Маастрихт | |
нидерл. Maastricht | |
Байраҡ[d] | Герб[d] |
Рәсми атамаһы | Maastricht |
---|---|
Архивы хранятся в | Historisch Centrum Limburg[d][1] |
Кем хөрмәтенә аталған | Маас[d] |
Этнохороним | Maastrichtenaar, mastriĥtano, Maastrichtčan һәм Maastrichtčanka |
Рәсми тел | Нидерланд теле һәм лимбургский язык[d] |
Дәүләт | Нидерланд[2] |
Административ үҙәге | Лимбург[d] |
Административ-территориаль берәмек | Лимбург[d][3] |
Сәғәт бүлкәте | Үҙәк Европа ваҡыты[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Маас[d] һәм Юлиана канал[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | mayor of Maastricht[d] |
Халыҡ һаны | 120 227 кеше (1 ғинуар 2021)[4] |
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала | Borgharen[d], Itteren[d], Heer[d], Heugem[d], Caberg[d], Pottenberg[d], Wyck[d], Meerssenhoven[d], Mariënwaard[d] һәм Wolder[d] |
Процент водной поверхности | 5,36 процент |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 49 метр |
Туғандаш ҡала | Кобленц, Чэнду[5] һәм Льеж[6] |
Сиктәш | Валкенбюрг-ан-де-Гёл[d], Мерссен[d], Эйсден-Маргратен[d], Ланакен[d], Римст[d] һәм Визе[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata/Medals на строке 12: attempt to index field 'datavalue' (a nil value). |
Майҙан | 60,06 км²[7] |
Почта индексы | 6200–6229 |
Электрон почта | post@maastricht.nl[8][7] |
Рәсми сайт | gemeentemaastricht.nl |
URL-адрес потокового вещания | balticlivecam.com/camera… |
Һәйкәлдәр исемлеге | Q2519519? һәм list of war memorials in Maastricht[d] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Bakkerij Museum[d][9][10] |
Число домохозяйств | 67 775[11] |
WordLift URL | data.wordlift.io/wl01254…[12] |
Урындағы телефон коды | 043 |
Номер тамғаһы коды | M |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Maastricht[d] |
Маастрихт Викимилектә |
Маастрихт[13] (нидерл. Maastricht [maːˈstʁɪçt] (южн.) / [maːˈstɾɪxt] (сев.), лимб. Mestreech [məˈstʁeːç], лат. Mosae Traiectum) — Нидерландтың көньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Лимбург провинцияһының һәм Маастрихт общинаһының административ үҙәге. Халҡы — 121 000 кеше (2011 йылға ҡарата).
59 км² майҙанлы территорияны биләй, һыу майҙаны — яҡынса 3 км². Маас йылғаһы ярында, Нидерланд, Германия һәм Бельгия дәүләттәренең сиктәре янында, Бельгия сигенән бөтәһе 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында Льеж-Маастрихт, Юлиан һәм Зюйд-Виллемс каналдары бергә ҡушыла.
Ҡаланың урындағы ҡәбиләләр йә булмаһа уларҙы баҫып алған римлеләр тарафынан нигеҙләнеүе билдәһеҙ, ләкин б. э. I быуатында Маастрихтта хәрби ҡәлғә һәм Маас йылғаһы аша күпер була, ауыл исеме шул римлеләрҙең — Траектум-ад-Мозам (лат. Traiectum ad Mosam — «Моз аша күсеү (Маас)» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Күпер Багакум һәм Колония Агриппина Колонияһы араһындағы юлда иң мөһөм күпер булып торған. Ошо крайҙа иң беренсе епископ булған Изге Серваций 382 йылда Маастрихты үҙенең резиденцияһы итеп һайлай. 721 йылға тиклем Түбәнге ерҙәр дини үҙәге әһәмиәтен ҡала һаҡлап ҡала алған. 721 йылда епископ Ламберт үлтерелгәндән һуң кафедра Льеж ҡалаһына күсерелә.
Урта быуаттарҙа Маастрихт сеньоры булып бер үк ваҡытта Льеж епискобы һәм Брабант герцогы иҫәпләнә. 1632 йылда ҡала Испания янында голландтар тарафынан яулап алына һәм Берләшкән провинциялар составына инә, ләкин бер үк ваҡытта Льеждан, Амстердамдан идара ителә. Бельгия революцияһы ваҡытында (1830-32) Бельгия составына саҡ инмәй ҡала.
Маастрихт стратегик яҡтан уңайлы урынлашыуы арҡаһында 1673, 1748, 1794 йылдарҙа француздар республикаға баҫып ингән беренсе ҡала була. 1940 йылда ла ул немецтарҙың һөжүменә иң тәүге дусар ителеүсе була, 4 йылдан һуң уны шулай уҡ иң беренсе итеп союздаштар азат итә. Маастрихт 1992 йылда ЕС илдәренең берҙәм валютаһын булдырыу тураһындағы Маастрихт килешеүенә ҡул ҡуйылған урын булып тора.
Маастрихта уртаса йомшаҡ климат .
Маастрихт климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Һауа температураһы, °C | 4,4 | 5,5 | 8,9 | 12,6 | 17,3 | 20,3 | 21,9 | 21,9 | 18,8 | 14,5 | 8,6 | 5,4 | 13,3 |
Уртаса температура, °C | 2,0 | 2,5 | 5,2 | 8,2 | 12,5 | 15,5 | 17,2 | 17,0 | 14,2 | 10,5 | 5,8 | 3,0 | 9,5 |
Уртаса минимум, °C | -0,6 | -0,5 | 1,6 | 3,8 | 7,6 | 10,7 | 12,4 | 12,3 | 9,9 | 6,8 | 2,8 | 0,4 | 5,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 58,9 | 53,2 | 62,2 | 52,6 | 62,2 | 74,1 | 70,6 | 66,4 | 56,6 | 60,5 | 69,4 | 72,8 | 759,5 |
Сығанағы: World Climate 2017 йыл 9 ноябрь архивланған. |
Маас йылғаһы аша һалынған Изге Сервация (1280 йылдар тирәһе) күпере, элекке суд бинаһы (1475 йыл тирәһе), барокко стилендәге ратуша (1658-64) һәм ҡаланың Ренессанс дәүерендә фламанд архитектураһы зауығын кәүҙәләндереүсе күп һанлы ҙур йорттары ҡаланың иҫтәлекле урындары булып тора.
Маастрихта Нидерландтың иң йәш университеты (1976) эшләй.
Маастрихтың Боннефантенмузеумында боронғо нидерланд сәнғәте хазиналары йыйылған. Хәҙерге музей бинаһы 1990-сы йылдарҙа Альдо Росси проекты буйынса төҙөлә.
Маастрихта Маастрихт-Ахен аэропорты бар, ул ҡаланың төньяғынада 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Аэропорт башҡа европа илдәре менән даими бәйләнеш тота. KLM, Амстердам — Маастрихт эске рейсы Амстердамға барыусы самолеттарға күсеп ултырыу урыны булып торғанлыҡтан, 2008 йылдың 26 ноябрендә[14] рентабелһеҙлек арҡаһында ябыла.
Ҡала тимер юлы Маастрихты Амстердам, Эйндховен, Утрехт, Хертогенбос ҡалалары һәм шулай уҡ яҡын-тирәләге Бельгияның Льеж ҡалаһы менән бәйләй. Яҡындағы тимер юл менән немецтарҙың Ахен ҡалаһы менән бәйләнеш юҡ, унда барыу өсөн Херлендә яңы поезға күсеп ултырырға кәрәк. Ахенға № 50 Veolia транспорт компанияһы автобусы меән барырға була[15], был компания селтәре шулай уҡ Маастрихты Көньяҡ Лимбург тораҡ пункттарының күбеһе менән бәйләй.
Ҡала «МВВ Маастрихт» футбол клубы бар, ул голланд юғары дивизионында әленән-әле сығыш яһай. Америка футболы һәм лакросс буйынса командалар бар. Маастрихта бер көнлөк « Амстел Голд Рейс» велосипедта уҙышыуҙың старты һәм финишы үткәрелһә, һуңғы йылдарҙа уның финишы ғына үтә.
Әрмән апостол сиркәүе