УЕФА-ның 4-се категориялы стадионы, 2017 йыл Ҡалып:Rating UEFA | |
Тулы исеме |
Лужники олимпия комплексының ҙур спорт аренаһы |
---|---|
Урынлашыуы | |
Нигеҙләнгән |
1955 йыл |
Төҙөлгән |
1956 йыл |
Асылған |
31 июль 1956 йыл |
Реконструкцияланған |
1996—1997 |
Милексе | |
Һыйҙырылышлығы |
76 880[1] |
Өйҙәге команда | |
Майҙан размеры |
105×68 м |
Япма | |
Сайт | |
«Лужники» Викимилектә |
Лужники олимпия комплексының ҙур спорт аренаһы (рус. Больша́я спорти́вная аре́на олимпи́йского ко́мплекса «Лужники́») (1992 йылға тиклем — Владимир Ленин исемендәге Үҙәк стадиондың Ҙур спорт аренаһы) — Мәскәү стадионы, «Лужники» спорт комплексының үҙәк өлөшө, Воробьёвы горы ҡалҡыулығы эргәһендә урынлашҡан. Рекордлы ваҡытта — 450 көндә (1 йыл һәм 85 көн) төҙөлгән. 1956 йылдың 31 июлендә РСФСР һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы йыйылма командалары араһында иптәштәрсә футбол матчы менән асыла. 1956 йылдың йәйендә спорт комплексында СССР халыҡтарының Беренсе Спартакиадаһы, ә бер йылдан һуң VI Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале үтә. 2017 йылда үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, 81 мең кешене һыйҙыра һәм Рәсәйҙең иң ҙур стадионы булып тора. Шулай уҡ «Лужники» стадионы — Көнсығыш Европала иң ҙур стадионы һәм һыйҙырышлылығы буйынса Европаның иң яҡшы ун футбол стадионы иҫәбенә инә. Дөйөм майҙаны — 221 мең м². Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты ваҡытында «Лужники» стадионы илдең төп футбол аренаһы була[2].
1954 йылдың 23 декабрендә СССР Министрҙар Советы Лужникиҙа «Ҙур Мәскәү стадионы» төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. «Владимир Ленин исемендәге Үҙәк стадион» спорт комплексы составында Ҙур спорт аренаһын проектлау 1955 йылдың ғинуарында башлана. Проектты 90 көн эсендә архитекторҙар Александр Власов, Игорь Рожин, Николай Уллас, Александр Хряков, шулай уҡ инженерҙар Всеволод Насонов, Николай Резников, Василий Поликарпов етәкселегендәге авторҙар коллективы тамамлай[3]. Төҙөлөш 1955 йылдың апрелендә башлана. Төҙөлөш менән КПСС-тың Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары Екатерина Фурцева етәкселек итә[4][5][6].
Буласаҡ спорт комплексы урынында бөтә биналар[7], шул иҫәптән XVIII быуат архитектура ҡомартҡыһы Тихвин сиркәүе[8] һүтелә, 8000 кеше яңы йорттарға күсерелә. Спорт комплексы рекордлы ваҡытта — 450 көн эсендә төҙөлә һәм 160 гектар майҙанды биләй. 1956 йылдың 31 июлендә асыла һәм СССР-ҙа рационализм принциптары буйынса эшләнгән беренсе күләмле йәмәғәт комплексы проекты була. Ул ваҡытта яңы стадиондың һыйҙырышлығы яҡынса 101 мең урын тәшкил итә, тамашасылар өсөн ағас эскәмйәләр ҡуйыла[9][10].
1976—1979 йылдарҙа, Олимпиада алдынан, спорт комплексы тәүге тапҡыр ремонтлана. Дүрт яҡтыртыу башняһы ҡуйыла. Арена аҫтында судьялар өсөн махсус бүлмәләр, матбуғат үҙәге, шулай уҡ спортсылар өсөн пункттар булдырыла. Шул уҡ ваҡытта трибуналарҙың һыйҙырышлығы 96 мең урынға тиклем кәметелә[6][7]. 1980 йылда стадион йәйге Олимпия уйындарының төп аренаһы була[11].
XXII Олимпиада уйындары 1980 йылдың 19 июлендә асыла. Милли олимпия командалары традицион ҡаршы алыу маршы аҫтынданда стадиондың йүгереү юлынан бер-бер артлы үтә. Бойкотҡа ителеүгә ҡарамаҫтан килгән Олимпия комитеты рәйесе лорд Килланин спортсыларға рәхмәт белдерә. Һуңынан Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының Генераль секретары, СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Брежнев Леонид Ильич XXII йәйге Олимпия уйындарын асыҡ тип иғлан итә.
XXII Олимпиада уйындарын ябыу тантанаһы 3 августа үтә. Аҡ олимпия флагы олимпия гимны башҡарыуында әкренләп төшөрөлә. Экранда Олимпиада-80 символы булған Айыу образы күренә. «Хәйерле юл!» тигән яҙыу барлыҡҡа килә, Айыуҙың күҙендә күҙ йәштәре күренә.
2013 йылда арена реконструкцияға ябыла.
2018 йылда арена футбол буйынса чемпионат өсөн капиталь ремонтлана, сөнки чемпионаттың төп үткәреү урыны тип билдәләнә[12]. Хатта, майҙаны 221 мең м² һәм һыйҙырышлығы 90 мең тамашасыны ҡабул итерлек булһын өсөн, спорт аренаһын һүтеү һәм тулыһынса реконструкциялау варианты ла ҡарала[13]. Һөҙөмтәлә, тарихи ҡиәфәтен һаҡлап, булған бинаны яңыртыу һәм киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[10][14]. Проектлаусылар коллективын Мәскәүҙең баш архитекторы Сергей Кузнецов етәкләй.
Яңыртылған аренаның майҙаны 221 мең м²-ға етә, трибуна аҫтындағы биналар арауығы 85,5 мең м²-ҙан 181 мең м²-ға тиклем арта. Стадиондың дөйөм һыйҙырышлығы — 81 мең урын.
Яңы асылған стадион тик футбол өсөн генә тәғәйенләнә — йүгереү юлдары һәм еңел атлетика буйынса ярыштар үткәреү майҙаны бөтөрөлә. Мәскәү төҙөлөш идаралығы начальнигы Андрей Бочкарев мәғлүмәттәре буйынса, ремонт эштәренең дөйөм хаҡы 26,6 млрд һум тәшкил итә[15].
Аренала инвалид көйәрмәндәр өсөн айырым урындар булдырыла[16]. Реконструкция һәм донъя чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса ФИФА «Лужники» стадионын донъяның иң яҡшы аренаһы тип таный.
Стадион 2017 йылдың 11 ноябрендә Рәсәй йыйылма командаһы менән Аргентина йыйылма командаһы араһындағы матч менән асыла, ул 0:1 иҫәбе менән тамамлана[17]. Асыу тантанаһында футболсылар Лионель Месси, Анхель Ди Мария, Хавьер Маскерано һәм Пауло Дибала ҡатнаша. Спорт министры Виталий Мутко билдәләүенсә, Мессиҙың ҡатнашыуы контрактта ҡаралған[18]. Матчҡа билеттар 25 октябрҙә һатыуға сығарыла[19], һәм ике көндән һуң 30 000 билет һатыла[20]. Журналистар билдәләүенсә, матч башына стадионға яҡынса 77 мең билет һатыла[21][22].
2018 йылда Рәсәйҙә үткән донъя чемпионаты ваҡытында «Лужники» стадионы илдең төп футбол аренаһы була. 2018 йылдың йәйендә стадионда ете матч үтә — дүрт төркөм этабы, 1/8 финал матчы, ярымфинал матчтарының береһе һәм финал матчы[23]. «Лужники» стадионында 2018 йылғы донъя чемпионаты матчтары мәғлүмәттәре ФИФА-ның рәсми сайтына ярашлы таблицала бирелә[24]:
Дата | Ваҡыт | Команда № 1 | Иҫәп | Команда № 2 |
---|---|---|---|---|
14 июнь 2018 | (MSK, UTC+3) |
Рәсәй | 5:0 | Сәғүд Ғәрәбстаны |
17 июнь 2018 | (MSK, UTC+3) |
Германия | 0:1 | Мексика |
20 июнь 2018 | (MSK, UTC+3) |
Португалия | 1:0 | Марокко |
26 июнь 2018 | (MSK, UTC+3) |
Дания | 0:0 | Франция |
1 июль 2018 | (MSK, UTC+3) |
Испания | 1:1 (пенальти 3:4) | Рәсәй |
11 июль 2018 | (MSK, UTC+3) |
Англия | 1:2 (доп. время) | Хорватия |
15 июль 2018 | (MSK, UTC+3) |
Франция | 4:2 | Хорватия |
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "luzhniki" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.