Македония | |
грек. Μακεδονία | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1913 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Μακεδονία |
Кем хөрмәтенә аталған | Македония[d] |
Этнохороним | Macedoni |
Дәүләт | Греция |
Административ үҙәк | Салоники |
Халыҡ һаны | 2 382 857 кеше[1] |
Ҡулланылған тел | новогреческий язык[d] һәм понтийский язык[d] |
Майҙан |
34 177 км², 13 196 миль² |
Описание печати/эмблемы | Вергинская звезда[d] |
Македония Викимилектә |
Македони́я (грек. Μακεδονία), шулай уҡ Грек Македо́нияһы ( Эге́й Македо́нияһы йәки Аҡ диңгеҙ Македо́нияһы терминдарын башлыса Грецияның төньяҡ күршеләре файҙалана[2]) — Македонияның тарихи-географик өлкәһе өлөшө, уны 1912—1913 йылдарҙа Балҡан һуғышы осоронда грек армияһы азат иткән. Бухарест килешеүе (1913) буйынса ул Греция составына ингән, майҙаны хәҙерге грек дәүләтенең 25,9 % территорияһын тәшкил итә.
Грецияла Македония тип кенә атала, был Грецияның халыҡ һаны һәм майҙаны буйынса икенсе урында торған регионы.
Македония 1912 йылғы географик Македонияның 52,4% майҙанын биләй һәм уның халҡының 52,9 % тәшкил итә.
Македония — Төньяҡ Грецияның (Northern Greece) тарихи географик өлкәһе, уның иң ҙур майҙанын биләй. Көнбайышта Пинд тауҙарынан башлап Эпир менән , көнсығышта Нестос йылғаһы буйлап Фракия менән сикләшә. Көньяҡ сигенең өстән ике өлөшө Эгей диңгеҙе буйынан үтә, өстән бере — Камвуния һәм Олимп тауҙары буйлап Фессалияға барып сыға. Төньяҡтан дәүләт сиге Албания, Төньяҡ Македония һәм Болгария янынан үтә.
Был Аттиканан ҡала иң ҙур майҙанлы ( ил ерҙәренең 25,9 %) һәм иң күп кеше йәшәгән географик өлкә. Майҙаны 34 177,564 квадрат километр[3]. 2011 йылғы иҫәп алыу буйынса халҡы 2 402 532 кеше[4].
100 мең тирәһе славян телле әҙселек бар, 10 - 30 мең тирәһе кеше үҙен македониялы һанай, улар үҙҙәрен гректарға индермәй [5].
Македония Грецияның утрау өлөшөнән ландшафтының байлығы, тәбиғәт шарттарының төрлөлөгө, флора һәм фаунаһының күп төрлөлөгө, изге урындары, археологик ҡомартҡылары һәм боронғолоғо менән айырылып тора.
«Калликратис» программаһы буйынса административ яҡтан 3 периферияға бүленә,уларҙың береһе Фракияны, 14 периферия берәмеген һәм 1 айырым административ берәмек Айон-Оросто (Афон) үҙ эсенә ала.
Көнбайыш Македония периферияһы ошондай берәмектәрҙән тора: Гревена, Кастория, Козани һәм Флорина, административ үҙәге — Козани. Үҙәк Македония ошондай берәмектәрҙән тора: Иматия, Килкис, Пела, Пиерия, Салоники, Сере һәм Халкидики, административ үҙәге — Салоники. Көнсығыш Македония һәм Фракия ошондай берәмектәрҙән тора: Драма, Кавала һәм Тасос.
Македония | Поз. | Греции перифериялары (периферия берәмеге) | Административ үҙәк | Майҙан, км²[3] | Халҡы, кеше (2011)[4] |
---|---|---|---|---|---|
Көнбайыш Македония | Козани | 9451,406 | 283 689 | ||
1 | Кастория | Кастория | 1720,133 | 50 322 | |
2 | Флорина | Флорина | 1924,564 | 51 414 | |
3 | Козани | Козани | 3515,853 | 150 196 | |
4 | Гревена | Гревена | 2290,856 | 31 757 | |
Үҙәк Македония | Салоники | 18 810,523 | 1 880 058 | ||
5 | Пела | Эдеса | 2505,774 | 139 680 | |
6 | Иматия | Верия | 1700,810 | 140 611 | |
7 | Пиерия | Катерини | 1516,702 | 126 698 | |
8 | Килкис | Килкис | 2518,880 | 80 419 | |
9 | Салоники | Салоники | 3682,736 | 1 110 312 | |
10 | Халкидики | Полийирос | 2917,877 | 105 908 | |
11 | Сере | Сере | 3967,744 | 176 430 | |
Көнсығыш Македония һәм Фракия (часть) | 5579,998 | 236 974 | |||
12 | Драма | Драма | 3468,293 | 98 287 | |
13 | Кавала | Кавала | 1731,608 | 124 917 | |
Тасос | Тасос | 380,097 | 13 770 | ||
Айон-Орос (Афон, айырым административ берәмек) | Карье | 335,637 | 1811 | ||
Македония | 34 177,564 | 2 402 532 |