Лело бурти |
Лело йәки лело бурти - (груз. ლელო ბურთი, һүҙмә-һүҙ «ялан тубы») — грузинский халыҡ спорт төрө, командалап туп менән уйнау, традицион регби уйынын хәтерләтә[1][2].
Грузин регби терминологияһында «лело» һүҙе «эшләп ҡара (әйҙә)» мәғәнәһендә, фанаттар «Лело, лело, Сакартвело» тип ҡысҡырыуҙы ғәҙәт итеп алғандар (Әйҙә, әйҙә, Грузия)[3]. 2014 йылда лело бурти һәм хридоли һуғыш сәнғәте милли әһәмиәткә эйә булған дәүләт күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған[4].
Был уйын Шота Руставелиҙың «Арыҫлан тиреһе ябынған батыр» XII быуат поэмаһында телгә алына. Лело бурти милли спорт төрө тип танылғанлыҡтан, грузиндар регби буйынса донңя кимәлендәге уңыштарын уның менән бәйләй, регби спортын улар ошо уйын хөрмәтенә «лело» тип атай ҙа[5].