һәм йүнселлек, бәләкәй һәм урта бизнес буйынса комитет рәйесе урынбаҫары була. Даими нигеҙҙә эшләй[8].
2014 йылдың 3 октябрендә Волгоград өлкәһе думаһы депутаттары уны Федерация Советына үҙҙәренең вәкиле итеп һайлай[9]. Федерация Советында социаль сәйәсәт буйынса комитет ағзаһы һәм Федерация Советы эргәһендәге Йәш закон сығарыусылар Палатаһы Координаторы булып тора.
2002 йылдың сентябрендә Настя исемле ҡыҙы тыуа. 2011 йылдың апрелендә спортсының икенсе ҡыҙы тыуа[13].
Татьяна һинд гуруһы Шри Чинмояның тәғлимәтен өҫтөн күрә[14], остазы уға рухи Шарботтама (Sarbottama)[15] исемен биргән. «Стадион» журналы мәғлүмәттәренә ҡарағанда 2004 йылда «Берҙәмлек менән планетаны күтәреп» программаһы сиктәрендә остазы махсус платформаға баҫтырылған фил менән Татьянаны күтәрә, ә уларҙың дөйөм ауырлығы 4515 кг тәшкил иткән була[16].