Любава | |
пол. Lubawa | |
Байраҡ | Герб |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 1216 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Lubawa |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Lubawa Land[d] |
Административ-территориаль берәмек | Илавский повят[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 10 626 кеше (31 март 2021)[1] |
Ир-егеттәр | 5179[2] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 5447[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 145 ± 1 метр |
Сиктәш | Любава[d] |
Майҙан | 16,8 км² |
Почта индексы | 14-260 |
Рәсми сайт | lubawa.pl |
![]() | |
![]() |
Любава (пол. Lubawa), Лебау (нем. Löbau) — Польша ҡалаһы. Польшаның Варминьско-Мазурский воеводствоһынындағыИлавский повятына инә.Ҡала гминаһы статусына эйә. 16,84 км² майҙанды биләй. Халҡы — 10269 кеше (2018 йыл)[4].
Ҡала халҡы 2017 йылдың 31 декабрендә[4].
Иҫәбе | Барыһы | Ир-егет | Ҡатын-ҡыҙ |
---|---|---|---|
Барыһы | 10269 | 5005 | 5264 |
Любава — 13 быуатта тәре йөрөтөүселәр тарафынан яуланған Пруссияның тарихи ерҙәренең береһе. Кульмский ере һәм Пруссия ерҙәре менән тарихи тығыҙ бәйләнгән.
Любава Дрвенец йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Көнбайыш сиге Дрвенец буйынса һуҙылып, Брыница тамағынан Гизела тамғына тиклем бара, артабан Гизеланан Зайенчок ҡасабаһына тиклем, унан Омулеға һәм Руменица һәм Румяна күленә тиклем һуҙылған. Артабан сик Вель йылғаһына һәм Зарыбинек, Тарчинский, Гронда күлдәренә тиклем бара. Һуңынан йылға Вкр йылғаһы һәм Зелюня ауылына тиклем бара, артабан Брыницкий күленә һәм Брыницанан Дрвенцыға табан борола.
Замок йәшәүе тураһында 1216 йылдың 18 ғинуарында Любава папаһы Иннокентий III ҡул ҡуйған документта беренсе тапҡыр телгә алына. 1257 йылда Любава Кульма епископтартарының милкенә әйләнә һәм әһәмиәтле биләмәнең административ үҙәге була. Епископтар Любавала күркәм һарай төҙөй — ул 1781 йылға тиклем епископтың резиденцияһы була. 1260 йылда ҡала мөһим ҡала һәм оборона үҙәге була. 1269 йыл Любава судавтар баҫыу ваҡытында емерелә. Ҡала халҡы ҡаланы бик тиҙ тергеҙеү өсөн тырыша. Епископ Герман Кульмский (1303—1311) Любава ҡалаһына устав грамоталары бирә. Был документ беҙҙең заманға тиклем һаҡланмаған. 1326 йылдың 13 апрелендә епископ Отто Любаваға яңыртылған устав грамоталары бүләк итә . Любава ҡалаһы кульмский хоҡуҡлы, урындағы үҙидара советы булған ҡала булып тора. 1440 йылда ҡала Пруссияға ҡушыла һәм Тевтон ордены союзына ҡаршы тора.
1466—1772 йылдарҙа Любава Польша составында була. Был саҡта ҡала сәскә ата. Бигерәк тә сауҙа һәм һөнәрселек үҫешкән була. 1724 йылда янғын ҡаланың күпселек өлөшөн юҡҡа сығара. 50 йыл үткәндән һуң да бында барлығы 624-тән артыҡ ҡына кеше йәшәй һәм 100 йорт емерек хәлдә була.
Любава 1772 йылда Пруссия дәүләтенә күсә. 1774 йылда бында пруссия гарнизоны фатирҙа булған. Любавала Пруссия немец колонизациялау сәйәсәтен үткәрә. Күскенселәр лютерандарҙың дини нигеҙенә тоғро ҡала