Литва мифологияһы | |
Культура | Литвалар |
---|---|
Дәүләт | Литва |
Литва мифологияһы Викимилектә |
Литва мифологияһы — риүәйәттәр,легендаларҙа, төрлө фольклор әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан литваларҙың мифологик күҙаллауҙары.
Литвалыларҙың алланы хөрмәт итеүе тураһында боронғо тарихи сығанаҡтар, уларҙың христианлыҡҡа тиклемге ҡараштары һәм ышаныуҙарын һаҡлаған этнографик мәғлүмәт һәм халыҡ-поэтик мотивтары булыуына ҡарамаҫтан, литва мифологияһы күптән түгел генә бик аҙ өйрәнелгән ине.
Литва көнкүреше һәм халҡы буйынса ҡайһы бер тарихсылар литва мифологияһында «һинд, иран-фарсы, кельт-галл, грек-рим һәм скандинав ышаныуҙарының» (L. Rogalski) эҙен таба. M. О Коялович унда боронғолоҡ һәм айырымланғанлыҡ һыҙаттарын асты. Ғалим фекере буйынса, литва ауыҙ-тел ижады бик боронғо диндәрҙең һәм грек-рим мәжүсилегенең эшләнеп бөткән, тамамланған төшөнсәләрен берләштерә.
Литва мифология хоҙайҙарына Нарбут, Крашевский, Стрыйковский, Ласицкий, ойошторған емергес филологик поход емергесэҙемтәләргә алып килгән. Микуцкий, Акелевич, Мержинский, Карлович иҫбатлай, тип Ласицкий ҙа, нарбут та литва телен белмәгәнлеген раҫланылар, ә Нарбут, бынан тыш, артыҡ мауыҡҡан һәм матурлап биҙәп күрһәткән поэтизировать. Фантастик китаптар күп, И. Фекенштедт «D. Mythen, Sagen u. Legenden der Zamaiten» (1883) китабында, Карлович үҙенең «La Mythologie lithuanienne et Mr. Veckenstedt» («Mélusine») мәҡәләһендә ап-асыҡ итеп күрһәткәнсә, фантастик хәлдәр артыҡ күп.
Г. Узенерҙың («Götternamen», Бонн, 1894) һәм Сольмсендың («Litauische und lettische Götternamen») хеҙмәттәрендә Bezleja, киске эңер алиһәһе (bežleja, ҡараңғы төшә, тип уҡы), йәки Apidome — торлаҡ алыштырыу аллаһы (apideme, өйҙәр араһындағы ялан йәки ялан кәртә, тип уҡы) аллалар тураһында һүҙ бара.
XVI һәм XVII быукттарҙа протестанттар һәм контрреформатор-иезуиттар эшләгән системаларға ҡарағанда, XIII быуат аҙағына саҡлы боронғо яҙыусылар — Тацит, Вульфстан һ. б. ҡалдырған ҡыҫҡа мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа яҡын, дөрөҫөрәк итеп яҙылған. Литвала һәм Пруссия латыштарында һәр өлкәнең айырым аллаһы булған, һәм фәҡәт был өлкәлә генә ул иң юғары алла тип иҫәпләнгән, әммә дөйөм халыҡҡа ҡарата һәм ҡәбилә аллалары менән сағыштырғанда, түбәнерәк баҫҡыста тороусы хоҙай булған. XV быуат башында Литвала дин таратыусы Иероним Пражский раҫлауынса, төрлө урында сиктән тыш һөйөү обожания предметы төрлөсә. Бер урында йыландарҙы хөрмәт иткәндәр, икенсеһендә — утты, өсөнсөһөндә — ҡояш йә һирәк осрай торған дәүмәлдәге тимер сүкеште. Ҡанбабаларҙан, ни өсөн ҙур сүкеш шул тиклем хөрмәт ителә тип һорағас, улар былай тип яуап биргән: бер ваҡыт бер нисә ай дауамында ҡояш күренмәгән, уны ниндәйҙер ҡөҙрәтле бер батша эләктереп алған да, нығытылған башняла бикләп тотҡан. Шул ваҡыт Йондоҙнамә билдәләре ҙур сүкеш менән башняны ватҡандар, һәм, ҡояшты азат итеп, кешеләргә ҡайтарып биргән. Кешеләргә тағы ла ут ҡайтарып биргән ошо эш ҡоралын бөгөнгө көндә лә хөрмәт итеү .
Литва мифологияһы нигеҙҙәрен аңлатыу юлдарының береһен 1841 йылда Прейс («Халыҡ мәғарифы министрлығы журнала», 26-сы бүлек) тарафынан күрһәтелгән: ысынбарлыҡты иҫәпкә алмаған ҡараштар менән мауыҡмаҫҡа, тарихи-көнкүреш мәғлүмәттәрен тәнҡитләү нигеҙендә литва дини системаһын бәйән итергә була. Был ысул профессор Л. Мержинскийҙың «Mythologiae Lithuanicae Monumenta» тикшеренеүҙәре нигеҙенә һалынған. 1-се баҫмала (1892) Альбрехт фон Бордевиктан (1298-1301) алып Тацитҡа тиклемге литваларҙың алланы хөрмәт итеүе тураһындағы мәғлүмәт йыйылған. 2-се баҫмала (1896) XIV һәм XV быуат яҙыусыларының, бигерәк тә, Пётр Дуйсбургтың (Дуйсбургтың Пётрынан) мәғлүмәттәре, тәре йөрөтөүселәрҙең яҙмалары һ. б. ҡаралған. Мержинскийҙың латин сығанаҡтарын өйрәнгәне буйынса, idola, simulacra, templa һүҙҙәре хоҙайҙарын һәм изгеләрен ағас, бронза йәки тимер һындар итеп һүрәтләү бөтөнләй ҡулланылмағаны, ә тәбиғәт көстәрен, күк есемдәрен һәм ата-бабаларҙың рухын күсмә мәғәнәлә хөрмәтләүҙе генә аңлатҡаны асыҡланған. Хөрмәтләү урыны булып тәбиғәт: урман, игене алынып һөрөлмәй ятҡан ер йәки ҡаулан ер жниво, туғай йәки йорт, йорт усағы, йорттоң йә торлаҡ биләмәһенең усадьба бер өлөшө хеҙмәт иткән, йола буйынса әлеге ваҡытта ла ауыл хужалығына ҡараған ғөрөф-ғәҙәт буйынса йолалар: малды тәүге көтөүгә сығарғанда, иген һуҡҡанда, етен эшкәртеү һ. б. хужалыҡ эштәрен тәбрикләгәндә атҡарыла. Йәнәһе лә, Литвала хатта XVII быуатта әле халыҡ туранан-тура шайтанға мөнәсәбәтле булған, раган-лятавица кеүек Шатрия тауына (Иванов төнөнә ҡарата Жмудта төрлө иблис демон йыйналыуҙары) осоп менә торған булғандар тигән хәбәрҙәр Вилен археографик комиссияһы («Йыйынтыҡ» «Сборник», III том, «Акттар», 6-сы һәм 10-сы томдар) халыҡҡа еткергән төньяҡ-көнбайыш крайы суд акттарынан күренә.
Литвалыларҙың алланы хөрмәтләүенең түбәндәге төп һыҙаттарын бүлеп күрһәтергә мөмкин:
Литва мифологияһы Викимилектә |