Лупан Андрей Павлович

Андрей Павлович Лупан
Файл:Andrei Lupan.jpg
Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы
Бессарабия,
Оргеев өйәҙе Мигулены ауылы

Вафат булған урыны:

Молдова,
Кишинёв

Гражданлығы:

Румыния Румыния Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус теле, молдаван теле

Премиялары:

СССР Дәүләт премияһы — 1975

Наградалары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»

Андре́й Па́влович Лупа́н (19121992) — молдаван, совет яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Молдавия ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1982). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982). 1956 йылдан КПСС ағзаһы.

Андрей Лупан 1912 йылдың 15 февралендә Мигулены ауылында (хәҙерге Молдова Республикаһының Шолданешты районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1930 йылдарҙа Бессарабияның СССР-ға ҡушылыуы өсөн күмәк хәрәкәттә ҡатнаша, йәшерен Румын коммунистар партияһы сафына (1933) һәм Коммунистик йәштәр союзына инә, революцион хәрәкәт ағзаһы. БессарабияӨөлкә комитетының демократик азатлыҡты яҡлау блогы сәркәтибе итеп һайлана. Хотиндан буласаҡ яҙыусының ҡатыны Рахиль (Рая) Гершевна Криворук та йәшерен коммунистик хәрәкәт ҡатнашсыһы була.[1] 1941 йылда, Молдавия Совет Социалистик Республикаһы төҙөлгәндән һуң, Кишинёв ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай. 1932 йылда яҙыша башлай. Революцион хәрәкәттә ҡатнашыу Лупандың ижадында сағылыш таба. Беренсе «Шиғырҙар» йыйынтығы 1947 йылда баҫылып сыға; автор молдаван ауылы тормошо, һуғыш йылдары ваҡиғалары тураһында яҙа. Аҙаҡ «Балладаға инеш» (1954), «Мастер-ижад итеүсе» (1958), «Ер ағайы» (1959), «Ҡунаҡсыллыҡ ҡануны» (1966) һәм башҡа йыйынтыҡтары донъя күрә. «Яҡтылыҡ» пьесаһы (1948) молдаван ауылдарында коллективлаштырыу осоро ваҡиғаларына арналған. Лупан — очерктар һәм әҙәби-тәнҡит мәҡәләләр авторы. А. С. Пушкиндың, Лермонтовтың, Н. А. Некрасовтың, В. В. Маяковскийҙың, А. Т. Твардовскийҙың, Т. Г. Шевченконың, Янка Купаланың һ.б. әҫәрҙәрен молдаван теленә тәржемә итә. Молдавия ССР-ының Фәндәр академияһы академигы (1961). МССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (1946—1962), СССР Яҙыусылар союзы сәркәтибе (1959—1971). 4—5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты; 2-3-сө, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Молдавия Юғары Советы депутаты. Андрей Лупан 1992 йылдың 24 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Молдавия ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1982)
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (15.02.1982)
  • 2 Ленин ордены (08.06.1960; 15.02.1982)
  • 3 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11.10.1949; 28.10.1967; 02.02.1972)
  • миҙалдар
  • СССР Дәүләт премияһы (1975) — «Үҙ йөгөм» шиғырҙар китабынан «Магистралдар» циклы өсөн
  • Молдавия ССР-ының Дәүләт премияһы (1967) — «Ҡунаҡсыллыҡ ҡануны» шиғырҙар йыйынтығы өсөн (1966)
  • Йөҙгә йөҙ. — Кишинёв, 1957.
  • Үҙ йөгөм. — Кишинёв, 1970.
  • Гингурел аҡыллылана: Хикәйәләр. Бәләкәй мәктәп йәшендәгеләр өсөн.. — Киев: Веселка, 1978. — 127 с.
  • Изгелек алып килеүсе: Шиғырҙар. — М.: Балалар әҙәбиәте, 1980. — 128 с.
  • Тағы мөхәббәт тураһында: Төрлө йылдар хикәйәләре. — Кишинёв: Әҙ. артистикэ, 1981. — 352 с.
  • Изге тамға: Шиғырҙар. — Киев: Рад. пысьмэннык, 1987. — 108 с.
  • Шиғырҙар. — М.: Әҙәби әҫәр., 1987. — 334 с.
  • Йәшенмәк: Шиғырҙар. — Кишинёв: Лит. артистикэ, 1989. — 40 с.
  • Хаз ши неказ. — Кишинэу, 1957.
  • Версурь. — Кишинэу, 1969.
  • Кэрциле ши рэботул анилор. — Кишинэу, 1969.
  • Портной Рахмиль Маркович. Андрей Лупан. — Кишинёв, 1959.
  • Очерк. Молдаван совет әҙәбиәтенең тарихы. — М., 1963.
  • Макаров А. Н. Кешегә кеше тураһында. Һайланма мәҡәләләр. — М., 1971.
  • Дрейзлер М. …Үҙ йөгөнә ауырһынманы // Бойондороҡһоҙ Молдова. — 15.02.2002.

Лупан Андрей Павлович. «Герои страны» сайты.