Лексингтон | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1640[1][2] |
---|---|
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары[1][2] |
Административ-территориаль берәмек | Мидлсекс[d][1][2] |
Сәғәт бүлкәте | EDT[d] |
Статистическая область | Boston–Cambridge–Newton NECTA division[d] |
Халыҡ һаны | 34 454 кеше (1 апрель 2020)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 210 фут[1] һәм 65 метр[4] |
Туғандаш ҡала | Гатчина, Хайфа, Антони[d], Долорес-Идальго[d] һәм Днепр |
Майҙан | 16,5 миль² |
Почта индексы | 02420–02421[5] һәм 2420 |
Рәсми сайт | lexingtonma.gov |
Число домохозяйств | 11 956 ± 310[6] |
Доход на душу населения | 87 869 $[7] |
Лексингтон Викимилектә |
Лексингтон (ингл. Lexington) — АҠШ-тың Массачусетс штатындағы Мидлсекс округына ҡараған ҡалаһы. Америка бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш нәҡ Лексингтон ҡалаһында башланып киткән. Ҡаланың ҡушаматы — Америка азатлығы тыуған урын.
Ҡаланың девизы — Америка өсөн ниндәй матур иртә!
Лексингтон ҡалаһы Массачусетс штатының көнсығыш өлөшөндә, Массачусетс баш ҡалаһынан һәм океандан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала майҙаны 42,8 км² тәшкил итә, шуның 0,3 км² — асыҡ һыу биләмәһе. Ҡала аша Вайн-Брук (инг.)баш. ҙур Massachusetts Route 128 автомобиль юлы үтә
1642 йылдар тирәһендә Лексингтонға Кембридж ҡалаһының ауыл хужалығы өлөшө булараҡ нигеҙ һалына. 1691йылда ул мәхәллә булып тора, уға Кембридж-Фармс исеме бирелә. Кембридж- Фармста сиркәү барлыҡҡа килә, ә 1713 йылда уға ҡала статусы бирелә. Ҡала тиҙҙән үҙенең хәҙерге исемен ала. Ҡала исемдәренең килеп сығышы тураһында ике версия бар: уның ьеренсеһе буйынса, ҡала барон Лексинтон хөрмәтенә аталған, икенсеһе буйынса, инглиз Лэкстон (инг.)баш.
Лексингтонда 1775 йылдың 19 апрелендә Америка бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыштың тәүге атышы яңғырай, һәр йыл һайын апрелдең өсөнсө дүшәмбеһендә ҡалала Патриоттар көнө(День патриотов (инг.)баш.
Лексингтон барлыҡҡа килгән сағынан уҡ Бостонды продукция менән тәьмин итеү өсөн хеҙмәт итә. 1846 йылда ул баш ҡала менән Lexington and West Cambridge Railroad тимер юлы менән бәйләнә, юлдың был тармағы күптәндән бирле эшләмәй, уның буйынса 16 км оҙонлоғондағы Minuteman Bikeway велосипед юлы һалынған.