Лидия Дёмёльки

Лидия Дёмёльки
мадьярса  Dömölky Lídia
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 9 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Будапешт, Венгрия короллеге
Хәләл ефете Йожеф Шакович[d][1]
Һөнәр төрө фехтовальщик, спортивный журналист, яҙыусы
Масса 55 килограмм
Спорт төрө фехтование
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1968[d], Летние Олимпийские игры 1964[d], Летние Олимпийские игры 1960[d] һәм Летние Олимпийские игры 1956[d]
Бейеклеге/буйы 165 сантиметр
Изображение памятной доски
 Лидия Дёмёльки Викимилектә

Лидия Шаковичне Дёмёльки (мадьярса  Sákovicsné Dömölky Lídia; 9 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (88 йәш), Будапешт) — рапирала венгр фехтовальщигы, дүрт тапҡыр донъя чемпионы, 1964 йылда Йәйге Олимпия уйындарында, Венгрия йыйылмаһы составында командалы рапирала чемпион[2][3].

Лидия Дёмёльки 1936 йылда Будапешт ҡалаһында тыуған. 1955 йылда Римда фехтование буйынса донъя чемпионаты Дёмёльки Венгрияның йыйылма командаһы составында фехтованиела рапирала шәхси һәм команда зачетында еңеү яулай. Был уның халыҡ-ара кимәлдәге шәхси беренселектә берҙән-бер еңеүе булып ҡала. 1959 йылда Венгрия йыйылма командаһы фехтование буйынса донъя чемпионатында ҡабаттан еңеүсе була.

Йәйге олимпия уйындарында 1960 йылда Римда венгр рапирасылар командаһы көмөш миҙал яулай. 1963 йылда Гданьскта фехтование буйынса донъя чемпионатында Лидия Дёмёльки шәхси беренселектә һәм командалы уйында, ватандашы Уйлаки Ильдико-Рейтенан ҡалышып, икенсе урынды биләй. 1964 йылда Токиола Йәйге олимпия уйындарында фехтование буйынса донъя чемпионаты Венгрия йыйылма командаһы команда зачетында еңеү яулай. 1968 йылды Мехикола Йәйге олимпия уйындарында Венгрия йыйылма командаһы икенсе урын яулай. Дёмёльки Венгрияның ете тапҡыр чемпионы була.

Лидия донъя чемпионы фехтовльщик Йожеф Шаковичта кейәүҙә була[2]. Йожеф ике тапҡыр призер булған 1956 йылғы Йәйге олимпия уйындарынан һуң ирле-ҡатынлы АҠШ-ҡа күсеп китә, әммә 1957 йылда улар Венгрияға әйләнеп ҡайта[4][5]. Будапештта йәшәйҙәр. Дёмёльки 2009 йылда тол ҡала[6]

Лидия Шаковичне Дёмёльки тренерлыҡ белеме ала. Ул тренер һәм спорт журналисы булып эшләй, эстетика һәм гимнастика буйнса бер нисә китаптың авторҙашы һәм Венгрия олимпия комитетының ағзаларының береһе була[2][3].

  1. https://www.si.com/more-sports/2012/06/13/hungary-sb
  2. 2,0 2,1 2,2 Lídia Sákovicsné Dömölky (ингл.). SportsReference.
  3. 3,0 3,1 Keresés eredménye - Dömölky Lídia (Sákovics Józsefné) (венг.). Magyar Olimpiai Bizottság.
  4. Lídia Sákovicsné Dömölky
  5. Keresés eredménye - Dömölky Lídia
  6. Gábor T.Gyógyszer lenne a világnak – Sákovicsné Dömölky Lídia 85 éves(венг.). Nemzeti Sport(2021.03.09).