Ломе

Ҡала
Ломе
франц. Lomé
Герб
Герб
Ил

Того

Регион

Диңгеҙ буйы өлкәһе

Координаталар

6°07′55″ с. ш. 1°13′22″ в. д.HGЯO

Мэр

Фоган Аденьон

Майҙаны

345 км²

Бейеклеге

5 м

Рәсми теле

 *

Халҡы

837 437[1] кеше (2010)

Тығыҙлығы

2174 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+0

Телефон коды

+228 221-08-30

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

togoport.tg  (фр.)

Ломе (Того)
Ломе
Ломе
Ломела 13-сө бульвар һәм төп баҙар.
Ломела пляж. IBIS ҡунаҡханаһы.
Ломела такси.

Ломе́ (франц. Lomé) — Того баш ҡалаһы, илдең административ һәм сәнәғәт үҙәге һәм төп порты. Ҡалала XVIII быуат аҙағында нигеҙ һалынған халыҡ йорто (франц. Maison du Peuple), конференциялар залы бар.

XIX быуатта ҡалаға эве халҡының балыҡсылар ауылы урынында нигеҙ һалынған һәм уның исемен мираҫ итеп алған. Атаманың беренсел формаһы Аломе, унда эве телендә ало — «алоэ», йәғни атама «алоэ араһындағы ауыл» тип аңлатыла. Икенсе фараз буйынса, уның нигеҙе lumé — «бәләкәй һаҙлыҡ» тип тәржемә ителә[2].

Тогоның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Гвинея ҡултығы яры буйында — Ҡолдар яры составына ингән территорияла урынлашҡан.

Ломе ҡалаһы тропик климат зонаһында урынлашҡан. Ямғырҙар миҙгеле апрелдән июнгә тиклем һәм сентябрҙән ноябргә тиклем дауам итә. Иң ямғырлы айҙар — июнь һәм октябрь. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 600—800 мм тәшкил итә[3]. Июндә һауаның сағыштырма дымлылығы — 80 %. Иң йылы ай — декабрь, уның уртаса температураһы 32 °C. Иң һалҡын ай — август айы, уның уртаса температураһы 27 °C тәшкил итә.

Ломе климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 40 37 39 38 40 38 37 31 36 28 37 37 40
Уртаса максимум, °C 31,7 32,3 32,5 32,1 31,3 29,6 28,2 28 29,1 30,4 31,6 31,6 30,7
Уртаса температура, °C 26,8 28 28,2 28,1 27,3 26 25,1 24,8 25,5 26,4 27,2 26,9 26,6
Уртаса минимум, °C 22,5 24 24,5 24,4 23,5 22,8 22,5 22,3 22,5 22,8 22,9 21,5 23,1
Абсолют минимум, °C 16 17 17 17 20 18 18 18 20 20 15 16 15
Яуым-төшөм нормаһы, мм 9 22 53 95 149 249 93 32 65 70 25 9 871
Температура воды, °C 27 27 28 28 28 26 24 22 23 25 27 27 26
Сығанаҡ: Lome, Togo. Travel Weather Averages (ингл.). Weatherbase.com. Дата обращения: 15 март 2013. Архивировано 16 март 2013 года.
LOME - météo, climat, températures (фр.). Levoyageur.net. Дата обращения: 15 март 2013. Архивировано 16 март 2013 года. 2015 йыл 9 декабрь архивланған.
Klima Togo, Lomé - Klimadiagramm, Klimatabelle (нем.). Wetterkontor.de. Дата обращения: 16 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.

XVIII быуатта эве халҡы тарафынан торамаға нигеҙ һалған. 1882 йылда ағалы-ҡустылы Чик һәм Октавиан Олимпиу тарафынан Ломела сауҙа фирмаһы төҙөлә, һөҙөмтәлә ҡала (ул ваҡытта Бей-Бич ауылы) мөһим сауҙа үҙәгенә әүерелә.

1884 йылда ҡаланы немецтар баҫып ала һәм Тоголенд колонияһы составына индерә. 1897 йылда Ломеға Германия колониаль хакимиәте күсеп килә, ҡала колонияның сауҙа-транспорт үҙәгенә әүерелә.

1904 йылда Ломела беренсе причал төҙөлә. Уның иҫке өлөшөндә колониаль стилдә төҙөлгән йорттар һаҡланған (мәҫәлән, колониаль хакимиәт бинаһы, неоготик стилдәге собор).

1905 йылда Ломела Тоголендтың беренсе тимер юлының вокзалы төҙөлгән.

1914 йылда Беренсе донъя һуғышы барышында француз армияһы тарафынан ҡулға алына. Һуғыш тамамланғандан һуң, Франция Тогоның көнсығыш өлөшө менән идара итеүгә Милләттәр лигаһы мандатын алғас, ҡала Франция Тогоһы составына инә. XX быуаттың икенсе яртыһында ҡала тиҙ үҫешә башлай. 1950 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡалала 30 мең кеше йәшәгән. 1960 йылда Того бойондороҡһоҙлоҡ ала, ә ул ваҡытҡа 80 мең кеше йәшәгән Ломе уның баш ҡалаһына әйләнә.

1975 йылда ҡалала Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан илдәре менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр төҙөү маҡсатында Ломе конвенцияларына ҡул ҡуйыла.

Гана менән Того сигендә урынлашҡан Афлао мнән конурбация барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә ҡала бер нисә тапҡырға ҙурайған.

Ломе Тогоның сәйәси үҙәге булып тора. Ҡалала президент резиденцияһы һәм ил хөкүмәте, шулай уҡ илдең закондар сығарыу органы — Милли Ассамблея урынлашҡан.

Иҡтисад һәм транспорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ломе Тоголендтың баш ҡалаһына әйләнгәс, ҡалала ҙур предприятиелар төҙөлөшө башлана, причал төҙөлә, уның һөҙөмтәһендә сеймал экспорты мөмкинлеге булдырыла. 1960 йылдарҙа Ломе портын яңыртыу башлана. 1968 йылда тәрән һыулы гавань төҙөлгән, уның иҫәбенә порт ҡеүәте йылына 3 000 000 тоннаға тиклем арттырылған.

Ҡала Мали, Буркина-Фасо һәм Нигер менән импорт һәм экспорт сауҙалары алып барыла. Ломеға фосфат, какао, кофе, копра, мамыҡ, пальма ядролары оҙатыла. Унда илдең мөһим сәнәғәт предприятиелары — металлургия һәм нефть эшкәртеү заводтары, йылылыҡ электр станцияһы урынлашҡан.

Мото-такси йәмәғәт транспортының төп төрө булып тора. Ҡала Палиме, Сокоде һәм Анехо менән тимер юлдар менән бәйле.

Ҡаланан 6 километр алыҫлыҡта Ломе-Токуэн халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан.

  • Гёте исемендәге институт.
  • Ломе институты (1965 йылда асылған, 1970 йылға тиклем — Бенин институты).
  • Архитектура һәм дәүләт училищелары.
  • Панафриканизм инструкторҙар үҙәге.
  • Техник гимназия.

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Того милли музейы. Музей фондтарында Того тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйле экспонаттар күрһәтелә.
  • Милли китапхана.
  • Гвиней ҡултығы халыҡ-ара музейы (франц. Musée International du Golfe de Guinée).
  • Того Бойондороҡһоҙлоғо монументы.
  • Губернатор һарайы.
  • Губернаторский дворец.
  • Иисус Йөрәге соборы. Бина неоготик стилендә төҙөлгән.
  • «Республика бульвары» — Атлантик океан яр буйында урынлашҡан бульвар.
  • «Ҙур баҙар» — ҡаланың иң ҙур баҙары.
  • Һөнәрселек баҙары.
Ломела футбол

Тогола футбол буйынса чемпионатта ҡатнашҡан 18 команданың бишәүһе Ломела урынлашҡан[4]: «Дуанес», «Динамик Тоголе», «Того-Порт», «Этуаль Филанте» һәм «Агаза». «Этуаль Филанте» — Ломеның иң титуллы клубы булып тора, ул 7 тапҡыр милли чемпионатта еңгән һәм ике тапҡыр Того кубогын яулаған[5][6].

30 мең кеше һыйҙырышлы «Кегуе» Ломела иң ҙур стадион булып тора. Стадионда Того милли йыйылма командаһы матчтары үтә[7]. Шулай уҡ Ломела «Оскар Энтони», «Агое-Нуиве» һәм «Генерал Эйадема» стадиондары урынлашҡан.

  1. GeoHive — Togo population statistics. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 1 июль 2016 года.
  2. Поспелов, 2002, с. 245—246
  3. Того на сайте «Geoman.ru». Дата обращения: 14 март 2013. Архивировано 15 март 2013 года.
  4. Togo 2013 (ингл.). Rsssf.com. Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано 13 май 2013 года.
  5. Togo — List of Champions (ингл.). Rsssf.com. Дата обращения: 11 май 2913. Архивировано 13 май 2013 года.
  6. Togo — List of Cup Winners (ингл.). Rsssf.com. Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано 13 май 2013 года.
  7. Стадион «Кегуе». Soccerway.com. Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано 13 май 2013 года.
  8. Stadt Duisburg — Figures/Data/Facts (ингл.). Дата обращения: 10 март 2013. Архивировано 16 март 2013 года.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.