Үҙ атамаһы |
lietuviai |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: около 3,66 млн[21] | |
Тел | |
Дин |
христианство католицизм (большинство), протестантизм, православие |
Раса тибы | |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар | |
Этник төркөм | |
Килеп сығышы |
Литвалар (рус. Лито́вцы, лит. lietuviai, ед. лит. lietuvis) — балт халҡы, уларҙың ҙур өлөшө Литвала йәшәй.
Әлеге ваҡытта 3,2 миллион самаһы кеше үҙҙәрен литва милләтле тип һанай (шул иҫәптән литва телен белмәгән кешеләр ҙә). Уларҙың күбеһе Литвала йәшәй. Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы статистика буйынса департамент мәғлүмәттәре буйынса, литвалар Литва халҡының 84,6 % тәшкил иткән[22]
Литоваларҙың ҙур төркөмдәре АҠШ, Канада, һәм Шотландия Англия, Бразилия, Рәсәй дәүләттәрендә һәм элекке СССР-ҙың ҡайһы бер республикаларында йәшәй. Хәҙерге Литванан ситтә бер аҙ автохтон литва халҡы боронғо этник ерҙәрендә көн итә. Тәү сиратта ул — Белоруссияның Төньяҡ-көнбайышы (Витебск өлкәһенең Браслав районында Опса ауылы янында, Гродно өлкәһе Островец районындағы Гервяты ауылы, Гродно өлкәһе Воронов районындағы Пеляс ауылы һәм башҡалар), Латвияның көньяҡ-көнсығышы (барыһынан да алда Литва-Латвия сиге менән Даугава йылғаһы араһында) һәм Польшаның төньяҡ-көнсығышы (Пуньск ауылы, Подляс воеводалығында Сейны һәм Сувалки ҡалалары янында).
Рәсәйҙә йәшәүселәр:
Барыһы ла тиерлек — 99,6 % — урыҫ телен белгән.
Литвалар йәшәгән төбәктәр (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса):
Беҙҙең эраның XI—XIII быуаттарынан бирле ике балт этносы («литва»[23] һәм «жамойть») хәҙерге Урта Литва уйһыулығы һәм Балтик тауҙар теҙмәһе майҙандарын тотош тиерлек биләп йәшәгән. XIII—XVI быуатта литва ҡәүеменә литванан тыш ятвягтарҙың бер өлөшө[24], Жемайт ҡалҡыулығында йәшәгән Грунт ҡәберлектәре мәҙәниәтенең тотош ҡәбиләһе, сел, земгал һәм курш ҡәүемдәренең көньяҡ өлөштәре, шулай уҡ скальв, прустар һәм башҡа ҡайһы бер балт ҡәбиләләре ҡушылған.
2004 йылғы популяция генетиктарының генетик тикшеренеүҙәре (ике енескә лә әсәләренән күсә торған митохондриаль ДНК буйынса ла, шулай уҡ бары тик ир-ат яғы буйынса ғына нәҫелгә күсә торған Y-хромосома буйынса ла[25]) тарихи этнолингвистик территориаль төркөмдәр араһында генетик айырмалар булмауын күрһәтә, тикшеренеүселәр фекеренсә, был һуңғы мең йыллыҡта литва этносына берләшкән балт ҡәбиләләре араһында була алған айырмалар тулыһынса юҡҡа сыҡҡан тигәнде аңлата.
Шулай уҡ тикшеренеү авторҙары литвалар араһында һаҡланған диалект һәм этнографик айырмалар төбәк мәҙәни айырмаларын консервациялауға булышлыҡ иткән оҙайлы феодаль-крепостной осор һөҙөмтәһе булыуын билдәләй[26].
Икенсе яҡтан, Европа популяциялары контексында литвалар айырым урын алып тора, ләкин авторҙарҙың тикшеренеүе әсәнән ике енескә лә нәҫел буйынса күсә торған митохондриаль ДНК-һын тикшеренеүҙәре литваларҙың славян популяцияларына ла (поляктар һәм урыҫтар), фин-уғыр (эстондар һәм финдар) менән дә генетик яҡын туғанлығын күрһәтә, шулай уҡ был популяцияларҙың артыҡ ҙур булмаған географик яҡынлығын да сағылдыра, авторҙарҙың Y-хромосома (ир-аттар ДНК-һы) буйынса тикшеренеүҙәре литваларҙың фин-уғыр төркөмдәренә (эстондар һәм финдар) яҡыныраҡ икәнен күрһәткән[26].
Хәҙерге литвалар араһында ике төп этник төркөм — аукштайттар (аукштайтийҙар) һәм жемайттар (жемайтийҙар, иҫкесә — жмудь) бар, улар үҙ сиратында ваҡ этнографик төркөмдәргә бүленә. Аукштайттар араһынан көньяҡтыҡылар — дзуки (дзукийҙар) һәм Неман аръяғында йәшәүсе сувалкиҙар (сувалкийҙар, судувтар) айырым урын алып тора.
Жемайттар араһында шулай уҡ Кесе Литва (Клайпеда крайы) һәм хәҙерге Калининград өлкәһенең — кесе литвалар (летувинниктар) тип аталған өлөшө айырым урын тота[27]
Европала Туфан тураһында риүәйәт осраған аҙ һандағы халыҡтарҙың береһе[28].
XIV быуат аҙағына тиклем литваларҙың ата-бабалары күбеһенсә мәжүсиҙәр булып ҡалған, бер аҙ өлөшө православие динен тотҡан. Литва (Аукштайтия) 1387 йылда — католицизм ҡабул иткән, ә Жемайтия иһә унан да һуң — 1413 йылда сумдырылған (суҡындырыу йолаһы үткәрелгән). XVI—XVII быуаттарҙа Литва буйынса Реформация тулҡындары, һуңғараҡ контрреформация тулҡындары күҙәтелә, улар башлыса Литва аҡһөйәктәренә ҡағыла. Әлеге ваҡытта диндар литвалар күбеһенсә католицизм тота. Күпмелер протестант, православ һәм «яңы мәжүсиҙәр» (рус. неоязычники) бар. Православ традициялар, башлыса, юғалған, шул уҡ ваҡытта грек сығышлы исемдәр (Никодим, Поликарп һәм башҡалар) XX быуат уртаһына тиклем үк популяр булған әле.