Лидия Димковская | |
макед. Лидија Димковска | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Төньяҡ Македония |
Тыуған көнө | 11 август 1971[1] (53 йәш) |
Тыуған урыны | Скопье, СР Македония[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] |
Һөнәр төрө | романист, шағир, тәржемәсе, яҙыусы |
Эш урыны |
University of Nova Gorica[d] Бухарест университеты[d] |
Уҡыу йорто |
Бухарест университеты[d] Университет Святых Кирилла и Мефодия в Скопье[d] |
Жанр | проза |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Лидия Димковская Викимилектә |
Лидия Димковская (макед. Лидија Димковска; 11 август 1971 йыл) — шағир, яҙыусы һәм тәржемәсе. XX—XXI быуаттар сиктәрендә Македон әҙәби теле нормаларына шаҡтай ҙур йоғонто яһай.[2].
Лидия Димковская 1971 йылдың 11 авгусында Скопье ҡалаһында тыуған. Ошонда уҡ Изгеләр Кирилл һәм Мефодий Университетының филология факультетында сағыштырма әҙәбиәт ғилемен өйрәнә. Аҙаҡ Бухарест университетының филология факультетында румын әҙәбиәте өлкәһендә философия докторы дәрәжәһен ала. Күпмелер ваҡыт дауамында Словениялағы Нова-Горица ҡалаһында университет уҡыуҙары үтә. Мәҙәниәт һәм сәнғәткә арналған «Блесок» журналының шиғриәт бүлеге кураторы булып эшләй. 1995 йылдан — Македония яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы.
Македонияның әҙәби сәхнәһендә 1990 йылдар башында уҡ күренә, тәү сиратта үҙенең метафорик һәм хикәйәләү-лирик шиғырҙары менән дан ала. Бер нисә шиғри йыйынтыҡтары сығарыла: «Рожби од исток» (1992), «Огнот на буквите» (1994), «Изгризани нокти» (1998), «Нобел против Нобел» (2001). Һуңыраҡ үҙен прозала һынап ҡарай, әҫәр яҙғанда постмодернизм алымдарын ҡуллана — уның иң билдәле романдары «Скриена камера» һәм «Резервен живот». Македонияның иң яҡшы егерме шағирын үҙ эсенә алған «Дваесет млади македонски поети» (2000) антологияһы авторы. Һуңғы ваҡыттағы баҫмаһы — 2016 йылда баҫылып сыҡҡан"Црно на бело" шиғырҙар йыйынтығы[3].
Димковская һәр саҡ әҙәби тәнҡитселәр араһында уңыш менән файҙалана, шулай, уның хатта дебют эше Студентски збор премияһына лайыҡ була. Уның беренсе «Скриена камера» романы Македония яҙыусылар йәмғиәтенең Стале Попов исемендәге премияһын ала. Роман бер нисә сит ил телдәренә тәржемә ителгән, шул иҫәптән, словен, словак, поляк, болғар телдәренә. Икенсе «Резервен живот» романы шулай уҡ был премияға лайыҡ була, бынан тыш, Европа Союзының әҙәби призы менән билдәләнә[4][5].
Уның македон теленән Любица Арсовская һәм Пегги Рейд тәржемә иткән pH Neutral History китабы, 2013 йылда Рочестер университеты нәшриәте сығарған Three Percent селтәре әҙәби журналының Иң яҡшы тәржемә китабы өсөн Премияһы менән билдәләнә[6].
Хәҙерге ваҡытта Люблянала йәшәй, серб һәм румын әҙәбиәтен тәржәмәләү менән шөғөлләнә[7].