Лопе де Вега

Лопе де Вега
исп. Lope de Vega
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Испания[2]
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Félix Lope de Vega Carpio
Вторая фамилия в испанском имени Carpio[d]
Ҡушамат Monstruo de la Naturaleza һәм Fénix de los ingenios
Тыуған көнө 25 ноябрь 1562[3][1][4][…]
Тыуған урыны Мадрид, Королевство Кастилия и Леон[d][5][4][3][…]
Дата крещения 6 декабрь 1562
Вафат булған көнө 27 август 1635({{padleft:1635|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[5][1][4][…] (72 йәш)
Вафат булған урыны Мадрид, Королевство Кастилия и Леон[d][5][6]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе скарлатина[d]
Хәләл ефете Хуана де Гуардо[d] һәм Изабель де Альдерете и Урбина[d]
Балалары Sor Marcela de San Felix[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Испан теле
Һөнәр төрө драматург, шағир, яҙыусы, тәржемәсе, католический священник
Уҡыу йорто Университет Алькалы[d]
Сәнғәт йүнәлеше Золотой век Испании[d] һәм литература барокко[d]
Ойошма ағзаһы Congregation of Secular Priests of Saint Peter the Apostle[d]
Жанр шиғриәт һәм Театр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображение памятной доски
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Lope de Vega
 Лопе де Вега Викимилектә

Феликс Лопе де Вега (исп. Lope de Vega; тулы исеме — Фе́ликс Ло́пе де Ве́га һәм Ка́рпио, исп. Félix Lope de Vega y Carpio; 25 ноябрь 1562(15621125), Мадрид27 август 1635, шунда уҡ) — испан драматургы, шағир һәм прозаик, Испания алтын быуатының күренекле вәкиле. 2000 яҡын пьеса авторы, шуларҙан беҙҙең көндәргә тиклем 426 пьесаһы һәм 3000 самаһы сонеты килеп еткән.

Лопе де Вега алтын менән сигеүсе-һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Иртә йәшенән ижади һәләткә эйә була (10 йәшендә Клавдиандың «Похищение Прозерпины» әҫәрен шиғырҙа тәржемә итә). Алькале- де-Энареста университетта уҡый. Романстары шунда уҡ билдәлелек ала: уларҙа, башҡа жанрҙарҙа кеүек, Лопе үҙенең эстетик идеалының кәүҙәләнешен күрә, уға ярашлы, Тәбиғәт һәр саҡ Сәнғәттән юғары торорға тейеш.

Ләкин уға университетты тамамларға насип булмай. Уны кире ҡаҡҡан һөйгәненең ғаиләһенә сатира өсөн 10 йылға Мадридтан ҡыуылыуға хөкөм ителә. Быға ҡарамаҫтан, Лопе яңы һөйгәнен урларға һәм уға йәшерен өйләнер өсөн баш ҡалаға ҡайта. Был тарих Лопе де Веганың иң юғары ижад емешендә — диалогик «Доротея» романында сағыла (1634), уны ижад иткәндә драматург Жорже Феррейра де Вашконселуштың прозалағы «Эуфрозина» комедияһынан илһам ала.

1588 йылда «Еңелмәҫ армада» походында ҡатнаша, ул еңелгәндән һуңВаленсияла урынлаша, унда ғаиләһенә ярҙам итеү өсөн драматик әҫәрҙәр ижад итә

Герцог Альбаның (1590), маркиз Малвпиктың (1596) һәм герцог Лемосскийҙың (1598) секретары була. Был осорға уның драма ижадының сәскә атыуы тура килә. Лопе де Вега театрлаштырылған байрам тантаналарын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Батша һарайында йәшәүе, үҙенең һәм уға билдәле булған кешеләрҙең мөхәббәт хистәре, беренсе ҡатыны Исабель де Урбина вафат булғас, яҙыусының кисерештәре, (1594), уның пастораль «Аркадия» (1598) романы сюжетының нигеҙенә ята.

1598 йылда Лопе де Вега бай сауҙагәр Хуане де Гуардоның ҡыҙына өйләнә. Әммә 1599—1608 йылдар дауамында тормошонда төп урынды актриса Микаэла де Лухан (Лопе шиғырҙарында һәм прозаһында — Камила Лусинда) биләй. Етди рухи көрсөк осоронда Лопе был бәйләнеште өҙә.

1609 йылда ул инквизацияның ирекле хеҙмәтсеһе була һәм amiliar del Santo oficio de la Inquisición исемен ала. Яҙыусының күңел торошо бер-бер артлы вафат булған яратҡан улы Феликс (1612), ҡатын (1613), ә аҙаҡ — Микаэланың үлемдәре менән ауырлаша. Быға дәлил булып 1614 йылда нәшер ителгән — «Священные стихи» йыйынтығы тора.

1616 йылда Лопе һуңғы мөхәббәтен — егерме йәшлек Марта де Неваресты осрата, уға проза һәм шиғырҙарында төрлө исем аҫтында дан йырлай (Амарилис, Марсия Леонарда) һәм уға үҙенең иң яҡшы комедияларының береһе — «Валенсианская вдова» әҫәрен (1604, 1616—1618 эшкәртелгән), шулай уҡ «Пиключения Дианы» (1621), «Мученик чести», «Благоразумная месть», «Гусман Смелый» новеллаларын арнай. Лопе тормошоноң һуңғы йылдары — шәхси һәләкәттәрҙең сиратлашыуы: 1632 йылдың мартында аңын юғалтҡан һәм һуҡырайған һәм Марта вафат була, һәм шул уҡ йылда диңгеҙ походында Лопеның улы һәләк була, ә уның ҡыҙын һөйәркәһе урлай. Әммә Лопеның ижади эшмәкәрлеге бер көнгә лә туҡтамай.

Лопе де Вега 2000-дән ашыу пьеса ижад итә, беҙҙең көндәргә тиклем 426 пьесаһы һаҡланған. Тормошта ла сая Лопе, испан драматургияһы традицияларына ла ҡулыг һуҙа — шул саҡта ҡабул ителгән урын, ваҡыт һәм хәрәкәт берҙәмлеге принцибынан баш тартып, тик һуңғыһын ғына һаҡлап алып ҡала, һәм үҙенең пьесаларында комик һәм трагик элементтарҙы ҡыйыу берләштерә, шулай итеп испан драмаһының классик тибын булдыра.

Лопе де Вега пьесалары төрлө темаларға ҡағыла: ватан һәм сит ил тарихынан социаль-сәйәси драмалар (мәҫәлән, Лжедмитрий тураһында «Великий герцог Московский» пьесаһы), тарихи йылъяҙмалар («Доблестный кордовец Педро Карбонеро»), мөхәббәт тарихтары («Собака на сене», «Девушка с кувшином», «Учитель танцев»).

Лопе драмаларында тарихи ҡатлам ҙур. Улар араһында «Последний готский король», «Граф Фернан Гонсалес», «Зубцы стен Торо», «Юность Бернард дель Карпио», «Незаконный сын Мударра» һ. б., нигеҙендә халыҡ романстары һәм «Песнь о моём Сиде» булған пьесалары.

Тышҡы видеофайлдар
Видео песни на стихи Лопе де Веги
Песня на стихотворение "Одиночеством к людям гонимый..." (Тимур Миргалимов)

Лопе де Вега үҙенең күп һанлы комедияларында («шпага һәм плащ» комедияһы «Учитель танцев», «Собака на сене») яҙыусының комик таланты күренә. Уның комедиялары сағыу, йыш ҡына плакат күңелллелек менән һуғарылған. Айырым роль хеҙмәтселәргә бирелә, уларҙың тарихы пьесаларҙың параллель интригаһын барлыҡҡа килтерә. Йор һүҙле, мәрәкәсел, мәҡәл һәм әйтемдәрдәр ҡулланған хеҙмәтселәр күп осраҡта әҫәрҙең комик стихияһы үҙәге булып тора, был юҫыҡта Лопе де Вега Мольерҙан һәм «Севильский цирюльник» авторы — Бомаршенан юғарыраҡ тора.

  • Валенсианская вдова / La viuda valenciana
  • Глупая для других, умная для себя / La boba para los otros y discreta para sí
  • Девушка с кувшином / La moza de cántaro
  • Дурочка / La dama boba
  • Звезда Севильи / La estrella de Sevilla
  • Изобретательная влюблённая / La discreta enamorada
  • Крестьянка из Хетафе / La villana de Getafe
  • Лучший мэр — король / El mejor alcalde, el rey
  • Овечий источник / Fuenteovejuna (Фуэнте Овехуна)— по пьесе создан балет «Лауренсия»
  • Периваньес и командор Оканьи / Peribáñez y el comendador de Ocaña
  • Собака на сене / El perro del hortelano
  • Уехавший остался дома
  • Учитель танцев / El maestro de danzar
  • 1952 — «Учитель танцев»
  • 1977 — «Собака на сене»
  • 1996 — «Собака на сене»
  • 2006 — «Дурочка»
  • 2015 — Министерство времени

Драматург биографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2010 — «Лопе де Вега: соблазнитель и Распутник»
  • испан фантастик сериалдың 1-се миҙгеленең 2-се серияһы «Министерство времени» Лопе де Вегаға арналған

1932 йылда Мадрид муниципалитеты йыл һайын бирелә торған театр «Лопе де Вега премияһы» булдыра.

  • Дом-музей Лопе де Веги
  • Сюзанн Варга. Лопе де Вега / перевод с фр.: Юлия Розенберг. — М.: Молодая гвардия, 2008. — 392 с. — (Жизнь замечательных людей, выпуск 1349 (1149)). — 5000 экз. — ISBN 978-5-235-03135-7.

Статья основана на материалах Литературной энциклопедии 1929—1939.