Ҡалып:НП-США Лоуэлл — Мидлсекс округында урынлашҡан ҡала, Массачусетс штаты, АҠШ. 2014 йылда халыҡ һаны 109 645 кеше була.[1] Ҙурлығы буйынса штатта дүртенсе ҡала. Мидлсекс округының төньяҡ өлөшөндә административ үҙәктәрҙең береһе булып тора.
1820 йылдарҙа Мерримак йылғаһында Бостондан төньяҡ-көнбайышта күрше Челмсфорд ерендә туҡыу сәнәғәтенең үҙәге тип ҡала нигеҙе һалына. XIX быуатта тиҙ үҫешкән сәнәғәт үҙәге була һәм күп эшселәрҙе - иммигранттарҙы үҙенә йәлеп итә.
1850 йылдарға Лоуэллала АҠШ - тың иң ҙур сәнәғәт комплекстарының береһе урынлаша.Еңел сәнәғәте Көньяҡ Америкала үҫтерелгән хлопокты эшкәртә. 1860 йылда, 11 штатты бергә алғанда ла, бында мамыҡ туҡыма күберәк етештерелә. Был штаттар аҙаҡтан Америка Конфедератив штаттарына берләшә.. Беренсе донъя һуғышының ваҡытына Лоуэлл үҙенең иҡтисади һәм демографик өлгәшеүенең сигенә барып етә — халыҡ һаны 110 000 кешегә тәшкил итә.
1970 йылдарҙа Wang Laboratories штаб - фатиры урынлашҡан ҡала булыу сәбәпле Лоуэлл Массачусетс иҡтисади мөғжизәнең өлөшө була.