Липидтар | |
Растворимость | 0 g/100 g[1] |
---|---|
![]() |
Липидтар (бор. грек. λίπος — туңмай) — тәбиғи органик матдәләрҙең ҙур бер төркөмө. Майҙар һәм май һымаҡ матдәләрҙе үҙ эсенә ала.
Липидтар — һыуҙа эремәгән, әммә бензинда, эфирҙа, ацетонда эреүсән органик матдәләр. Уларҙы ябай һәм ҡатмарлы липидтарға бүлеп йөрөтәләр.
Ябай липидтар спирт һәм май кислоталарынан төҙөлгән. Атомар составтары: углерод(С), водород(H) һәм кислород(O).
Ҡатмарлы липидтарҙы барлыҡҡа килтереүсе компоненттар булып спирт, юғары молекуляр төҙөлөшлө майҙар һәм башҡа матдәләр тора. Атомар составтары: углерод (С), водорода (H) һәм кислородтан (О) тыш башҡа химик элементтарҙа инә. Күберәк осраҡта: фосфор (Р), көкөрт(S), азот (N).
Липидтар барлыҡ күҙәнәктәрҙең дә состав өлөшөнә инәләр.
Биологик мембраналарҙың төп компоненты булараҡ, липидтар күҙәнәктәрҙең мөхит менән матдәләр алмашыуында ҙур роль уйнайҙар. Мембрана ферменттарының әүҙемлеген көйләүҙә ҡатнашалар. Нервы импульсын тапшырыуҙа, мускулдар ҡыҫҡарыуҙа, күҙәнәк-ара контакт булдырыуҙа, иммун процесстарында мөһим урын алып торалар.
Липидтар күҙәнәктең, организмдың энергетик резервы. Һыу үткәрмәҫ һәм йылы изоляциялаусы япма барлыҡҡа килтерәләр. Ағзаларҙы механик тәьҫирҙәрҙән һаҡлайҙар.
Липидтарға составында май кислоталары булмаған матдәләрҙән терпендар һәм стериндарҙы ла индерәләр. Күп липидтар аҙыҡ булып торалар. Сәнәғәттә һәм медицина өлкәһендә сеймал булып торалар.
Липидтар гидрофоб органик матдәләр. Органик эретмәләрҙә генә эрейҙәр.
Липидтар хайуан һәм үҫемлектәрҙең бөтә күҙәнәктәре составында бар. Улар күп күҙәнәкле структуралар составына ла инә.
Липидтарҙың иң киң таралғандары — майҙар. Майҙар күҙәнәктә, ғәҙәттә, күп түгел: 5—10 % (ҡоро матдәләрҙән).
Әммә ҡайһы бер күҙәнәктәрҙең 90%-ын майҙар тәшкил итә. Хайуандарҙа бындай күҙәнәктәр тире аҫтында, күкрәк биҙҙәрендә, ҡаҙылыҡтарҙа урынлашҡан, һөтимәр хайуандарҙың бөтәһенең һөтөндә лә май бар.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, мәҫәлән көнбағыштың, етендең, грек сәтләүегенең, орлоҡтары һәм емештәрендә ҙур күләмдә май тупланған.
Күҙәнәктә, майҙарҙан тыш, башҡа липидтар, мәҫәлән лецитин, холестерин бар. Липидтарға ҡайһы бер витаминдар (А, Д) һәм гормондар (мәҫәлән, енес гормондары) инә.
Липидтарҙы, шулай уҡ биологик тәбиғәттең башҡа берләшмәләрен классификациялағандағы кеүек бик бәхәсле һәм проблемалы процесс булып тора.
Түбәндә тәҡдим ителгән классификация, липидологияла киң таралған булһа ла, берҙән-бер классификация түгел.
Тәү сиратта төрлө липид төркөмдәренең структур һәм биосинтетик үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән.
- Ябай липидтар — углеродты (С), водородты (H), кислородты (О) үҙ эсенә алған липидтар.
- Май кислоталары миҫалдары: миристин (туйындырылған май кислотаһы) һәм миристолеин (монотуйынмаған кислота) 14 углеродлы атомға эйә
- Май кислоталары — асыҡ сылбырлы бер нигҙле алифатик карбон кислоталары (туңмайҙарҙа, майҙарҙа, үҫемлек һәм хайуандар сығышлы балауыҙҙарҙа була)
- Майлы альдегидтар — юғары молекуляр альдегидтар, молекулала углерод атомдары һаны 12-нән юғары.
- Майлы спирттар — 1-3 гидроксил төркөмлө юғары молекуляр спирттар.
- Оҙон алифатик сылбырлы туйынған углеводородтар
- Сфингозин нигеҙҙәр.
- Балауыҙҙар — юғары май кислоталары һәм юғары молекуляр спирттарҙан торған ҡатмарлы эфирҙар .
- Триглицеридтар (майҙар).
Ҡатмарлы липидтар — уларҙың составына углерод (С), водород (H) һәм кислород (О) башҡа химик элементтар ингән липидтар.
Йышыраҡ: фосфор (P), көкөрт (S), азот (N) инә.
- Фосфолипидтар — күп атомлы спирттар менән составында фосфор кислотаһы ҡалдыҡтары булған юғары төҙөлөшөлө май кислоталары төҙөгән ҡатмарлы эфирҙар. Шулай уҡ составтарында төрлө химик характерҙағы өҫтәмә атомдар төркөмө бар.
- Гликолипидтар — липидтарҙың углеводтар менән ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡатмарлы липидтар.
- Фосфогликолипидтар
- Сфинголипидтар — алифатик аминоспирттарҙың сығарылмаларына ҡараған липидтар класы.
- Мышьяклылипидтар.
- Акилглицеридтар
-Диглицеридтар
-Моноглицеридтар
- Церамидтар
- Стерин эфирҙары
- N-ацетилэтаноламидтар
- Липоксигеназ оксилипидтар
- Циклооксигенас оксилипидтар
Липидтарҙың биологик әһәмиәте ифрат ҙур һәм күп төрлө.
Балауыҙ ер өҫтөндәге үҫемлектәрҙең (япраҡтарҙың һәм йәш үҫентеләрҙең) өҫкө йөҙөндә кутикула барлыҡҡа килтерә. Балауыҙ шулай уҡ бик күп бөжәктәр тарафынан етештерелә (бал ҡорттары унан кәрәҙҙәр төҙөй, ә ҡорттар һаҡлаусы япма барлыҡҡа килтерә).
Бөтә тере күҙәнәктәр плазматик мембраналар менән уратып алынған. Уларҙың төп структур элементы булып ике ҡатлы липидтар (билипид ҡатлам) тора. 1 мкм² биологик мембранала миллионға яҡын липид молекулалары бар.
Мембраналарҙы тәшкил иткән бөтә липидтар ҙа амфифил үҙенсәлектәргә эйә: гидрофил һәм гидрофобик өлөштәрҙән тора. Һыу мөхитендә бындай молекулалар гидрофобик үҙ-ара тәьҫир итешеү һөҙөмтәһендә стихиялы рәүештә мицеллалар һәм биҡатлам барлыҡҡа килтерә. Бындай структураларҙа молекулаларҙың поляр баштары һыулы фазаға ҡарай, ә поляр булмаған ҡойроҡтары — эске яҡҡа ҡарап урынлаша. Бындай төҙөлөш принцибы бөтә тәбиғи мембраналарға хас. Гидрофобик ҡатламдың булыуы мембраналарҙың үҙ функцияларын башҡарыуы өсөн бик мөһим. Сөнки ул иондарҙы һәм поляр берләшмәләрҙе үткәрмәй .