Лямблиоз | |
| |
МКБ-10 |
A07.1 |
---|---|
МКБ-9 |
007.1 |
DiseasesDB |
5213 |
MedlinePlus |
000288 |
eMedicine | |
MeSH |
D005873 |
Лямблиоз Викимилектә | |
Лямблиоз — кешенең аш һеңдереү юлын зарарлаусы паразитар ауырыу; эсәк лямблийы йоғоуҙан килгән бер күҙәнәкле микроскопик хайуан[1].
Тыуҙырыусы — иң ябайҙарҙың Lamblia intestinalis (Giardia lamblia) төрө. Фекаль‑ораль юл менән йоға (ҡайнамаған һыу, йорт хайуандары аша һ.б.). Инкубация осоро 10—15 көн.
Метеоризм, өйәнәк һымаҡ ҡорһаҡ ауыртыуының ҡабатланыуы, дуоденит, энтерит һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: үт бүлеп сығарыу юлдарының шешеүе, мальабсорбция синдромы. Диагностикалауҙа клиник һәм лаб. тикшеренеү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз.
Ауырыуҙарҙы һәм циста йөрөтөүселәрҙе иртәрәк асыҡлап дауалау, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, тирә‑яҡ мөхит объекттарын санитарлы һаҡлау.
Лямблиоз проблемалары буйынса фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: ашҡаҙан‑эсәк юлы ағзалары ауырыуҙары булған балаларҙа лямблиоз клиник‑лаборатория үҙенсәлектәре өйрәнелә (Р.Ә.Әхмәтова), балаларҙа лямблиоз инвазияһы булғанда, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙарының хроник үҙенсәлектәре тикшерелә (Г.Т.Туперцева).
Лямблиоз // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.