Луи де Фюнес

Луи де Фюнес
франц. Louis de Funès
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Louis Germain David de Funès de Galarra[3]
исп. Louis Germain David de Funès de Galarza y Soto
Тыуған көнө 31 июль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][4][5][…]
Тыуған урыны Курбевуа[d], Сена[d], Франция[6][3]
Вафат булған көнө 27 ғинуар 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[2][4][5][…] (68 йәш)
Вафат булған урыны Нант[d], метрополия Франции[d], Франция[6][3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Селье[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Germaine Carroyer[d][7] һәм Jeanne de Funès[d][8]
Балалары Де Фюнес, Оливье[d] һәм Daniel de Funès de Galarza[d][9]
Нәҫеле de Funès[d]
Туған тел Француз теле
Һөнәр төрө комик, кино актёры, кинорежиссёр, кинопродюсер, актёр дубляжа, сценарий яҙыусы, театр актёры, пианист, телевидение актёры, актёр
Уҡыу йорто лицей Кондорсе[d]
Курсы Симона[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1982
Музыка ҡоралы фортепиано
Фильмография Фильмография Луи де Фюнеса[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт louisdefunes.com
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
 Луи де Фюнес Викимилектә

Луи де Фюнес (франц. Louis de Funès, тулы исеме Луи Жермен Давид де Фюнес де Галарса, франц. Louis Germain David de Funès de Galarza; 31 июль 1914 йыл27 ғинуар 1983 йыл) — француз киноактёры, кинорежиссёр, сценарист, донъя киноһының бөйөк комиктарының береһе.

Луи де Фюнес де Галарса 1914 йылдың 31 июлендә Курбевуала тыуған.

Буласаҡ француз һәм испан экран йондоҙоноң ата-әсәһе Испания Севильеһынан. Атаһы Карлос Луис де Фунес де Галарса юридик белемле, әммә Францияға күскәндән һуң алмаздар ҡырлаусы булып китә. Әсәһенең тамырҙары испан һәм португалдарға барып тоташа. Тыуған илдәрендә ғаиләләре уларҙың никахына ҡаршы булғанға күрә, Луиның ата-әсәһе рәсми рәүештә никахҡа инеү өсөн 1904 йылда Францияға күсенә.

Бала сағында дуҫтары Луи де Фюнесты «Фюфю» тип йөрөтә. Малай француз, испан һәм инглиз телдәрен яҡшы белә. Йәш сағында һүрәт төшөрөү һәм фортепианола уйнау менән мауыға. Һөҙөмтәлә Луиның пианист булып китеүе бер кемде лә ғәжәпләндермәй, нигеҙҙә, ул Пигалдә джаз уйнай. Был йортҡа килеүселәр, ул уйнағанда сырайын төрлө ҡиәфәткә индереүен күҙәтеп, күңелле ял итә.

1936 йылда Луи де Фюнес Жермен Луиза Элоди Карруайегә өйләнә. Йәш парҙың улдары Даниэль тыуа, әммә 1942 йылда улар айырылыша.

Герман ғәскәре Парижды оккупациялағанда Луи де Фюнес музыка мәктәбендә сольфеджио уҡыта, шунда ул данлыҡлы яҙыусы Ги де Мопассандың ағаһының ейәнсәре, секретарь булып эшләүсе Жанна Августина де Бартелеми де Мопассанға ғашиҡ була. «Джазды илаһи бер оҫталыҡ менән уйнаған бәләкәй кешегә» ул да ғашиҡ була. Ғашиҡтар 1943 йылда өйләнешә һәм 1983 йылда Луи де Фюнес үлгәнгә тиклем 40 йыл бергә йәшәй. Никахтан ике малай — Патрик һәм Оливье тыуа.

Һуғыш тамамланғандан һуң де Фюнес үҙен кинематографта һынап ҡарай; элегерәк Луи Рене Симондың драма курстарында уҡыған була. 1945 йылда режиссёр Жан Стелиның «Барбизон ҡотҡоһо» фильмында төшә. Был картина башлап уйнаусы актёрға әллә ни ҙур билдәлелек килтермәй.

Режиссер Ива Роберҙың 1958 йылда төшөрөлгән «Тотолмағас — бур түгел» фильмында де Фюнес төп ролде — браконьер Блероны уйнай. Был фильм уға киң билдәлелек килтерә. Фильм киң экранға сыҡҡандан һуң сит илдәрҙә төп персонажды Дональд Дак тип атай башлайҙар. Рәсәйҙә был фильм «Блеро» булараҡ билдәле. 1960-сы йылдар де Фюнесҡа ысын популярлыҡ һәм танылыу алып килә; актёр йыл һайын өс-дүрт картинала төшә. Режиссер Андрэ Юнебелдең Фантомас тураһындағы трилогияһында комиссар Жюва роле уға сираттағы уңышын килтерә. Билдәле енәйәтсенең мажаралары тураһында тәүҙә ун серия төшөрөүҙе планлаштыралар, трилогияның өсөнсө өлөшө «Фантомас Скотланд-Ярдҡа ҡаршы» фильмы прокаты популярлыҡтың кәмей барыуын күрһәтә, һәм режиссёр картинаның дауамын төшөрмәҫкә ҡарар итә.

Актёрҙың «Мөһим сәйәхәт» һәм «Асыҡ ауыҙ» кеүек эштәре бөтә донъяның тиҫтәләгән миллион тамашасыһы тарафынан ихлас ҡабул ителә. Жандарм һәм уның ҡул аҫтында эшләүселәрҙең мажаралары тураһында 1960-сы йылдарҙа төшөрөлгән күп сериялы фильм да хуплап ҡабул ителә. Луи де Фюнес үҙенең актёрлыҡ карьераһы тураһында түбәндәгеләрҙе әйтә:

«Карьерамдың әкрен үҫешеүенә үкенмәйем. Ошо әкренлек миңә үҙ профессиямды төбөнә-тамырына тиклем аңларға ярҙам итте. Бик билдәле булмаған сағымда үҙемә бирелгән бәләкәй генә ролде лә төрлө деталдәр, мимика, ым-ишара менән биҙәргә тырыштым. Шулай итеп, мин ниндәйҙер кимәлдә комик багаж тупланым, уларһыҙ үҙ карьерамды ҡора ла алмаҫ инем. Әгәр ҡайтанан башларға тура килһә, мин тап шул юлды һайлар инем.»

1970-се йылдарҙа де Фюнес элеккесә тамашасылар өсөн популяр һәм яратҡан актёр булып ҡала. Әүҙем актёрлыҡ эшен дауам итә, һәм 1973 йылдың 15 мартында Францияның иң юғары наградаһына: Почетлы легион орденына лайыҡ була.

1975 йылда де Фюнес бер юлы ике инфаркт кисерә. Табиптарҙың ҡәтғи талабы буйынса актёр киноға төшөүҙе ташлай һәм Нанттан бик алыҫ булмаған Шато-де-Клермон XVII быуат ҡала сите усадьбаһына күсенә, унда раузалар[11] үҫтереү менән мауығып шөғөлләнә. «Мейян» фирмаһы сығарған раузалар төрөнөң береһенә уның исеме ҡушыла[12].

Ләкин де Фюнес Клод Зидиның «Ҡанат йәки бот» фильмында уйнарға саҡырыуынан баш тарта алмай. Был картина төшөрөлгәндән һуң актёр тағы бер нисәһендә сағыу образдар тыуҙыра. «Жандармдар һәм жандарметкалар» — уның кинокарьераһында иң һуңғыһы.

Луи де Фюнес 1983 йылдың 27 ғинуарында йөрәк өйәнәгенән вафат була.

Актёрҙың ике улы ҡала: Оливье де Фюнес, «Эйр Франс» авиакомпанияһы пилоты (улы менән бер нисә фильмда уйнағандан һуң атаһы уның профессиональ актёр булыуын теләй, ләкин Оливье быға ҡаршы була) һәм Патрик де Фюнес, профессияһы буйынса табип.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Почетлы легион ордены (1973)
  • «Сезар» премияһы («Ҡарун» фильмы өсөн, 1980)

Луи де Фюнестың тауышын икенсе телгә ауҙарыусы актёрҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет кинопрокатында Луи де Фюнес ҡатнашлығындағы фильмдарҙың барыһы ла рус теленә ауҙарып күрһәтелә. Владимир Кенигсон тыуҙырған образдар Советтар Союзында актёрҙы популярлаштырыуҙа ярайһы уҡ ҙур роль уйнай. Ул әлеге көнгә тиклем Луи де Фюнес[13][14] булып һөйләшкән иң яҡшы дубляж актёры булып иҫәпләнә. Кенигсон тауышы яңғыраған фильмдарын ҡарағандан һуң ул ысын күңелдән: "Шундай яҡшы актёр булыуымды мин белмәй ҙә инем, " — тип әйткән кеүегерәк легенда ла йәшәй.[15]

Владимир Кенигсон «Союзмультфильм» киностудияһында дубляж

  • «Фантомас», 1964
  • «Асыҡ ауыҙ», 1965
  • «Фантомас ҡоторона», 1965
  • «Фантомас Скотланд-Ярдҡа ҡаршы», 1966
  • «Мөһим сәйәхәт», 1966
  • «Септим әфәнде рестораны» 1966
  • «Оскар», 1967; 1968 йылда рус теленә ауҙарылған
  • «Кеше-оркестр», 1970

Михаил Глузский «Мосфильм» киностудияһында дубляж

  • «Жандарм Нью-Йоркта», 1965
  • «Бәләкәй һыу инеүсе», 1968;
  • «Жандарм һәм сит планетала йәшәүселәр», 1979; 1981 йылда рус теленә ауҙарылған.

Лев Лемке

  • «Жандарм өйләнә», 1968; 1977 йылда «Ленфильм» киностудияһында рус теленәауҙарылған.

Александр Белявский

  • «Туңдырылған», 1969; «Мосфильм» киностудияһында рус теленә ауҙарылған.

Евгений Весник М. Горький исемендәге киностудияла рус теленә ауҙарылған.

  • «Атай, әсәй, хеҙмәтсе һәм мин», 1954;
  • «Тотолмағас — бур түгел», 1958; 1960 йылда рус теленә ауҙарылған;
  • «Иблис һәм ун васыят» 1962.

Зиновий Гердт

  • «Һоҡланғыс американ ҡыҙы», 1961; М. Горький исемендәге киностудияла рус теленә ауҙарылған.

Артем Карапетян М. Горький исемендәге киностудияла рус теленә ауҙарылған.

  • «Ҡарун» 1980 йыл; 1982 йылда ауҙарылған;
  • «Эпсомдан килгән джентельмен», 1962; 1983 йылда ауҙарылған.
  1. Record #56618222 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 https://deces.matchid.io/id/sGYfVuVYl9PK
  4. 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118536877 // Louis de Funès (нем.) — 2012—2016.
  5. 5,0 5,1 Louis de Funès // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. 6,0 6,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118536877 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  7. https://www.estrepublicain.fr/actualite/2017/01/24/daniel-de-funes-le-fils-de-louis-de-funes-est-decede
  8. Paris Match (фр.)Hachette Filipacchi Médias, Hachette, 1949. — ISSN 0397-1635; 0031-2029
  9. https://actu.fr/auvergne-rhone-alpes/saint-etienne_42218/le-saviez-vous-louis-de-funes-a-vecu-et-s-est-marie-a-saint-etienne_51313242.html
  10. https://data.performing-arts.ch/a/283e4131-41dc-4fd8-872c-e60e4c4b1840 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  11. Луи де Фюнес // Журнал «Караван истории», апрель 2001
  12. «Розы и знаменитости» на сайте «Русский Париж» 2007 йыл 8 август архивланған. (рус.)(рус.)
  13. Владимир Кенигсон 2010 йыл 13 декабрь архивланған.
  14. Станислав Ф. Ростоцкий. «Человек, над которым смеёшься» («Время новостей», № 135, 02 августа 2004)
  15. С. Пальчиковский. «Владимир Кенигсон. Человек, которого называли „голосом Луи де Фюнеса“»