Максимилиан Шелл | |
нем. Maximilian Schell | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Швейцария Австрия |
Тыуған көнө | 8 декабрь 1930[2][1][3][…] |
Тыуған урыны | Вена, Беренсе Австрия Республикаһы[2] |
Вафат булған көнө | 1 февраль 2014[2][1][3][…] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Инсбрук, Австрия[2] |
Үлем сәбәбе | пневмония |
Ерләнгән урыны | Венаның Үҙәк зыяраты[d] |
Атаһы | Hermann Ferdinand Schell[d] |
Әсәһе | Margarethe Noé von Nordberg[d] |
Бер туғандары | Карл Шелл[d], Мария Шелл[d] һәм Имми Шелл[d] |
Хәләл ефете | Наталья Эдуардовна Андрейченко[d] һәм Iva Mihanović[d] |
Барлыҡҡа иклү урыны (Швейцария) | Обериберг[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, кинопродюсер, автобиограф, сценарий яҙыусы, театр актёры, кино актёры, актёр, режиссёр |
Уҡыу йорто |
Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты Цюрих университеты[d] Базельский университет[d] Bern Academy of Arts[d] |
Әүҙемлек урыны | Швейцария[4] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2014 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][5] |
Максимилиан Шелл Викимилектә |
Максимилиан Шелл (нем. Maximilian Schell, 8 декабрь 1930 йыл, Вена — 1 февраль 2014 йыл, Инсбрук) — Австрия актёры, продюсер һәм режиссёры. «Нюрнбергский процесс» (1961) фильмында башҡарған төп роль өсөн «Оскар» һәм «Алтын глобус» премияһына эйә булыусы.
Максимилиан Шелл Швейцария яҙыусыһы Герман Фердинанд Шелл һәм Вена актрисаһы Маргарете Ноэ фон Нордберг ғаиләһендә тыуған һәм Мария Шелл, Карл Шелл һәм Имми Шеллдың ҡустыһы була. Австрия 1938 йылда Германияға ҡушылғандан Шеллдар ғаиләһе Швейцарияға күсеп китә.
Максимилиан Шелл Цюрихта үҫә, был шулай уҡ уның ижади үҫешенә йоғонто яһай. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Цюрих Европаның немец телле мәҙәни үҙәге ролен үтәй. Максимилиан Цюрихта һәм Мюнхенда германистика, сәнғәт һәм әҙәбиәт тарихын, музыка сәнғәте һәм тетар сәнғәте белемен өйрәнә. Ул Цюрих клубы «Грассхоппер» футбол командаһының ағзаһы тиерлек була. Әммә 1952 йылда Шелл актёрҙар бүлегенә күсә һәм бер йылдан һуң Берн консерваторияһында (хәҙер Бернда Юғары сәнғәт мәктәбе) актёрлыҡ оҫталығын өйрәнеп, 1953 йылда Базель Ҡала театрында актёр, режиссёр һәм драматург сифатында беренсе тапҡыр сығыш яһай. 1959 йылда бер нисә эш урынын алмаштырғандан һуң Шелл Мюнхендың Камера театрында туҡтап ҡала. Шул уҡ йылда Густаф Грюндгенс уны Гамбургҡа саҡыра, Шелл шунда 1963 йылда режиссёрҙың вафатына тиклем хеҙмәт итә.
1960 йылдар аҙағында Максимилиан Шелл Лондонда эшләй, шулай уҡ Шекспирҙың тәржемәләре менән шөғөлләнә. 1978 йылда Шелл Гофмансталдең «Имярек» пьесаһында төп ролде ала, уны Зальцбург фестивалендә Курд Юргенс артынан 1982 йылға тиклем башҡара. Шелл шулай уҡ операларҙың режиссёр-ҡуйыусыһы булараҡ билдәле. 2007 йылда Иоганн Штраустың «Венская кровь» опереттаһының Австрия Мёрбише-ам-Зе асыҡ сәхнәһендә уңышлы постановкаһы менән бөтә театр донъяһын таң ҡалдыра.
Шеллға дан һәм популярлыҡты кинематография һәм телевидение килтерә. Үҙенең беренсе «Дети, мать и генерал» фильмын Максимилиан Шелл 1955 йылда уҡ төшөрә. 1958 йылда уны Голливудҡа фильмда төшөү өсөн саҡырыла һәм Марлон Брандо менән бергә «Молодые львы» фильмында төшә. Шеллды донъя кимәлендә кино йондоҙо итеп Стэнли Крамерҙың «Нюрнбергский процесс» фильмындағы нацизм енәйәтселәренең адвокат роле яһай, уның өсөн ул 1962 йылда иң яҡшы ир-ат роле өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була. «Нюрнбергский процесс» фильмынан һуң Шелл өсөн уңышлы «Топкапи» (1964) фильмы килә.
1960 йылдарҙа Шелл продюсерлыҡ һәм режиссёрлыҡ эшмәкәрлегенә мөрәжәғәт итә. Уның дөйөм танылыу яулаған «Первая любовь» фильмы артынан «Пешеход» (1974), Фридрих Дюрренматтың шул уҡ исемле повесы буйынса «Судья и его палач» (1975), шулай уҡ Марлен Дитрих тураһында билдәле «Марлен» (1984), шул ваҡытта деменция менән ыҙалаған апаһы Мария тураһында «Моя сестра Мария» (2002) документаль фильмдары килә.
Максимилиан Шелл донъяла иң билдәле немец телле актёрҙарҙың береһе була. 1962 йылда яулаған «Оскар» премияһынан тыш Шелл исемлегендә төп ир-ат роле һәм икенсе пландағы ролдәр өсөн бер нисә номинация бар, шулай уҡ сит телдә иң яҡшы фильм һәм иң яҡшы документаль фильм өсөн номинацияларға эйә. 2002 йылда сәнғәткә индергән өлөшө өсөн Максимилиан һәм Мария Шелл «Бэмби» премияһына лайыҡ булалар.
Ғүмеренең һуңғы йылында арҡаһы ныҡ ауыртыу менән яфалана, инвалид коляскаһына ултыра. Австрияла 2014 йылдың 1 февралендә умыртҡа бағанаһына операция яһағандан һуң, наркоздан сыға алмайынса вафат була[6][7]. Каринтияла Прайтенегта ерләнә.
Максимилиан Шеллдың шәхси тормошо күләгәлә ҡалмай: киң мәғлүмәт саралары Максимилиан Шеллдың һуңғы Иран шаһының элекке ҡатыны Сорайя Эсфендиари Бахтиари менән өс йылға һуҙылған романын ентекле яҡтыртып бара.
1985 йылда Шелл совет актрисаһы Наталья Андрейченкоға (Шеллдан 26 йәшкә йәш) өйләнә, уның менән СССР-ҙа «Пётр Великий» мини-сериалын төшөрөү ваҡытында таныша. 1989 йылда уларҙың ҡыҙы Настя тыуа. 2005 йылда рәсми айырылышалар[8].
Максимилиан Шелл Вена галеристкаһы Элизабет Михич менән мөнәсәбәттә тора, ул Шеллдан 47 йәшкә йәш була[9]. 2008 йылдан немец-хорват сығышлы опера йырсыһы Ива Миханович менән фактик никахта тора, ә 2013 йыл 20 авгусында рәсми никахлаша.
Театр, кино һәм телевидениенан тыш Максимилиан Шелл һынлы сәнғәт менән дә шөғөлләнә. Ул алмашлап Лос-Анджелеста һәм Каринтия тауҙарында ата-әсәһе йортонда йәшәй. Максимилиан Шелл Анджелина Джолиҙың исем атаһы була.