Логотип

Рус Википедияһының  тауар билдәһе
«His Master’s Voice»тың (1921) тауар билдәһе
Coca-Cola эсемлегенең тауар билдәһе
NASA дәүләт учреждениеһының тауар билдәһе
Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара  хәрәкәтенең идеограммалары
MTV телеканалының логотибы.  XXI быуаттың иң  билдәле  логотибы  тип табылған

Логотип (бор. грек. λόγος — һүҙ + τύπος — баҫма эҙ) — территориаль  берәмектәр, коммерция предприятиелары, ойошмалар һәм айырым кешеләр тарафынан социумда билдәлелекте һәм танылыуҙы арттырыу өсөн файҙаланыла торған график билдә, эмблема йәки символ. Логотип үҙе танытҡан заттың атамаһын стилләштерелгән хәрефтәр һәм/йәки идеограммалар рәүешендә кәүҙәләндерә. Логотиптар тауар билдәһе сифатында киң ҡулланыла.  

«Логотип» термины  XIX быуат  башында  типографикала барлыҡҡа килә һәм   «лигатура» терминының синонимы була, йәғни типография шрифтының ике йә өс хәрефен берләштерә.  XIX быуат  уртаһында  ҡабатлап йыйыу талап ителмәгәнтекслы  теләһә ҡайһы клишены логотип йөрөтә башлайҙар.  Мәҫәлән, гәзит атамаһы.

XX быуатта атаманың стилләштерелгән шрифтлы яҙмаһын йә шул рәүешле эшләнгән атаманың үҙен логотип тип атайҙар. 

Bass һыраһының график билдә — ҡыҙыл өсмөйөш — менән ҡатнаштырып эшләнгән шрифтлы тауар билдәһе  беренсе рәсми теркәлгән логотип була. Теркәү Британия Патент бюроһы тарафынан  1876 йылдың 1 ғинуарында  1-се һан аҫтында рәсмиләштерелә, әйткәндәй, Bass & Co компанияһының хужаһы мотлаҡ беренсе булыр өсөн Яңы йыл  байрамында төнө буйы  Патент бюроһының ишеге төбөн һаҡлап ултыра. Тауар билдәһе, логотибы, эсемлек үҙе лә әлегә тиклем йәшәй. Шулай уҡ  Coca-Cola (1886  йыл), Gebrüder Thonet (бөгөлгән ағастан мебель етештерә, 1859 йылда теркәлмәй эш башлай) тәүге логотиптар иҫәбенә инә. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөгөн бөтә донъяға билдәле  логотиптар профессиональ  рәссамдар йә  дизайнерҙар түгел, ә  компанияларҙың хужалары, ярҙамсылары, бухгалтерҙары, сәнғәткә, дизайнға ҡыҫылышы булмаған башҡа кешеләр тарафынан эшләнгән.

Сәнәғәт графикаһы  үҫешендә логотип  график тауар билдәләре, реквизиттар,  "фирма" декоры элементтары менән (мәҫәлән, раппорт менән) бергә тотороҡло комбинацияларҙа файҙаланыла башлай. Был тотороҡло комбинациялар "фирма блоктары" тип атала.

Ҡайһы берҙә логотип график тауар билдәһенән тыш ҡына   компанияның йә ойошманың төп идентификаторы булып тора. Мәҫәлән,  Toyota компанияһы  бер нисә тиҫтә йыл буйы  логотип ҡына ҡуллана (өс эллипстан торған график билдә  1989 йылдың октябрендә генә барлыҡҡа килә), Sony компанияһы ла шулай итә.  

Логотип —  компания йөҙөнөң мөһим өлөшө. Ул тәү сиратта компанияның баҙарҙа танылыуын тәьмин итә.   Логотиптар төрлө фирмаларҙың бер тармаҡтағы продукцияһын айырырға булышлыҡ итеү өсөн барлыҡҡа килә. Теркәлгән сауҙа маркаһы  компанияны намыҫһыҙ  конкуренциянан һаҡлай һәм хоҡуҡтарын судта яҡлау мөмкинлеген бирә.  Ҡулланыусы иһә абруйлы фирманың логотибын йә тауар билдәһен тауарҙың сифат гарантияһы  тип ҡабул итә. Билдәле  логотибы булмаған тауарҙарҙы noname тиҙәр.

Логотиптарҙың төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Шрифтлы бирелеш
  2. Фирма билдәһе  (график һыҙма)
  3. Фирма блогы —  фирма билдәһе менән  шрифтлы бирелеш ҡатнашмаһы.

Логотипҡа ҡуйылған талаптар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • иҫтә ҡалырлыҡ булыу
  • универсаллек
  • үҙенсәлеклелек
  • ассоциативлыҡ
  • сағыулыҡ
  • функционаллек
  • ҡыҫҡалыҡ
  • масштаблана алыу
  • төрлө саралар, шул иҫәптән иң ябай саралар менән дә эшләнә алыу.  

Логотиптың функциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Идеаль  логотип  6 төп функцияны башҡарырға тейеш:

  • фактик (йорттарҙағы табличкалар, офистарҙың алтаҡталары һ. б.);
  • экспрессив  (компанияның миссияһын хәбәр итеү);
  • референт (продукт тураһында мәғлүмәт биреү);
  • импрессив (ҡулланыусыға тәьҫир яһау);
  • шиғри  (хис уятыу, эстетик йоғонто яһау);
  • металингвистик (мәғлүмәт биреү коды: һүҙ йә символ аша ҡабул итеү).