Ләйлә Генджер

Ләйлә Генджер
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Төркиә[2]
Тыуған көнө 10 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][3][4] или 10 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[5]
Тыуған урыны Истанбул, Төркиә[1]
Вафат булған көнө 10 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[6] или 9 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]
Вафат булған урыны Милан, Италия[1]
Үлем сәбәбе ауырыу
Ерләнгән урыны Истанбул
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Итальянский лицей в Стамбуле[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр классик музыка һәм Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][7]
 Ләйлә Генджер Викимилектә

Ләйлә Генджер (тур. Leyla Gencer; ысын исеме Әйшә Ләйлә Чейрекгиль (төр. Çeyrekgil Ayşe Leyla); 10 октябрь 1928 йыл (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1924 йыл[8]), Полонезкей, Истанбул, Төркиә — 10 май 2008 йыл, Милан, Италия) — XX быуаттың билдәле төрөк опера йырсыһы (сопрано) һәм педагог.

Опера донъяһында «La Turca Diva» (төрөк Diva) һәм «La Regina» (Королева) (The Queen) кеүек танылған Ләйлә Генджер билдәле бельканто (сопрано) йырсыһы була, үҙ карьераһының күп өлөшөн ул 1950 йылдар башынан 1980 йылдар уртаһына тиклем Италияла үткәрә, һәм уның репертуары етмештән ашыу партия тәшкил итә. Ул бик аҙ коммерция яҙыуҙары булдыра, әммә күп һанлы коммерция булмаған яҙыуҙары ла бар. Ләйлә Генджер Доницетти операларының героиняларына өҫтөнлөк бирә.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йырсының ысын исеме — Әйшә Ләйлә Чейрекгиль (төр. Çeyrekgil Ayşe Leyla). Ул 1928 йылдың 10 октябрендә Төркиәлә Истанбулда Полонезкей ауылында тыуған. Буласаҡ йырсының әсәһе, Лександра Ангела Минаковска поляк тамырҙарына эйә булған. Ул литва аристократ ғаиләһенән сыҡҡан, католик диндә үҫкән, әммә иренең вафатынан һуң ислам динен ҡабул итә һәм Атийе исемен ала. Ләйләнең атаһы, Хәсәнзада Ибраһим Бей, 1934 йылда фамилиялар тураһында Законға ярашлы, Чейрекгиль фамилияһын ала, Сафранболу ҡалаһынан бай төрөк эшҡыуары булған һәм ислам динен тотҡан.

Ләйлә Генджер иртә йәшендә атаһын юғалта. Ул Босфорҙың Анатолия яғында Чубуклы районында үҫә һәм Истанбул консерваторияһында музыка менән шөғөлләнә башлай. Дәрестәрен туҡтатып, итальян йырсыһы сопрано Джаннинан Аранджи-Ломбардиҙан шәхси дәрестәр алыу өсөн Анкараға күсенә. Күпмелер ваҡыт Ләйлә Генджер Төрөк дәүләт театрының хорында йырлай. 1950 йылда Анкарала Масканьиҙың «Сельская честь» операһында Сантуцци партияһы менән дебюты була. Киләһе бер нисә йылда Ләйлә Генджер Төркиәлә танылыу ала һәм илдең идарасы заттары өсөн рәсми сараларҙа сығыш яһай.

Карьераһы һәм ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1953 йылда Ләйлә Генджер Сан-Карлола неаполитан театрында Сантуцци партияһы менән дебют яһай. 1957 йылда «Ла Скала» театрында Франсис Пуленктың «Диалоги кармелиток» операһының донъя премьераһында Лидуан ханым партияһын башҡара. 1960 йылда Ләйлә Генджер тәүге тапҡыр СССР-ға килә, унда Мәскәүҙә Ҙур театрҙа һәм Баҡыла Әзербайжан дәүләт филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһай.

Артабанғы йылдарында (1983 йылда сәхнәнән киткәнгә тиклем) башлыса Италияла сығыш яһай, һирәк башҡа илдәргә Европа һәм АҠШ-ҡа гастролдәргә сыға. 1962 йылда Ләйлә Генджер Ковент-Гарденда Король опера театрында Вердиҙың «Дон Карлос» операһында Елизавета Валуа партияһы һәм Моцарттың «Дон Жуан» операһында Донна Анна партияһы менән сығыш яһай. 1956 йылда йырсы Сан-Франциско Операһы сәхнәһендә Риккардо Дзандонаи операһынан Франческу да Римини партияһын йырлап, беренсе тапҡыр АҠШ-та сығыш яһай. Һуңынан Американың башҡа опера театрҙарында йырлай, 1956 йылда Ләйлә Генджерҙың Метрополитен Опера театрында Тоска партияһын йырлаясаҡ тигән хәбәр йөрөһә лә, бер ваҡытта ла Метрополитен Опера театрында йырламай.

Тауышының киң диапазоны, көслө темперамент менән актерлыҡ таланты Ләйлә Генджерға лирик партияларҙы ла, шулай уҡ драматик пландағы партияларҙы ла — Верди операларында Джильда («Риголетто»), Виолетта («Травиата»), Аида, Леди Макбет («Макбет»), Моцарттың «Волшебная флейта» операһында Паминаны ла иҫ киткес башҡарырға мөмкинлек бирә.

Үҙенең бөтә карьераһы дауамында Ләйлә Генджер Гаэтано Доницетти әҫәрҙәрен башҡарыу менән дан ала. Улар араһында «Белизарио», «Полиэвкт», «Анна Болейн», «Лукреция Борджиа», «Мария Стюарт» һәм «Катарина Корнаро» операларында партиялар була, әммә йырсының «Роберто Деверё» операһында сығышы барыһынан да юғары баһалана. Бельканто партияларына өҫтәп йырсының репертуарына Глюк, Моцарт, Монтеверди, Чилеа, Керубини, Спонтини, Пуччини, Массне, Чайковский, Прокофьев, Бойто, Бриттен, Пуленк, Майр, Менотти, Вебер, Вайнбергер һәм Рокка кеүек композиторҙарҙың әҫәрҙәре инә. Бынан тыш, йырсы йыш ҡына һирәк башҡарылыусы операларҙа, шул иҫәптән Антонио Смарельяның «Моль», Россиниҙың «Елизавета, королева английская» Глюктың «Альцеста» операларында күренә. Тауышының киң диапазоны Ләйлә Генджерға лирик сопранонан драматик колоратурҙарға еңел күсергә мөмкинлек бирә.

Яҙыуҙары араһында Спонтиниҙың «Весталка» операһында Юлия партияһы (дирижеры Превитали, Memories), «Бал-маскарадта» Амелия була (дирижеры Фабритиис, Movimento musica ).[9]

Сәнғәткә индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һулышын контролдә тота белгән, һәм бигерәк тә карьераһының тәүге йылдарында, һәр хәлдә, 1970 йылдарға тиклем һирәк музыкаль интеллект һәм ғәҙәти булмаған театр зауығы менән ҙур интерпретатив сифаттары берләшкән ун туғыҙынсы быуаттың юғары вокаль техникаһына эйә булған һуңғы бөйөк йырсыларҙың береһе һанала.

Артабанғы йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ләйлә Генджер опера сәхнәһендә үҙенең карьераһын 1985 йылда тамамлай, әммә 1992 йылға тиклем концерт эшмәкәрлеген дауам итә. 1982 йылдан башлап ул үҙен йәш опера йырсыларын өйрәтеүгә бағышлай, педагогик эшмәкәрлек алып бара, 1983—1988 йылдарҙа Ла-Скала театры янында Опера Йырсылары Академияһының директоры була. 1997—1998 йылдарҙа маэстро Риккардо Мути уны йәш йырсыларҙың Ла-Скала мәктәбендә уҡытыу өсөн тәғәйенләй. Опера Йырсылары Академияһының художество етәксеһе сифатында ул опера интерпретацияһын уҡытыу менән шөғөлләнә.

2007 йылда ул һаман да әүҙем тормош алып бара, театрҙың музыка етәксеһе маэстро Риккардо Мути үтенесе буйынса Ла-Скала театрында йәш артистарҙың остазы була.

Ләйлә Генджер 2008 йылдың 10 майында Миланда 79 йәшендә вафат була. Сан-Бабила сиркәүендә йыназа уҡып һәм артабан Миланда кремация үткәргәндән һуң, уның теләгенә ярашлы, уның көлөн Истанбулға алып киләләр һәм 16 майҙа Босфор һыуҙары өҫтөндә осоралар.

  • Cella F. Leyla Gencer. — Venice, 1986