Магура | |
---|---|
![]() | |
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
![]() | |
![]() |
Магура — Болгарияның Видин өлкәһендәге мәмерйә. Видин ҡалаһы янындағы Рабиша ауылы эргәһендә урынлашҡан.
Мәмерйә Рим империяһы һәм урта быуаттар осоронда уҡ билдәле булған һәм өйрәнелгән.
Дөйөм оҙонлоғо 3 км. Мәмерйә оҙон һәм тәрән коридорҙарҙан тора, уны тулыһынса үтер өсөн уртаса 5 сәғәт кәрәк була. Магура мәмерйәһе үҙенең сталактиттары, сталагмиттары һәм сталактонлары менән билдәле. Иң ҙур сталактондың бейеклеге 20 метр, ә нигеҙенең диаметры 4 метр тәшкил итә. Иң ҙур сталагмиттың оҙонлоғо 11 метр, ә нигеҙенең диаметры 6 метр тәшкил итә.
Йыл әйләнәһенә мәмерйәлә +12 °C температураһы һаҡлана.
Мәмерйә шулай уҡташтағы һынлы сәнғәттең 700 өлгөһө менән билдәле. Уларҙа ҡатын-ҡыҙ һындары, һунарсылар, хайуандар, үҫемлектәр, ҡояш һәм йондоҙҙар һүрәтләнгән. Болгар тикшеренеүселәре буйынса бында Европалағы иң боронғо неолит осорондағы ҡояш календары төшөрөлгән, ул 366 көндән торған[1]. Ғалимдар фекеренсә, кешеләр бында һуңғы палеолит осоронда (б.э.т. 100 000 — 40 000 йылдар) йәшәгән.
Мәмерйәлә шараптар һаҡлана. Иң ҙур Триумфаль залда (бейеклеге 30 м, киңлеге — 58, оҙонлоғо — 130 м) классик музыкаһы концерттары уҙғарыла. Туристар өсөн тотҡослы һәм яҡтыртылған һуҡмаҡ юлдар һалынған.
![]() |
Магура мәмерйәһе Викимилектә |
---|
Был сәнғәт буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып
Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.