Макс Ве́бер | |
Max Weber | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Уҡыусылары | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Аңлаусы социологияны булдырған |
Автограф | |
Максимилиа́н Карл Эми́ль Ве́бер (нем. Maximilian Carl Emil Weber; 21 апрель 1864 йыл, Эрфурт, Пруссия — 14 июнь 1920 йыл, Мюнхен, Германия), Макс Вебер булараҡ билдәле (нем. Max Weber) — немец социологы, философы, тарихсыһы, сәйәси иҡтисадсы. Вебер фекерҙәре ижтимағи фәндәр үҫешенә мөһим тәьҫир яһай, беренсе сиратта — социологияға[1]. Макс Вебер Эмиль Дюркгейм һәм Карл Маркс менән бер рәттән социология фәненә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә[2][3][4].
Фәнгә «социаль ярҙам» терминын индерә.
Вебер фәндә «социаль ғәмәл» (действие) тигән төшөнсәне булдыра. Ғалим антипозитивизм методы яҡлы була, уның фекеренсә, социаль ғәмәлдәрҙе өйрәнеү өсөн эмпирик методты түгел, «аңлатыу», «интерпретациялау» методын ҡулланыу яҡшыраҡ. Үҙе булдырған аңлаусы социология сиктәрендә ғалим теге, йәки был социаль ғәмәлде генә ҡарап үтмәй, уның был эшкә йәлеп ителгән айырым кешеләр күҙлегенән сығып, барған хәл-ваҡиғаларҙың маҡсатын һәм мәғәнәһен белергә тырыша.
Веберҙың фәнни тикшеренеүҙәре өлкәһе — йәмғиәттең традицион стадияһынан хәҙерге стадияһына күсеү процессы: рационализация, секуляризация (диндең йәмғиәткә йоғонтоһо кәмеү), «донъяны сихырҙан ҡотҡарыу» (расколдовывание мира). Ғалимдың иң билдәле эштәренең береһе — протестантизм- капитализм сығанағы тураһында диссертацияһы. Иҡтисади социология менән Дин социологияһы өлкәләренә ҡағылған тикшеренеүҙәре 1905 йылда сыҡҡан «Протестант этикаһы һәм капитализм рухы» («Протестантская этика и дух капитализма») китабында дауам ителә. Марксистик тарихи материализм концепцияларын тәнҡитләп, Вебер диндең мәҙәни йоғонтоһо ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләй, — капиталистик хужалыҡ итеү тарихын аңлау өсөн тап ошо асҡыс булып тора[5][прим. 1]. Һуңыраҡ ғалим Ҡытай, Һиндостан һәм боронғо иудаизм диндәрен тикшерә, уларҙа Көнбайыш менән Көнсығыштағы хужалыҡ итеү ҡоролошо араһындағы айырмаларҙың сәбәптәрен асыҡларға тырыша.
«Сәйәсәт булмыш һәм һөнәр булараҡ» («Политика как призвание и профессия» (1919) тигән хеҙмәтендә Вебер дәүләтте законлы (легитим) көс ҡулланыуға хоҡуҡлы (монополияһы булған) институт тип атай. Социолог беренсе тапҡыр властың төрлө типтарын һүрәтләй, хәҙерге дәүләт институттары күбеһенсә рациональ- хоҡуҡи типҡа нигеҙләнеүен айырып әйтә. Ғалимдың йоғонтоһо иҡтисади тарих, иҡтисад теорияһы һәм методикаһы үҫешенә һиҙелерлек була. Веберҙың йәмғиәттең рацоналләшеүе өлкәһендәге тикшеренеүҙәре башлыса Франкфурт мәктәбе сиктәрендә үҫкән тәнҡит теорияһына (критическая теория) йоғонто яһай.
Вебер Беренсе донъя һуғышынан һуң барлыҡҡа килгән либераль йүңәлештәге Немец демократик партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ләкин ғалим Германия парламентына депутат булып һайлана алмай, шулай ҙа яңы конституция (Веймар республикаһы конституцияһы) өҫтөндә эшләгән комиссияға кәңәштәре менән ярҙам итә.
Вебер 1920 йылда грипп пандемияһы (Испанский грипп) ваҡытында сирләп, пневмониянан вафат була[2]. Макс Веберҙың ҡустыһы Альфред Вебер ҙа социология буйынса ғалим була.
Максимилиан Карл Эмиль Вебер 1864 йылда Тюрингиялағы Эрфурт ҡалаһында (Германия) Макс һәм Элена Вебер ғаиләһендә тыуған[2]. Ғаиләлә унан башҡа тағы алты бала тыуа. Өлкән Макс Вебер хәлле генә дәүләт хеҙмәткәре, Национал-либераль партия ағзаһы була. Элена Веберҙың (Фалленштейн) ата-бабалары араһында француз гугеноттары ла булған, ул ғүмер буйы үҙе инанған кальвинизм әхлаҡ принциптарына тоғро ҡала[2][6]. Өлкән Вебер өйөндә күренекле ғалимдар, йәмғиәт эшмәкәрҙәре йыйылып, төрлө мәсьәләр буйынса фекер алыша торған була[2]. Бындай мөхит ғаиләләге балаларҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. 1876 йылда кесе Макс ата-әсәһенә Рождествоға ике тарихи эссе бүләк итә («О направлении германской истории, с особым указанием на фигуры Императора и Папы Римского», «О римском имперском периоде, от Константина до переселения народов»)[7].Уҡытыусылар менән шөғөлләнеү малайға күңелһеҙ була. Кесе Вебер йәшерен генә Гёте әҫәрҙәренең бөтә 40 томын да уҡып бөтә[8][9]. Университетҡа тиклем үк Максимилиан күп классиктарҙың китаптарын уҡып сыға[9]. Ләкин ғаиләлә тыныслыҡ бөтә: атай кеше «донъя рәхәтен» күреп ҡалырға кәрәк ти[прим. 2], ә әсәләре Элена элеккесә кальвинизм тәғлимәттәренә тоғро ҡала, төрлө сикләүҙәргә ҡоролған «аскет тормошо алып барырға» тырыша[прим. 3][10][11].
1882 йылда Вебер Гейдельберг университетының хоҡуҡ факультетына уҡырға инә[12]. Ике йыл хәрби хеҙмәт үткәндән һуң Вебер Берлин университетына күсерелә[8]. Уҡыуҙың тәүге йылдарын буласаҡ ғалим күңел асып үткәрә, ғаиләлә булған низағтар ваҡытында йыш ҡына әсәһе яҡлы була[10][11][13]. Университетта уҡыған осорҙа Вебер кесе адвокат булып хеҙмәт итә[8]. 1886 йылда ул хоҡуҡ өлкәһендә эшләү өсөн кәрәкле экзамен бирә. 1880 йылдарҙың икенсе яртыһында ул хоҡуҡ һәм тарихты өйрәнеүен дауам итә[8]. 1889 йылда Вебер хоҡуҡ фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Ул тарих һәм хоҡуҡ буйынса Италия ҡалаларындағы сауҙа компанияларының берҙәм яуаплылыҡ һәм айырым капиталы мәсьәләһенә бағышлана. Был хеҙмәт һуңыраҡ «Көньяҡ Европа сығанаҡтарын ҡулланып урта быуат сауҙа компаниялары тарихы тураһында» («Об истории средневековых торговых компаний, с использованием южно-европейских источников») тигән шул уҡ йылда нәшер ителгән ҙур китабына инә[14]. Тағы ике йылдан Вебер хабилитация үтә (иң юғары фәнни дәрәжә алыу), уның яңы диссертацияһы Римдың ауыл хужалығы тарихы һәм уның дөйөм һәм айырым хоҡуҡҡа тәьҫиренә арнала. Макс Веберҙың диссертацияһы Август Мейцен менән берлектә яҙыла һәм яҡлана[15][16]. Приват-доцент Вебер Берлин университетында уҡыта башлай һәм дәүләт органдары кәңәшсеһе лә була[17].
1890 йылдар аҙағында атаһы менән булған низағтар Веберҙың һаулығын ҡаҡшата, ул хатта дауаханаға эләгә. Өлкән Макс Вебер вафат булғандан һуң да ғалим ҡәҙимге тормошона кире ҡайта алмай.
1890 йылдар башында М.Вебер әүҙем эшләй, 1898—1902 йылдарҙа ғалимдың бер донъя күргән эше лә булмай. 1903 йылда Вебер профессор вазифаһын ҡалдырып, фәнни Archiv für Sozialwissenschaft und Sozialpolitik («Архив социальных наук и общественного благосостояния») журналында редактор ярҙамсыһы булып эшкә тотона[18], бында ул Эдгар Яффе һәм Вернер Зомбарт менән бергә эшләй[2][19]. Вебер социология һәм башҡа йәмғиәт фәндәре мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына —уның һуңғы эштәре хәҙерге ғалимдар өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы. 1904 йылда «Архив» Веберҙың бер нисә эшен баҫтырып сығара, шулар араһында иң әһәмиәтлеһе— «Протестант этикаһы һәм капитализм рухы»[20]. Был осорҙа ул иҡтисад институттарына һәм системаларына мәҙәни һәм дини факторҙарҙың тәьҫирен өйрәнә башлай[21]. Ғалим иҫән саҡта уның тик «Этика» тигән эссеһы ғына китап булып сыға. XX быуат башында яҙылған хеҙмәттәре дин социологияһы, хоҡуҡ социологияһы һәм иҡтисад социологияһына арнала[2]. 1904 йылда Вебер АҠШта Сәнғәт һәм фән конгрессында ҡатнаша. 1907 йылда мираҫ алғас, уға фәнни тикшеренеүҙәр менән иркенләп шөғөлләнеү өсөн мөмкинлек тыуа[17][18]. 1909 йылда Социаль сәйәсәт союзынан төңөлгән Вебер бер төркөм фекерҙәштәре менән Немец социологиктар ассоциацияһына нигеҙ һала (Немецкой социологической ассоциации)[22][23]. 1912 йылда Вебер был ассоциациянан сығып, һул йүнәлештәге социал-демократтар һәм либералдарҙы берләштергән яңы партия төҙөргә уйлай, ләкин был эш барып сыҡмай[24].
Беренсе донъя һуғышы башланғас, илле йәшлек Вебер үҙе теләп армияға яҙыла, резервтағы офицер булып хеҙмәт итә. Гейдельбергта хәрби госпиталдәр ойоштороу менән шөғәлләнә[18][25]. Һуғыш барышында уның ҡараштары үҙгәрә бара[24][25][26]. Башта Вебер националистар яҡлы була, һуңыраҡ уның һуғышҡа, кайзерҙың сәйәсәтенә ҡарашы үҙгәрә. Вебер сит илдәрҙе баҫып алыу сәйәсәтен, сикләнмәгән һыу аҫты һуғышын тәнҡитләй[2], бер аҙҙан ул конституция реформаһын, Германияла сәйәси системаны демократлаштырыу һәм дөйөм һайлау хоҡуғын индереү яҡлы булып сығыш яһай башлай[2].
1918 йылда Вебер Гейдельберг эшселәр һәм һалдаттар советына ҡушыла. 1919 йылда ул Германия делегацияһы составында Париж солох конференцияһында ҡатнаша. Кәңәшсе булараҡ Веймар конституцияһын эшләүгә өлөш индерә (1919)[18]. АҠШтағы президентлыҡ институтын Германия ерлегенә күсереү яҡлы була[2]. Ул президент институты бюрократик власҡа ҡаршы тора аласаҡ тип иҫәпләй. Ләкин АҠШ-та оҙайлы осор башҡа демократик институттар эшләп килгәнен, унда, Германиянан айырмалы рәүештә, көслө граждандар йәмғиәте булыуын күҙ уңынан ысҡындыра. Веймар конституцияһының 48 статьяһын (көслө президент власы тураһында) уң көстәр Гитлерҙы власҡа килтереү, тоталитар режим булдырыу өсөн ҡуллана[27].
Вебер үҙе ойошторған либераль Немец демократик партияһынан Германия парламентына һайлауҙарҙа ҡатнаша, ләкин үтә алмай[2][28]. Вебер Ноябрь революцияһына (1918), Германияның хоҡуҡтарын ныҡ сикләгән Версаль килешеүенә (1919) ҡаршы сыға[2]. Шул сәбәпле Вебер социал- демократ президент Фридрих Эберт хөкүмәтенә лә индерелмәй[25]. Веберҙы был осорҙа илдә бик хөрмәт итһәләр ҙә, уның илдәге сәйәси хәлгә тәьҫире булмай[2].Тарихсыларҙың Веберҙың сәйәси роле тураһында фекере төрлөсә булып ҡала.
1919 йылда Вебер сәйәсәттән арып, уҡытыу эшенә кире ҡайта: Вена, Мюнхен университеттарында уҡыта[2][17][18]. Мюнхенда Вебер тәүге Германия социология институтын етәкләй. Уның һуңғы лекциялары «Фән булмыш һәм профессия» (нем. Wissenschaft als Beruf, 1918), «Сәйәсәт булмыш һәм профессия» (нем. Politik als Beruf, 1919) и «Дөйөм иҡтисад тарихы» (нем. Wirtschaftsgeschichte, 1923) китаптарында тупланған[2].Баварияла уҡытыусылар һәм студенттар Веберҙың Ноябрь революцияһына булған тиҫкәре ҡарашына ҡаршы уның өйө алдында демонстрация ойоштора[24]. Мюнхенда Вебер грипп (испанский грипп) менән сирләп, өҙләгә, пневмониянан 1920 йылдың 14 июнендә вафат була[2]. Был ваҡытта ул «Иҡтисад һәм йәмғиәт» (нем. de:Wirtschaft und Gesellschaft) тигән хеҙмәт өҫтөндә эшләгән, 1921—1922 йылдарҙа ҡатыны Марианна Вебер ярҙамы менән ул китап итеп баҫтырыла.
Немец идеалистары- бигерәк тә «яңы кантсылар» Веберға көслө йоғонто яһай. Яңы кантсыларҙың эше менән Веберҙы Фрайбург университетынан Генрих Риккерт таныштыра[2]. Яңы кантсылар фекеренсә, ысынбарлыҡ аңлап булмаҫлыҡ хаостан тора, ә бөтә рацональ һәм тәртипкә һалынған әйбер — кеше аңының ысынбарлыҡтың теге, йәки был яғына иғтибар йүнәлтеүенә, алынған мәғлүмәтте системалаштырыуына бәйле[2]. Веберҙың йәмғиәт фәндәре методологияһына ҡарашы билдәле яңы кантсы, социологияла иң тәүләп юл ярыусыларҙан булған Георг Зиммелдең ҡараштарына тап килә[29].
Веберға кантсылар этикаһы ла йоғонто яһай, тик ул Иммануил Канттың әхлаҡҡа ҡараштары хәҙерге ҡаты дини ҡанундарҙан арынған йәмғиәт өсөн яраҡлы түгел, иҫкергән тип иҫәпләй. Был философ Фридрих Ницше йоғонтоһо тураһында һөйләй[2]. Стэнфорд философия энциклопедияһы шул сәбәпле Веберҙың философияһына, әхлаҡи ҡараштарына ауыр (төшөнкө) һәм агностик һыҙаттар хас тип яҙа[2][прим. 4]. Вебер Карл Маркс һәм башҡа социалистарҙың хеҙмәттәре менән таныша, Маркстың бюрократик ситема үҫеше тураһындағы ҡараштарын хуплай. Маркс фекеренсә, бюрократтар кеше иркен алдан уйлап сикләү алгоритмдарын белә. Вебер чиновниктар менән башҡа ҡатлам кешеләре араһында ҡотолғоһоҙ конфликт һәр саҡ һаҡланып ҡала.[30]. Веберға әлбиттә әсәһенең дини ҡараштары ла йоғонто яһағаны һиҙелә, ләкин үҙ эштәрендә ул һәр саҡ үҙенең диндар булмағанын асыҡ күрһәтә[31][32].
Иҡтисадсы булараҡ Вебер немец тарих мәктәбенә ҡарай, ләкин ҡайһы бер мәсьәләләрҙә уның ҡараштары айырыла, мәҫәлән, ғалимдың ҡиммәт(стоимость) концепцияһына ҡарашы Австрия мәктәбе вәкиле Карл Менгер ҡараштарына яҡын[33][34].
Башҡа социология классиктары, мәҫәлән, Огюст Конт һәм Эмиль Дюркгеймдан айырмалы, Вебер социаль тикшеренеүҙәр өлкәһенә ҡағылышлы ҡағиҙәләр булдырырға тырышмай[2]. Дюркгейм менән Маркстан айырмалы Вебер иғтибарын шәхес (индивид, айырым кеше) һәм мәҙәниәткә йүнәлтә[8]. Дюркгейм йәмғиәткә иғтибар итһә, Вебер айырым шәхестәр һәм уларҙың эштәрен өйрәнә. Маркс матди донъя идеаль донъянан өҫтөн тора тип иҫәпләһә, Вебер айырым шәхестәрҙең эшендә төп сәбәпселәр булып идеялар тора ти, бигерәк тә макроскопик күҙлектән ҡарағанда[8][35][36].
Социология тураһында ғалим былай ти:
… Социаль хәрәкәттәрҙең (эштәрҙең) йүнәлеше сәбәбен һәм файҙаһы мәғәнәһен, асылын асып бирергә тырышыусы фән[37]. |
Вебер объективизм менән субъективизм мәсьәләрен дә өйрәнә[2]. Ул социаль ғәмәл (эштәр) һәм социаль тәрипте айыра. Социаль ғәмәлде айырым кешеләр (индивидтар) араһындағы субъектив үҙ-ара мөнәсәбәттәр аша өйрәнеп була[2]. Социаль ғәмәлде (эштәрҙе) аңлаты ысулдары менән анализлау (нем. Verstehen) айырым шәхестең үҙ эштәренә биргән субъектив мәғәнәләренә һәм маҡсаттарына нигеҙләнергә тейеш[2][38]. Вебер фекеренсә, йәмғиәт фәндәрендә субъективлыҡ факторы фәндең үҫешенә тиҫкәре йоғонто яһай. М.Вебер йәмғиәт фәндәре өлкәһендәге белемдең объектив системаһын булдырыуҙы хуплай, ләкин был маҡсатҡа ирешеп булмай тип иҫәпләй.[2].
Социолог булып үткән, йәки әле барған процестарҙы ғына аңлата, киләсктә ниндәй процестар барасағы тураһында фекер йөрөтмәй[36].
Үҙ концепцияһын Вебер называл аңлаусы социология тип атай. Уның фекеренсә, социология фәненең маҡсаты- социаль ғәмәлде анализлау һәм уның барлыҡҡа килеүенең сәбәптәрен дәлилләү. Был контекста аңлау- социаль ғәмәлде был ғәмәлгә субъект үҙе ниндәй мәғәнә һалыуынан сығып танып-белеү[39]. Шулай итеп, социологияның предметы — кешенең үҙ-үҙен тотошо, тәртибенең сәбәбе булған бөтә идеялар һәм донъяға ҡараштар ҙа тора. Вебер тәбиғәт фәндәре методын ҡулланмай, социологияны «мәҙәниәт тураһында фән» тип атай[39].
Социаль ғәмәл, тип Вебер, башҡа кешеләрҙең ғәмәле менән тап килгән һәм уларға иҫәп тотҡан ғәмәлде атай[40]. Шулай итеп, Вебер социаль эшмәкәрлектең 2 сифатын айырып күрһәтә:
Вебер алдан уйланылыу һәм аңлап булыу кимәленең әҙәйә барыуы буйынса социаль ғәмәлдең дүрт төрөн айырып күрһәтә :
Социаль мөнәсәбәт Вебер буйынса — социаль ғәмәл системаһы, социаль мөнәсәбәттәргә көрәш, мөхәббәт, дуҫлыҡ, конкуренция, алмашыу һәм башҡалар инә[39]. Кеше (индивид) тарафынан мәжбүри, мотлаҡ итеп ҡабул ителгән социаль мөнәсәбәт законлы социаль тәртип итеп ҡабул ителә. Социаль ғәмәл төрөнә ҡарап дүрт законлы (легитим) тәртип төрө бар: традицион, аффектив, ҡиммәттәргә ярашлы рациональ һәм легаль[39].
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;
Calhoun2002-166
төшөрмәләре өсөн текст юҡМакс Вебер Викимилектә |
Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Өҙөмтә хатаһы: "прим." төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="прим."/>
тамғаһы табылманы