Майтамыр (дарыу үләне)

Майтамыр, Этҡолаҡ (лат. Sýmphytum, рус. окопник) — бөтә Европа илдәре буйлап, Көнбайыш Азиянан Британ утрауҙарына тиклем таралған күп йыллыҡ үлән үҫемлектәре ырыуы. Дымлы уңдырышлы тупраҡта, йыш ҡына йылға, инештәр ярҙарында үҫә. Метрҙан артыҡ бейеклеккә етә.

Дарыу майтамыры (Symphytum officinale) «Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация

Ботаник тасуирлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамыр системаһы эре йыуан тамырлы, күп һанлы айырымланған тармаҡлы. Тамырҙары тыштан ҡарағусҡыл, эсендә - аҡ, һутлы, майланып тора.

Һабағы тура, йыуан, ботаҡтар менән тармаҡланған, йөнтәҫ.

Япрағы оҙонса, эре, сиратлы, өҫкә табан ослая бара, аҫ яғы ҡытыршы төк менән ҡапланған.

Сәскәләре ҡыңғырау һымаҡ, һабаҡтың өҫ яғында урынлашҡан; ҡыҙыл, күксин йәки миләүшә төҫөндә, яйлап зәңгәр йәки аҡһыл көрән төҫкә инә бара. Сәс атҡан осоро май — июль.

Сәскә бөрөһө киҫлеше

Боронғо грек ботанигы Теофраст майтамыр тураһында телгә алған булған.

Әбүғәлисина «Табиплыҡ фәне ҡануны» (Kanun fi’l Tibb, 1020 йыл) китабында майтамырҙың үҙенсәлектәрен һүрәтләгән.

Рәсәй ҡалалары дарыуханаларында теркәлгән майтамыр препараттары — Е витаминлы «Майтамыр майы» һәм һәм «Тәнгә һөртә торған майтамыр бәлзәме» һатыла.