Майлы бәшмәк

Файл:Dayz5
Майлы бәшмәк

Ябай майлы бәшмәк

Ҡарағас майлы бәшмәге

Козляк

Һары-һоро майлы бәшмәк
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Бәшмәктәр
Бүлексә: Базидиомицеттар
Класс: Агарикомицеттар
Тәртип: Boletales
Ғаилә: Suillaceae
Ырыу: Майлы бәшмәк
Латинса исеме
Suillus Gray 1821
NCBI 5379

Майлы бәшмәк (рус. Масленок) (лат. Suillus) — ырыуы көпшәле бәшмәктәр , ғаиләһе Болет һымаҡтар (лат. Boletaceae). Исемен майлы булыуғ бәйле алған. Эшләпәһе -тайғалаҡ. Майлы бәшмәктәрҙең башҡа болет һымаҡтарҙан айырмалығы шунда: ул елем һымаҡ йәбешкәк, эшләпәһенең ҡабығы һәм балдағы бик тиҙ ҡубып сыға.


  • Эшләпәһе ярым йоморонан алып тигеҙ формалығаса, шыма, елемле һәм йәбешкәк лайлалы, тышынан тиҙ әрселә. Ҡаплап торған япмаһы (шәхси япма) ла булырға мөмкин.
  • Гименофор эшләпәһенән тиҙ айырылып сыға,өҫтө-өҫтөнә үҫә, йәки тәпәш һаплы, һары йәки аҡ төҫтә.
  • Һабы тоташ, шыма йәки бөртөклө, ҡайһы саҡ ҡара япма ҡалдыҡтары менән балдағы була.
  • Йомшағы аҡ йәки һарғылт, төҫөн ҡыҙылға йәки зәңгәргә тиҙ генә үҙгәртә һалып бармай.
  • Спора порошогы һарының төрлө сағылыштары төҫөндә.

Бар төрҙәре лә Suillus — ылыҫлы ағастар менән микоризо барлыҡҡа килтереүселәр , бигерәк тә ике ылыҫлы йәки биш ылыҫлы ағастар ҡарағайҙар һәм ҡарағастар менән. Таралышы Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәте, урындағы һәм килтерелгән төрҙәре донъяның бар төбәктәрендә лә осрай. Африкала һәм Австралияла ла билдәле.

Майлы бәшмәктәр ырыуы 40-50 төрҙө эсенә ала[сығанаҡ 5163  көн күрһәтелмәгән].

Кат.* Латинса исеме Башҡортса исеме
Suillus aeruginascens Һоро майлы бәшмәк, күгәрә башлаған ҡарағас майлы бәшмәге
Suillus bellinii Беллини майлы бәшмәге
Suillus bovinus Козляк, решетник
Suillus clintonianus Билбаулы майлы бәшмәк
Suillus flavidus Һаҙ майлы бәшмәге, һарғылт майлы бәшмәк
Suillus granulatus Бөрсөклө майлы бәшмәк, йәйге майлы бәшмәк
Suillus grevillei
(Suillus elegans)
Ҡарағас майлы бәшмәге
Suillus luteus Ябай майлы бәшмәк, һуңғы майлы бәшмәк, һары майлы бәшмәк, ысын майлы бәшмәк, көҙгө майлы бәшмәк
Suillus piperatus[1] Боросло майлы бәшмәк, борос бәшмәге
Suillus placidus Аҡ майлы бәшмәк, йомшаҡ майлы бәшмәк, төҫһөҙ майлы бәшмәк
Suillus plorans Кедр майлы бәшмәгей
Suillus rubinus Аҡыҡ төҫлө майлы бәшмәк
Suillus salmonicolor Һарғылт майлы бәшмәк
Suillus sibiricus Себер майлы бәшмәге
Suillus spectabilis Маслёнок примечательный
Suillus tridentinus Ерән-ҡыҙыл майлы бәшмәк
Suillus variegatus Һары һор майлы бәшмәк, һаҙ майлы бәшмәге
ашарға яраҡлы бик шәп бәшмәк ашарға яраҡлы шәп бәшмәк шартлы ашарға яраҡлы бәшмәк
ағыуһыҙ ашарға ярамаған бәшмәк ағыулы бәшмәк үтә ағыулы бәшмәк.



  • Дермек А. Грибы. — Братислава: изд-во «Словарт», 1989.
  • Гарибова Л. В., Сидорова И. И. Грибы — М.: ABF 1997. ISBN 5-87484-046-X
  1. В настоящее время этот гриб относят к роду Chalciporus семейства Болетовые
  2. Smith A. H., Thiers H. D. The Boletes of Michigan. — University of Michigan Press, 1971.