Линдси Вонн

Линдси Вонн
ингл. Lindsey Vonn
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[3][4]
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Lindsey Caroline Kildow
Тыуған көнө 18 октябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[5][6][7][…] (40 йәш)
Тыуған урыны Сент-Пол[d], Америка Ҡушма Штаттары[8][9]
Хәләл ефете Thomas Vonn[d][10]
Внебрачный партнёр Пернелл Саббэн[d][11] һәм Тайгер Вудс[d]
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө тау саңғысыһы, телетапшырыуҙар алып барыусы, лыжник, яҙыусы, кинорежиссёр
Эшмәкәрлек төрө Тау саңғыһы спорты[12] һәм healthy living[d][12]
Уҡыу йорто Миссурийский университет[d][13]
MU High School[d]
Масса 73 килограмм
Спонсор Red Bull GmbH[d]
Спорт төрө Тау саңғыһы спорты
Спорт дисциплинаһы супергигант[d]
Ҡатнашыусы Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 2010 — скоростной спуск (женщины)[d], Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 2010 — супергигант (женщины)[d], Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 2002[d], Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 2006[d], Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 2018[d], Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2005[d], Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2007[d], Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2009[d], Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2011[d], Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2013[d], 43-й чемпионат мира по горнолыжному спорту[d], Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2017[d] һәм Чемпионат мира по горнолыжному спорту 2019[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 178 сантиметр[14]
Рәсми сайт lindseyvonn.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 007 831
 Линдси Вонн Викимилектә

Кэролайн Вонн Линдси (ингл. Lindsey Caroline Vonn, ире буйынса — Килдоу (ингл. Kildow); 18 октябрь 1984 йыл, Сент-Пол, Миннесота, АҠШ) — Америка тау саңғысыһы, 2010 йылда һарҡыуға тиҙ төшөү буйынса Олимпия чемпионы, дөйөм зачётта 4 тапҡыр Донъя кубогы эйәһе (2007/08, 2008/09, 2011/12 һәм 2009/10) һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.

2015 йылдың 19 ғинуарында донъя кубогы айырым этабында еңеүҙәренең дөйөм һаны буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында рекордсменка, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла, ирҙәр араһында ла Донъя кубогында супергигантта һәм һарҡыуға тиҙ төшөүҙә еңеүҙәр һаны буйынса рекордсменка.

Бик күп белгестәр фекеренсә, тиҙ йөрөшлө дисциплиналарҙа тарихтағы иң көслө тау саңғысыһы.

Линдси үҙенең тик дүртенсе юниор чимпионатында миҙал яуланы: 2003 йылда Пюи-Сен-Винсентта ул һарҡыуға тиҙ төшөү буйынса икенсе була. 2004 йылда . Мариборҙа уҙене һөҙөмтәләрен һарҡыуға тиҙ төшөү буйынса ҡабатлаған һәм «бронза» гигантта еңә.

Линдси 2006 йылда Аспендағы слалом трассаһында.

2000 йылда 18 ноябрендәге Донъя кубогында 16 йәше тулып, бер ай үткәс, дебют үтә. 2004 йылдың 18 ғинуарында Кортина-д’Ампеццола үткән һарҡыуға тиҙ төшөүҙә беренсе тапҡыр подиумға күтәрелә.

2002 йылда олимпия уйындарында Солт-Лейк-Ситила 17 йәшлек Вонн слаломһыҙ һәм комбинацияһыҙ сығыш яһаған. Слаломда Вонн саҡ 32-се генә һөҙөмтә күрһәтә, 20 йәшлек Янице Костелич тигән чемпионға 14,5 секудҡа еңелә. Комбинацияла Линдси алтынсы булып (шул уҡ Костеличҡа 4,77 сек еңелеп), күпкә уңышлы сығыш яһай, Линдси шул уҡ тһарҡыуға тиҙ төшөү ваҡытында зачёт комбинацияһында дүртенсе ваҡыт күрһәтә.

2006 йылда Туриндағы Олимпия уйындарында 21 йәшлек тайвандән тиҙ йөрөшлө ауыштан (2005 йылдың декабрендә ул Луиза Валька Лейк-Изер'ҙа) үткәрелгән донъя кубогы этабында еңде. Әммә Олимпиадалағы тиҙ ауышта Линдси саҡ һигеҙенсе булып килә (был урынды австрийка Александра Майснитцер менән бүлгәндәр), Линдсины 0,65 сек өс призерҙан айырҙы.

Сан-Сикариолағы супергигант трассаһында Линдси етенсе ваҡыт күрһәтте (0,36 сек бронза призёрынан еңелде).

4 йыл элек Ана Персон тигән чемпионканан 2,54 сек ҡалып, Солт-Лейк-Ситила 14-се урын ала.

Слаломда Вонн күпкә уңышлы сығыш яһай. Слалом буйынса комбинацияла 11-се ваҡыт күрһәтә (насар һауа торошо сәбәпле старт тәртибе үҙгәртелә, һәм слалом тиҙ йөрөштән иртәрәк башлана). Вонн тиҙ ауыш йомғаҡтары буйынса үҙенең позицияларын яҡшыртыуға дәғүә итә алыр ине, әммә дистанцияны тамамлай алмай.

2007 йылда (супергигант һәм тиҙ йөрөшлө ауыш) Шведциялағы Ора донъя чемпионатында ике көмөш миҙал яулай (икеһендә лә Воннды Ана Персон үтеп китә).

Донъя кубогы 2007/08 йомғаҡтары буйынса, тайвандән тиҙ ауыштың биш этабында ла һәм комбинацияла еңеү яулай. Америка тарихында дөйөм зачетта донъя кубогын яуларға өлгәшкән Тамара Маккиннинан (1983 йыл) һуң, Линдси, шундай уҡ һөҙөмтәгә ирешә алған икенсе американка була.

2008/09 сезонындағы донъя кубогының дөйөм зачетында, Мария Ришты 384 мәрәйгә уҙып, Вонн тағы ла иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Шулай уҡ, был сезонда слалом этаптарында ике еңеү яулай. Унан алда ла, унан һуң да Линдси слалом буйынса Донъя кубогонда бындай уңышҡа өлгәшә алмай.

Шулай итеп,Риш Мариянан һәм Загробский Шароктан ҡала, Вонн донъя кубогының зачётында өсөнсө урынды биләй. Шулай уҡ,Вонн супегигантта дүрт этапты еңә, икеһе тиҙ ауышта һәм берәһе комбинацияла.

2009 йылда Валька-Изерҙағы чемпионатта Линдси ике алтын миҙалға өлгәшкәндәрҙән яңғыҙы ғына (ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында). Тиҙ йөрөшлө ауышта Вонн йәш швейцарка Лара Гутты үтеп китә. Ә супергигантта Франциянан Маршан Мари-Арвье ғына иң көслө дәғүәсеһе булған.

Шулай уҡ, Вонн үҙенең карьераһында тәүге тапҡыр слалом буйынса донъя чемпионатында стартҡа сыға,әммә фишнишҡа үтә алмай.

Линдси Вонн (үҙәге) ванкуверҙағы олимпия пьедесталына тиҙ еңеүҙән һуң ауышҡан.

2010 йылда Ванкуверҙа Олимпия уйындарында тиҙ йөрөшлө ауышта беренселәрҙән булды (Джулия Манкусо ғына бөтә дәғүәселәрҙән Вонндан 1,4 сек артта ҡалды) һәм супергигантта өсөнсө булды(Андреа Фишбахер һәм Маза Тинанан һуң).

2010 йылдың мартында Вонн Мария Ришты 155 мәрәйгә уҙып китә һәм карьераһында өсөнсө тапҡыр донъя кубогының зачётында еңә.

World Laureus Awards Sports версияһы 2010 йыл һөҙөмтәләре Воннды буйынса донъяның иң яҡшы спортсыһы тип таный.

Шулай уҡ, АҠШ Олимпия комитеты версияһы буйынса 2010 һәм 2009 йылдарҙың иң яҡшы спортсыһы тип билдәләнә.

Тамара Маккиннинан (1983) һәм Пикабо Стриттан ҡала (1998), Линдси тарихта бындай танылыу алғандарҙың өсөнсөһө булып тора.

2011 йылда Гармиш-Партенкирхенела рәттән өс тапҡыр чемпионатта һарҡыуға тиҙ төшөү буйынса миҙалға лайыҡ була.

Әммә был юлы көмөш миҙалға үтә. Алтын миҙал көтмәгәндә бығаса бер ҡасан да Донъя кубогында был дисциплинала еңеүгә өлгәшә алмаған австралийка Элизабет Гёрглдың бәхетенә тейә .

Зёльденда үткән 2011/12 сезонының беренсе этабында, киң билдәле Реттенбаз боҙ трассаһындағы гигант слаломда Вонн үҙ карьераһында тәүгә беренселәрҙән булыуға өлгәшә. Биш дисциплинала ла: слаломда, гигант слаломында, һарҡыуға тиҙ төшөүҙә, супергигантта һәм комбинацияларҙа еңеп, донъя кубогы тарихында дан алыусы бишенсе тау саңғысыһы була.

Шулай уҡ, уның был уңыштары Воннға Донъя кубогында еңеү буйынса Аня Персонды ҡыуып етергә мөмкинлек бирә.

2011 йылдың декабрь башында 6 көн эсендә Линдси дүрт тапҡыр рәттән АҠШ һәм Канада трассаларында Донъя кубогында еңеү яулай. Шул уҡ ваҡытта, Бивер-Криктағы Донъя кубогы өсөн еңеүе — Вонндың АҠШ территорияһында өлгәшкән тәүге уңышы ла.

Һөҙөмтәлә, ул үҙенең кубок этаптарындағы еңеүҙәрҙең дөйөм һанын 46 тиклем еткерә. Был күрһәткестәре буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында австриялы Аннемари Мозер-Прёльдан (62) һәм швейцариялы Френи Шнайдерҙан(55) һуң, Вонн өсөнсө урынға сыға.

2012 йылдың 4 февралендә Гармиш-Партенкирхенда Вонн бер юлы ике «юбилей» билдәһе ала: һарҡыуға тиҙ төшөүҙә 25 еңеүгә һәм Донъя кубогы этабында 50 еңеүгә өлгәшә.

26 февралдә болгар Банскоһында Донъя кубогы этабында ул үҙенең супергигант карьераһында 18-се тапҡыр еңеүсе була. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар Донъя кубогы тарихында был дисциплинала еңеүҙәр һаны буйынса лидерға әйләнә.

9 мартта Донъя кубогы этабында гигант слалом буйынса үҙ карьераһында икенсе тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Миҙгел бөтөүгә биш старт ҡалғанда уҡ, ваҡытынан алда Донъя кубогоның дөйөм зачётында Ҙур Гәлсәр глобус яулай. Был Вонндың карьераһында дүртенсеһе була. Вонндың Донъя кубогының дөйөм зачетындағы күрһәткесе американлы Аннемари Мозер-Прёлдекенән (6 тапҡыр) икәүгә генә кәм.

2011/2012 йылдар миҙгеленән һуң, Вонн слаломда сығыш яһауын туҡтата. Донъя кубогында бары тик слалом трассаһына комбинация сиктәрендә генә сыға. (2011/2012 йылғы миҙгелдән һуң, Линдси 2013 йылдың ғинуар аҙағында Марибор ҡалаһында ни бары бер тапҡыр ғына слаломда стартҡа баҫа, унда беренсе урауҙа 33-сө урында була һәм икенсеһенә үтә алмай).

2012 йылдың октябрь айында Вонн үҙ көсөн ир -егеттәр ярышында ла үҙ көсөн һанап ҡарамаҡсы булыуы тураһында хәбәр була[15]. Канаданың Лейк Луиза ҡалаһында үткән Донъя кубогы этабы тураһында һүҙ бара. Бында Линдси тәүге утыҙ араһына эләгеүгә өмөт итә. Ләкин саңғы спортының Халыҡ-ара федерацияһы Воннға ир-егеттәр менән ярышыуҙы тыя[16].

2012 йылдың декабрендә Канаданың Лейк Луизаһында өс көн эсендә этап стартында 3 еңеү яулай һәм үҙенең 2011 йылдағы уңышын ҡабатлай.

Был Воннға Донъя кубогы этабындағы еңеүҙәренең дөйөм һанын 56-ға еткерергә һәм Френя Шнайдер күрһәткестәрен (55) үтеп китергә мөмкинлек бирә. Лейк Луиза трассаһында американлы бөтәһе Донъя кубогының 13 этабында еңеү яулай.

2013 йылдың 5 февралендә Австрияның Шладмингындағы супергигант трассаһында үткән донъя чемпионатында Вонн тубыҡ һеңерен йәрәхәтләй һәм трассанан вертолет ярҙамында госпиталгә эвакуациялана. Линдси өсөн миҙгел тамамлана[17]. Ул тубыҡ алды һеңерен алып ташлау буйынса операция үткәрә.

2013 йылдың декабрь башында Донъя кубогы трассаһына әйләнеп ҡайта. Шул уҡ 2013 йылдың декабрь аҙағында яңынан тубығын ауырттыра һәм 2014 йылдың ғинуар башында Сочиҙағы Олимпия уйындарында ҡатнаша алмаясағы тураһында иғлан итә.

Вонн трассаға Колорадола 2015 йылдың февралендә үтәсәк Донъя чемпионатына әйләнеп ҡайтырға ниәтләгән була[18]. 2013/14 миҙгел Вонндың Донъя кубогы этаптарында бер генә еңеү ҙә яулай алмаған һуңғы унауһының иң беренсеһе була.

Йәрәхәтләнгәндән һуң спортҡа кире ҡайтыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вонн 2014 йылда

2014/15 миҙгел башында Вонн Донъя кубогы трассаһына әйләнеп ҡайта. 2014 йылдың 6 декабрендә Лейк Луизда үткән һарҡыуға тиҙ төшөү трассаһында ул сираттағы еңеүен яулай (был уңыш Воннға10 йылдан һуң һәм Донъя кубогында ошо уҡ трассала еңеүенә өс көн үткәс килә).

20 декабрҙә француз Валь-д’Изерендә һарҡыуға төшөүҙә беренсе була. 2015 йылдың 18 ғинуарында үҙ карьераһындағы Донъя кубогы этабының 62-се еңеүен яулай. Ул Кортине-д’Ампеццола һарҡыуға тиҙ төшөүҙә беренсе була.

Вонн был күрһәткестәр буйынса, Линдси тыуғанға ҡәҙәр, 1980 йылда үҙ карьераһын тамамлаған Австрияның рекордсыһы Аннемари Мозер-Прёль менән тигеҙләшә. Икенсе көндө шул уҡ Кортине-д’Ампеццола Вонн супергигантта уңышҡа өлгәшә һәм Мозер-Прёль ҡаҙаныштарын үтеп китә.

2015 йылда Вейлда һәм Бивер-Криктағы үҙҙәрендә үткән Донъя чемпионаты дебютында Вонн супергигант буйынса беренсе стартта уҡ бронза яулай. Ярышта ул чемпион Анне Феннингерҙан 0,15 секундҡа ғына ҡалыша. Был Вонн өсөн 2007 йылда алған көмөштән һәм 2009 йылдағы алтындан һуң Донъя чемпионаттары супергигантында алған өсөнсө еңеүе була.

Үҙе төп фаворит булып торған һарҡыуға тиҙ төшөү төрөндә Тина Мазанан 1,05 секундҡа ғына отола һәм бары бишенсе урын ғына ала.

Һарҡыуға тиҙ төшөү трассаһындағы суперкомбинацияла Линдси етенсе һөҙөмтә күрһәтеп, әллә ни уңышлы сығыш яһай алмай (лидер булған Мазанан 1,31 секундҡа отола), ә слаломда трассанан сыға.

2014/15 миҙгел йомғаҡтары буйынса Донъя кубогының һарҡыуға тиҙ төшөү зачётында етенсе тапҡыр карьерала иң яҡшыһы тип таныла. Шулай уҡ, ул супергигант зачётында ла карьераһында бишенсе тапҡыр уңышҡа өлгөшө. Шул уҡ ваҡытта француз Мерибелында үткән миҙгелдең финал этабында ике дисциплинала еңеү яулай.

2015 йыл декабрь башында Лейк Луиздағы этапта Вонн үҙ карьераһында өс көн эсендә рәттән өс еңеү яулай. 12 декабрҙә Орҙа Донъя кубогы этабында бер-бер артлы дүрт еңеү яулауға өлгәшә. 2013 йылдың ғинуарынан һуң ул беренсе тапҡыр гигант слаломда еңеү яулай.

18 декабрь көнө Вонн комбинацияла дүрт йыл эсендә беренсе урынға бик яҡын була. Ләкин һарҡыуға тиҙ төшөүҙә старт һөҙөмтәләре буйынса Америка спортсыһы лидер булһа ла, Валь-д’Изерҙағы старт буйынса Швейцария спортсыһы Ларе Гуттан ни бары 0,01 секундҡа ғына артта ҡала.

2016 йылдың 9 һәм 10 ғинуарҙында Альтенмарктта супергигантта һәм һарҡыуға тиҙ төшөүҙә Вонн еңеү яулай. Донъя кубогы этабында һарҡыуға тиҙ төшөүҙә Вонндың 36-сы тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Был күрһәткес буйынса ул Аннемари Мозер-Прёль менән тигеҙләшә.

23 ғинуарҙа Кортине-д’Ампеццола үҙ карьераһындағы 37-се еңеүен яулай һәм был күрһәткестәр буйынса берҙән-бер рекордсы була. Икенсе көндө супергигантта ла еңә.

Был уңыш Вонндың миҙгелдә яулаған 8-се, ә карьераһындағы 75-се еңеүе була.

6 февралдә Гармиш-Партенкирхенда һарҡыуға тиҙ төшөүҙә бөтә дәғүәселәренән 1,5 секундҡа алда килеп, үҙенең карьераһындағы еңеүҙәр һанын 76-ға тиклем еткерә (тау саңғыһы спорты тарихында абсолют рекордсы швед Стенмарк Ингемарҙан 10-ға кәмерәк).

2016 йылдың 27 февралендә Сольдеу супергигант трассаһынан төшкәндә йығылған сағында һул тубығын имгәтә. Икенсе көнөнә Вонн комбинацияла стартҡа сыға һәм финишҡа 13-сө булып килә.

Әммә бер нисә көн үткәс, март башында, миҙгел тамамланғанға тиклем ике аҙна ҡалғас, миҙгелде тамамлауы тураһында иғлан итә. Ул быны Донъя кубогыныда үҙ карьераһында хатта бишенсе тапҡыр еңеү өсөн дә алған йәрәхәте арҡаһында һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйырға теләмәүе менән һәм 2017 йылғы донъя чемпионатына ла, 2018 йылғы Олимпия уйындарына ла яҡшы әҙерләнеү теләге менән аңлата.

Йәрәхәт алғанға тиклем үк Вонн һарҡыуға тиҙ төшөү зачётында үҙенең 8-се еңеүен яулауға өлгөшкән була.

2016/2017 йылдар миҙгеле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вонн 2017 йылдың ғинуарында Гармиш-Партенкирхенда

Линдси 2016/2017 йылдар миҙгелендә Донъя кубогыгының беренсе этабында трассаға әйләнеп ҡайтырға ниәтләй, ләкин миҙгелгә әҙерлек ваҡытында ҡулын йәрәхәтләй. Йәрәхәтенән һуң элекке хәленә ҡайтҡас, 2017 йылдың 15 мартында Альтенмарктта үткән Донъя кубогында сығыш яһай, унда Вонн һарҡыуға тиҙ төшөүҙә трассала 13-сө була (Австриянан Кристина Шайерҙан 1,54 секундҡа отола). 21 ғинуарҙа Гармиш-Партенкирхендағы үҙенең карьераһындағы икенсе стартында һарҡыуға тиҙ төшөүҙә Лара Гуттан 0,15 секундҡа алдан килеп, икенсе урын ала. Шулай итеп, 2016/2017 йылғы миҙгеле Вонн карьераһында 12-сеһе була, бында ул, һис юғы, Донъя кубогының бер этабында булһа ла еңеүсе исемен яулай. 22 ғинуарҙа Гармишта ул супергигантта икенсе булып килә, бында Лара Гуттан 1,5 секундҡа отола.

2017 йылда Санкт-Морицта үткән Донъя чемпионаты Линдси карьераһында етенсеһе була, ул беренсе дисциплинала (супергигантта) финишҡа килеп етә алмай. 10 февралдә Линдси комбинацияла бишенсе була, был дисциплинала Донъя чемпионатында тәүге тапҡыр 2005 йылда финишҡа барып етә (ул саҡта дүртенсе була). Һарҡыуға тиҙ төшөүҙә Вонн өсөнсө булып килә, быны менән ул Донъя чемпионатында үҙ карьераһындағы етенсе миҙалын яулай(һарҡыуға тиҙ төшөүҙә дүртенсе).

4 мартта Корея Республикаһы трассаһындағы һарҡыуға тиҙ төшөүҙә Вонн София Годжанан һуң (отолошо 0,07 секунд) икенсе була, унда 2018 йылдың февраль айында ҡышҡы Олимиада сиктәрендә тау саңғысыларының старты үтәсәк. Донъя кубогы этабында был подиум Вонн карьераһындаберенсеһенән һу 13 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, 128-сеһе була. Икенсе көнөнә, Годжанан ни бары 0,04 секундҡа ғына артта ҡалып, супергигантта ул икенсе булып килә.

Аспенала (Колорадо) Донъя кубогының финал этабында Вонн үҙ карьераһында икенсе һәм тәүге тапҡыр 2011 йылдың декабренән АҠШ территорияһындағы Донъя кубогы этабында еңеү яулау мөмкинлегенә эйә була. Әммә 15 марта һарҡыуға төшөүҙә Линдси словен ҡыҙы Илке Штухецтан 0,66 секундҡа ҡалышы, ә ул Донъя кубогында үҙенең һарҡыуға тиҙ төшөүҙәге 4-се еңеүен яулай һәм шуны менән бергә, был дисциплиналағы зачётта кесе Гәлсәр глобус яулай. Вонн үҙе һарҡыуға тиҙ төшөүҙә 4-се урын ала, Донъя кубогының был төрөндә үҙ карьереһында 12-се тапҡыр и яҡшы бишәү исемлегенә инә. Икенсе көнөнә иһә Вонн супергигантта дистанцияны тамамлай алмай

Америка тау саңғысыһы, 2002 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Томас Воннда (1975 йылда тыуған) кейәүҙә була. 2011 йылдың ноябрендә, дүрт йыл бергә йәшәгәндән һуң, Вонндар ғаиләһе айрылышыу процедураһын башлауҙары тураһында иғлан итәләр. Улар 2013 йылдың ғинуарында рәсми рәүештә айырылышалар. Линдси элекке иренең фамилияһында ҡала. 2013—2015 йылдарҙа билдәле гольфисыТайгер Вудс менән осраша.

Ҙур ярыштарҙағы һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡышҡы олимпия уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Олимпия

уййындары

Һарҡыуға тиҙ төшөү Супергигант Гигант

слалом

Слалом Супер-

комбинация[19]

2002 Солт-Лейк-Сити 32 6
2006 Турин 8 7 14 DNF
2010 Ванкувер 1 !1 1 !1 DNF DNF DNF
2014 Сочи Йәрәхәт арҡаһында ҡатнашмай
Донъя чемпионаты


Һарҡыуға тиҙ төшөү Супергигант Гигант

слалом

Слалом Супер-

комбинация

2005 Бормио 4 9 DNF 4
2007 Оре 02 !2 02 !2 DSQ
2009 Валь-д’Изер 01 !1 01 !1 DNF DSQ
2011 Гармиш 02 !2 7 DNS
2013 Шладминг DNF
2015 Вейл/Бивер-Крик 5 03 !3 14 DNF
2017 Санкт-Мориц 03 !3 DNF 5

Яулаған Гәлсәр глобустары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дөйөм зачетта — 4 тапҡыр: 2007/08, 2008/09, 2009/10, 2011/12
  • Һарҡыуға тиҙ төшөүҙә — 8 тапҡыр: 2007/08, 2008/09, 2009/10, 2010/11, 2011/12, 2012/13, 2014/15, 2015/16 (ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһындағы рекорд)
  • Супергигантта — 5 тапҡыр: 2008/09, 2009/10, 2010/11, 2011/12, 2014/15
  • Комбинация — 3 тапҡыр: 2009/10, 2010/11, 2011/12

Донъя кубогы этаптарындағы еңеүҙәре (78)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вонн 2010 йылдың мартында кесе Гәлсәр глобус менән
Линдси 2011 йылдың апрелендә «Бостон Ред Сокс» һәм «Балтимор Ориолс» командалары араһындағы бейсбол матчында.
Миҙгел Дата Урын Дисциплина
1 2004/05 3 дек 2004 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү
2 2005/06 3 дек 2005 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү(2)
3 17 дек 2005 Валь-д’Изер Һарҡыуға тиҙ төшөү (3)
4 3 мар 2006 Хафьелль Супергигант
5 2006/07 2 дек 2006 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү(4)
6 20 дек 2006 Валь-д’Изер Һарҡыуға тиҙ төшөү (5)
7 20 ғин 2007 Сан Сикарио Супергигант (2)
8 2007/08 1 дек 2007 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү (6)
9 21 дек 2007 Санкт-Антон Һарҡыуға тиҙ төшөү (7)
10 22 дек 2007 Суперкомбинация
11 19 ғин 2008 Кортина-д’Ампеццо Һарҡыуға тиҙ төшөү (8)
12 19 фев 2008 Сестриере Һарҡыуға тиҙ төшөү (9)
13 8 мар 2008 Флаг Швейцарии Кран-Монтана Һарҡыуға тиҙ төшөү(10)
14 2008/09 15 ноя 2008 Леви Слалом
15 5 дек 2008 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү(11)
16 17 ғин 2009 Альтенмаркт Суперкомбинация (2)
17 30 ғин 2009 Гармиш-Партенкирхен Слалом (2)
18 1 фев 2009 Супергигант (3)
19 22 фев 2009 Тарвизио Супергигант (4)
20 1 мар 2009 Банско Супергигант (5)
21 11 мар 2009 Оре Һарҡыуға тиҙ төшөү(12)
22 12 мар 2009 Супергигант (6)
23 2009/10 4 дек 2009 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү (13)
24 5 дек 2009 Һарҡыуға тиҙ төшөү(14)
25 18 дек 2009 Валь-д’Изер Суперкомбинация (3)
26 8 ғин 2010 Хаус Һарҡыуға тиҙ төшөү (15)
27 9 ғин 2010 Һарҡыуға тиҙ төшөү (16)
28 10 ғин 2010 Супергигант (7)
29 22 ғин 2010 Кортина-д’Ампеццо Супергигант (8)
30 23 ғин 2010 Һарҡыуға тиҙ төшөү(17)
31 31 ғин 2010 Флаг Швейцарии Санкт-Мориц Супергигант (9)
32 6 мар 2010 Флаг Швейцарии Кран-Монтана Һарҡыуға тиҙ төшөү(18)
33 12 мар 2010 Гармиш-Партенкирхен Супергигант (10)
34 2010/11 5 дек 2010 Лейк Луиз Супергигант (11)
35 18 дек 2010 Валь-д’Изер Һарҡыуға тиҙ төшөү(19)
36 19 дек 2010 Суперкомбинация (4)
37 8 ғин 2011 Альтенмаркт Һарҡыуға тиҙ төшөү(20)
38 21 ғин 2011 Кортина-д’Ампеццо Супергигант (12)
39 23 ғин 2011 Супергигант (13)
40 26 фев 2011 Оре Һарҡыуға тиҙ төшөү(21)
41 6 мар 2011 Тарвизио Супергигант (14)
42 2011/12 22 окт 2011 Зёльден Гигантский слалом
43 2 дек 2011 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү(22)
44 3 дек 2011 Һарҡыуға тиҙ төшөү (23)
45 4 дек 2011 Супергигант (15)
46 7 дек 2011 Бивер-Крик Супергигант (16)
48 27 ғин 2012 Флаг Швейцарии Санкт-Мориц Суперкомбинация (5)
49 28 ғин 2012 Һарҡыуға тиҙ төшөү (24)
50 4 фев 2012 Гармиш-Партенкирхен Һарҡыуға тиҙ төшөү (25)
51 26 фев 2012 Банско Супергигант (18)
52 9 мар 2012 Оре Гигантский слалом (2)
53 14 мар 2012 Шладминг Скоростной спуск (26)
54 2012/13 30 ноя 2012 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү (27)
55 1 дек 2012 Һарҡыуға тиҙ төшөү (28)
56 2 дек 2012 Супергигант (19)
57 8 дек 20112 Флаг Швейцарии Санкт-Мориц Супергигант (20)
58 19 ғин 2013 Кортина-д’Ампеццо Һарҡыуға тиҙ төшөү(29)
59 26 ғин 2013 Марибор Гигантский слалом (3)
60 2014/15 6 дек 2014 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү(30)
61 20 дек 2014 Валь-д’Изер Һарҡыуға тиҙ төшөү (31)
62 18 ғин 2015 Кортина-д’Ампеццо Һарҡыуға тиҙ төшөү (32)
63 19 ғин 2015 Супергигант (21)
64 25 ғин 2015 Флаг Швейцарии Санкт-Мориц Супергигант (22)
65 8 мар 2015 Гармиш-Партенкирхен Супергигант (23)
66 18 мар 2015 Мерибель Һарҡыуға тиҙ төшөү (33)
67 19 мар 2015 Супергигант (24)
68 2015/16 4 дек 2015 Лейк Луиз Һарҡыуға тиҙ төшөү (34)
69 5 дек 2015 Һарҡыуға тиҙ төшөү (35)
70 6 дек 2015 Супергигант (25)
71 12 дек 2015 Оре Гигантский слалом (4)
72 9 ғин 2016 Альтенмаркт Һарҡыуға тиҙ төшөү (36)
73 10 ғин 2016 Супергигант (26)
74 23 ғин 2016 Кортина-д’Ампеццо Һарҡыуға тиҙ төшөү(37)
75 24 ғин 2016 Супергигант (27)
76 6 фев 2016 Гармиш-Партенкирхен Һарҡыуға тиҙ төшөү (38)
77 2016/17 21 ғин 2017 Гармиш-Партенкирхен Һарҡыуға тиҙ төшөү (39)
78 2017/18 16 дек 2017 Валь-д’Изер Супергигант (28)

Вонн ҡатын-ҡыҙҙарҙың Донъя кубогы этабы тарихында еңеүҙәр һаны буйынса рекордсменка иҫәпләнә, ләкин үҙҙәренең америка трассаһында уның иҫәбендә ни бары бер генә еңеү (2011 йылдың 7 декабрендә Бивер-Крик супергигантында еңеүгә өлгәшә). Был өлөшләтә шуның менән алатыла: АҠШ-та бер нисә йыл рәттән, Аспинда ҡатын-ҡыҙҙар тик слалом һәм гигант слаломда ғына ярыша (2000—2010 йылдарҙағы Донъя кубогында АҠШ трассаларындағы һарҡыуға тиҙ төшөүҙә һәм супергигантта күпселек ир-егеттәр генә ярыша), уларҙа Линдси әллә ни көслө булмай. Донъя кубогында Линдси өсөн иң уңышлы урын — Канадалағы Лейк Луиз, унда ул үҙ карьераһында 18 еңеү яулай, шул уҡ ваҡытта, 2011, 2012, 2015 йылдарҙа өс көн эсендә ул өсөр этапта ееүсе булыуға өлгәшә. Европала Вонн күбеһенсә Италия спортсыһы Кортине-д’Ампеццоны еңә (9 тапҡыр).

  1. http://espn.go.com/blog/olympics/post/_/id/3570/rejecting-vonns-request-the-right-call-for-fis
  2. http://espn.go.com/espys/2013/photos/gallery/_/id/9309066/image/2/lindsey-vonn-best-female-athlete-recap
  3. http://espn.go.com/blog/espnw/category/_/name/2014-sochi-olympics/count/91
  4. http://espn.go.com/espnw/news-commentary/article/8479932/espnw-lindsey-vonn-be-all-nothing
  5. http://espn.go.com/olympics/winter/2014/athletes/_/athlete/26934/lindsey-vonn
  6. Lindsey Vonn // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. Lindsey Vonn // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  8. http://bleacherreport.com/articles/347360-van-2010-lindsey-vonn-earns-usas-third-gold-medal
  9. (unspecified title) (ингл.) — 1996.
  10. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  11. Sci, Lindsey Vonn torna single: finisce la storia d'amore con Subban — 2020.
  12. 12,0 12,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  13. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  14. Lindsey Vonn // Babesdirectory — 2020.
  15. Вонн хочет выступать с мужчинами — «Спорт-Экспресс», 12 октября 2012
  16. Вонн запретили соревноваться с мужчинами — sportbox.ru, 3 ноября 2012
  17. ЧМ для горнолыжницы Вонн завершился в первый день разрывом «крестов». Р-Спорт (5 февраля 2013). Проверено 5 февраля 2013. 12 февраля 2013 года.ЧМ для горнолыжницы Вонн завершился в первый день разрывом "крестов". Р-Спорт (5 февраль 2013). Дата обращения: 5 февраль 2013. Архивировано 12 февраль 2013 года.
  18. Горнолыжница Линдси Вонн заявила, что пропустит Олимпиаду в Сочи. Р-Спорт (7 января 2014). Проверено 15 января 2014.Горнолыжница Линдси Вонн заявила, что пропустит Олимпиаду в Сочи. Р-Спорт (7 ғинуар 2014). Дата обращения: 15 ғинуар 2014.
  19. В том числе комбинация