Ляля Чёрная | |
Надежда Сергеевна Киселёва | |
Файл:Хмелёва Надежда Сергеевна.jpg | |
Тыуған урыны: | |
---|---|
Вафат урыны: | |
Һөнәре: |
актриса, йырсы , Ҡалып:Танцовщица |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1922—1979 |
Псевдоним: |
Ляля Чёрная |
Театр: | |
Наградалары: |
Ляля Чёрная (ысын исеме Надежда Сергеевна Хмелева (ҡыҙ фамилияһы Киселева); 15 февраль 1909 йыл — 2 сентябрь 1982 йыл) совет театр һәм кино актрисаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1960), театры артисы, бейеүсе, сиған йырҙарын һәм романстарын башҡарыусы.
1909 йылда Нальчик калаһында дворян Сергей Алексеевич Киселев һәм сиған ҡыҙы Мария Георгиевна Полякова ғаиләһендә тыуған. Л. Чернаяның әсәһе И. Лебедев исемендәге Стрельня сиған хоры йырсыһы һәм бейеүсеһе була.
13 йәшендә беренсе тапҡыр профессиональ сәхнәгә Поляков хорында бейеүсе сифатында сыға, унда «Ромэн» театры асылғанға тиклем эшләй. 1931 йылда нигеҙләнгән көндән алып 1972 йылға тиклем Ляля Чёрная «Ромэн» театрында эшләй. Театр спектаклдәрендә 35-тән ашыу роль уйнай, «Һуңғы табор» фильмында Альта ролен башҡара[1].
Эстрада бейеү манераһының формалашыуына ҙур йоғонто яһай.
Новодевичье зыяратында (2-се участка, 17-се рәт, 12-се ҡәбер) улы һәм ире Николай Хмелев янында ерләнгән.
Шәхси тормошон күренекле театр һәм кино актерҙары И. Ром-Лебедев[2], Михаил Яншин, Николай Хмелев[3][4] Евгений Весник[5] менән бәйләй.
Улы — Алексей Николаевич Хмелев (1943—2002).
— РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (8 март 1960 йыл) — совет сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[6]
А. Германдың «Тәгәрмәсле тормош» (Грина); А. Пушкиндың «Сиғандар» әҫәре буйынса (Земфира); Г. Лорканың «Ҡанлы туй» (Кәләш); Мериме новеллаһы буйынса И. Ром-Лебедевтың «Трианана Кармен» (Кармен); А. Афиногеновтың «Бөтәһе лә һинең хаҡта» (Люба); И. Ром-Лебедевтың «Сатырҙар ҡыҙы» (Инка); Н. Лесковтың «Грушенька» повесы буйынса (Грушенька); Кришан Чандрҙың романы буйынса Р. Тихомировтың «Лачи» (Роши) һәм башҡа спектаклдәрҙә ролдәр уйнай.