Литосфера

Литосфера
Ҡайҙа өйрәнелә геология
 Литосфера Викимилектә
Ерҙең эске структураһы (масштаб иҫәпкә алынмаған)

Литосфе́ра ( грек. λίθος «таш» + σφαίρα «шар») — Ерҙең ҡаты тышлығы, астеносфераның Ер ҡабығынан һәм мантияның өҫкө өлөшөнән тора. Бында тау тоҡомдарының һығылмалылығы үҙгәреүен күрһәтеп,сейсмик тулҡындарҙың тиҙлеге кәмей. Литосфера төҙөлөшөндә хәрәкәтсән (йыйырсыҡлы бүлкәте) һәм сағыштырмаса тотороҡло платформалар бар [1]

Литосфераның блоктары — литосфера плиталары — сағыштырмаса һығылмалы астеносфера буйынса хәрәкәт итә. Был хәрәкәттәр геологияның Плиталар тектоникаһы тигән бүлегендә тасуирланған.

Континенттар һәм океандар аҫтында ер ҡабығы байтаҡҡа айырыла. Ер ҡабығы аҫтында континенттар аҫтында дөйөм ҡеүәте 80 км-ға тиклем еткән ултырма тау тоҡомдарынан, гранит һәм базальт ҡатламдарынан тора. Океан аҫтында ер ҡабығы өлөшләтә иреү һөҙөмтәһендә ярлыланған, башлыса дунит һәм гарцбургиттан тора, уның ҡалынлығы 5-10 км тәшкил итә, ә гранит ҡатламы бөтөнләй юҡ.

Литосфера ҡатламдарының билдәләү өсөн хәҙер иҫкергән сиаль тигән термин ҡулланылған, ул тау тоҡомдары төп элементы атамаларынан барлыҡҡа килгән - Si (лат. Silicium — кремний) һәм AL (лат. Aluminium — алюминий).

  1. Строение литосферы [1].
  • Строение литосферы [2]
  • Литосфера как элемент географической оболочки [3]