Лоре́нцо ди Пьеро де Ме́дичи «Күркәм» (итал. Lorenzo di Piero de Medici il Magnifico; 1 ғинуар 1449, Флоренция — 8 апрель 1492, Флоренция) — Флоренция дәүләт эшмәкәре, Яңырыу дәүере Флоренция республикаһының башлығы, фән һәм сәнғәттәр ҡурсалаусыһы, шағир.
Пьеро ди Козимо Медичи һәм уның ҡатыны Лукреция Торнабуониның улы. 1469 йылда атаһы вафат булғандан һуң егерме йәшендә Флоренция республикаһының башлығы булып киткән. Әммә 1470 йылдың яҙында уҡ ҡоралланған оппозицияға юлыҡҡан. Уның атаһы тарафынан Флоренциянан ҡыуылған Бернардо Нарди ҡоралланған отряд башында республикаға үтеп ингән һәм Флоренцияның үҙенә үтеп инергә ниәтләп Пратоны биләгән. Лоренцоның бәхетенә күрә, Прато ҡалаһының башлығы Чезаре Петруччи етәкселегендәге урындағы ополчениеһы Нардиҙы һәм уның ярандарын әсиргә алған. Петруччиҙың фарманына ярашлы, боласыларҙың етәкселәре Пратоны ҡала майҙанында аҫылғандар.
1478 йылда ул уның ҡустыһы Джулианоның ғүмерен алған Франческо Пацци башлығындағы һәм Рим папаһы Сикст IV менән Пиза архиепископы булышлығындағы заговорҙы асҡан. Нәфрәтле папа Медичиҙың ҡулына ала алған барлыҡ милкен конфискацияланған, Медичи банкының Римдәге концессияһын япҡан, Лоренцоны һәм Флоренцияның бөтә хөкүмәтен сиркәүҙән ситләткән һәм һуңынан ситләтеүҙе барлыҡ ҡалаға һалған. Аҙаҡ папа Неаполь короле Фердинанд I менән килешкән, уның улы Альфонсо Флоренцияға һөжүм иткән. Һуғыш ике йыл дауам иткән, әммә ҙур алыштар менән ул билдәләнмәгән. Папаның һәм Неаполь короленең ғәскәрҙәре барлығы бер нисә еңеүгә өлгәшкән, сөнки флоренциялыларға тик үҙ көстәренә таянырға тура килгән: венециялылар ҙа, миланлылар ҙа уларға ярҙамға килмәгән. Шул ваҡытта Лоренцо Неаполь короле менән һөйләшеүҙәр башлаған. Фердинанд уны хөрмәт менән ҡабул итә. Солох төҙөлгән һәм Флоренция бөтә үҙенең биләмәләрен һаҡлап ҡалған. Папа менән һуғыш тағы бер ни тиклем дауам иткән. Был ваҡытта ғосмандар Отранто ҡалаһын яулап алғандар һәм уларҙан хәүефләнеп папа Сикст IV итальяндарға тик дөйөм көскә берләшеп кенә ғосмандарҙы Италиянан ҡыуып буласағын аңлаған. Бынан башҡа папаға Лоренцоның Франция короле менән союзға инергә ниәтләүе тураһында имеш-мимештәр килеп еткән, шунлыҡтан Сикст IV Флоренцияның илселәрен ихлас ҡабул иткән. 1480 йылдың 3 декабрендә солох төҙөлгән, уға ярашлы Италияға инеп Отрантоны яулап алған ғосмандарға ҡаршы һуғыш өсөн Флоренция 15 галераны әҙерләп ебәрергә тейеш булған.
Шулай итеп Лоренцоның күпкә артҡан популярлығы уға идара итеүҙең республика системаһын көсһөҙләндерергә һәм дәүләт ҡоролошона үҙе теләгән үҙгәртеүҙәр индерергә мөмкинлек биргән. Хәҙер барлыҡ эштәрҙе атҡарыу Лоренцо сәйәсәтен алып барған етмеш граждандар советына йөкмәтелгән. Айырым әйткәндә совет бөтә вазифаларҙы тәғәйенләгән, финансҡа хужа булған һәм Лоренцоға дәүләт аҡсаларын биреп уның барлыҡ теләктәрен үтәгән. Дәүләт бурыстары арта барған. Һуңға ҡарай дәүләт ҡаҙнаһы Лоренцоның шәхси милке тиерлек булып киткән, ә Флоренция республикаһы тик атамаһы буйынса ҡалған — фактик рәүештә Лоренцо суверен монарх власына эйә булған.
Лоренцоның ғүмеренә һәм именлегенә янау «ғали йәнәптәрен фашлау» булараҡ ҡаралған һәм быға ҡаты яза бирелгән. Шулай ҙа Лоренцо үҙенең сикһеҙ власын башлыса дәүләттең ҙур файҙаһына һәм данына ҡулланған.
Лоренцо ижтимағи аҡсаларҙы урта ҡатламдың хуплауына таянырға һәм фәлсәфәгә, әҙәбиәткә, скульптура һәм һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итеү өсөн файҙаланған. Уның патронажы аҫтында булған Кареджи академияһы (ағзалары араһында Марсилио Фичино, Джованни Пико делла Мирандола һәм Анджело Полициано) бөтә Европа буйлап неоплатонизм төшөнсәһен таратыусы үҙәккә әйләнгән. Шул ваҡытта Флоренцияла Сандро Боттичелли һәм Микеланджело Буонарроти үҙ шедеврҙарын төшөргәндәр. Италияның ҡала-дәүләттәрендә сәйәси тигеҙлекте һаҡларға теләп, Флоренция Яңырыуының ыңғай миҫалы Римгә, Венецияға, Миланға һәм Неаполгә таралһын өсөн Лоренцо үҙенең бар көсөн һалған. Лоренцо Медичи идара итеү дәүерендә Флоренция мәҙәни һәм иҡтисади сәскә атыуға ирешкән. Уның аҡылы һәм хәрби уңыштары арҡаһында, дәүләт хәүефһеҙлегенә эйә булған.
Лоренцо ҙур китап коллекцияһын туплаған, аҙаҡ ул Лаурециана йәки Медичи китапханаһы булып киткән. Шулай уҡ халыҡ мотивтарын ҡулланып ул шиғырҙар яҙған.
Әүҙем тормош рәүешен алып барған: рыцарҙәр турнирҙарын һәм уйындарын, һунар итеүҙе яратҡан, әммә подагра менән сирләгән; һуңға ҡарай был ауырыу шул тиклем көсәйгән, хатта ул шәхси рәүештә дәүләт эштәре менән шөғөлләнеүҙән туҡтай, ҡала ситендәге һарайҙарҙа йәшәгән йәғни минераль һыуҙарға дауаланырға йөрөгән. Хәҙер уның яратҡан йәмәғәте ғалимдар булған. Үлем килеүен һиҙеп, ул үҙенә билдәле рухани Джироламо Савонароланы саҡырған, ул был ваҡытта Флоренцияның Изге Марка доминика монастырында настоятель булған. Лоренцоның биографтары буйынса, Савонарола уны тыңлағандан һуң уға Флоренция халҡына иректе ҡайтарырға һәм законлы хужаларға барлыҡ ғәҙелһеҙ алынған милекте ҡайтарырға өгөтләгән; Лоренцо быға риза булмағас, Савонарола үлеп барыусыға гөнаһтарын ебәреү мөмкинлеген бирмәй киткән. 1492 йыл башында Лоренцоның сире хәүефле булып киткән. 1492 йылдың апреленең 8-нән 9-на ҡарай ул үҙенең Кареджилағы ҡала ситендәге һарайҙа вафат булған. Үҙенең ҡустыһы Джулиано янында Медичи капеллаһында ерләнгән. Флоренциялылар Лоренцоның үлеүенә бик ҡайғырғандар. Итальян дәүләт башлыҡтары республика граждандарына ҡайғыларын уртаҡлашыуҙы белдереп Флоренцияға үҙ илселәрен ебәргәндәр.
Лоренцо Медици 1469 йылдың 4 июнендә Клариче Орсини менән никахлашҡан. Балалары:
Үҙенең үлтерелгән ҡустыһы Джулиандың бастардын тәрбиәләгән, ул Рим папаһы Климент VII булып киткән. Музой стихов Лоренцо была его платоническая любовь — Лукреция Донати.
Һинең әле сәскә атҡан ғына мәлең, Ғүмер үтә-китә, шуны һин бел. Ышанма табырыңа ғәмәл-әмәлен, Ҡалһаң икән, тип йәшлектә гел. Иртәгәгә ҡарап һис алданма, Бөгөнгөнән берүк мәхрүм ҡалма. Ләззәт тәмен бына хәҙер таты, Һуңға ҡалма, ашыҡ, йәше-ҡарты. Дан йырлайыҡ Һеҙгә, Вакх, Амур! Ҡайғы-ғәм белмәҫ һеҙҙән йәм табыр. Ҡойолмаһын йөҙҙәреңдән һөмһөр, Йәшлек бер генә тип, уйна ла көл! Яҙмыш алдында беҙ мәңге көсһөҙ, Оҡшай икән, йәшәй бир, әйҙә, ғәмһеҙ. Ни булһа ла булыр, үтер ғүмер, Алда өмөт уты яныр-һүнер.
Лоренцо Медичи 1992 йылғы Италияның почта маркаһында һүрәтләнгән.
Лоренцо Медичи Викимилектә |