Макарова Татьяна Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 сентябрь 1920[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 25 август 1944[1] (23 йәш) |
Вафат булған урыны | Остроленка, Польша |
Үлем сәбәбе | яуҙа һәләк була[d] |
Ерләнгән урыны | Остроленка |
Һөнәр төрө | лётчик |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
![]() |
Макарова Татьяна Петровна (25 сентябрь 1920 йыл, Мәскәү — 25 август 1944 йыл, Остроленка, Польша) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби осоусы. 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының звено командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Татьяна Петровна Макарова 1920 йылдың 25 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Урыҫ.
Мәскәү ҡалаһының 12-се мәктәбенең ете класын, Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең механика-технология техникумын (хәҙер колледж аҙыҡ-түлек Мәскәү), аэроклуб тамамлай. «Большевик» кондитер фабрикаһында техник-кондитер, аҙаҡ хәрби авиация мәктәбендә инструктор булып эшләй[2].
Ҡыҙыл Армияла 1941 йылдан. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай[2].
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарының хәрәкәттәге армияһында 1942 йылдың майынан. 588-се төнгө еңелсә бомбаға тотоу авиация полкының звено командиры[3].
1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы[2].
628 төнгө хәрби осош яһай. Дошман өҫтөнә 96 тонна бомба һәм 300 мең листовка ташлай. Уның эш итеүе һөҙөмтәһендә 103 янғын усағы барлыҡҡа килә, 2 кисеү, 2 зенит нөктәһе, 1 прожектор, боеприпастарҙың 2 келәте, дошмандың тере көстәренең икәүҙән артыҡ взводы юҡ ителә һәм зыян күрә
1944 йылдың 25 авгусында һауа һуғышында яныусы самолетта штурман Вера Белик менән һәләк була. Польшаның Остроленка ҡалаһында ерләнә.
![]() |
---|