Лейла Мамедбекова | |||||
әзерб. Leyla Məmmədbəyova | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||
Үлгән ваҡыты | |||||
Вафат урыны | |||||
Ғәскәр төрө |
Хәрби-һауа көстәре | ||||
Хәрби звание | |||||
Командалыҡ итеү |
Баҡы аэроклубындағы отряд | ||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Ле́йла Алескер кызы Мамедбе́кова (Мамедбейова) (әзерб. Leyla Ələsgər qızı Məmmədbəyova; 17 сентябрь 1909 йыл, Баҡы — 4 июль 1989 йыл, Баҡы) — Әзербайжан лётчигы. Әзербайжан милләте ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе осоусы[1], шулай уҡ Әзербайжанда, Кавказда[2] һәм бөтә Шәреҡтә беренсе ҡатын-ҡыҙ-лётчик[3].
СССР-ҙа икенсе парашютсы ҡатын-ҡыҙ. 1931 йылда — Баҡы, 1933 йылда Мәскәү авиация мәктәбен тамамлай. Кавказ аръяғы республикалары вәкилдәре араһында парашют менән һикереү буйынса ярышта еңеүсе (1934).
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында парашютсы десантсыларҙы әҙерләй, Әзербайжан ССР-ының планер-парашют клубы начальнигы була. Һуғыштан һуң Баҡы аэроклубында отряд командиры була, Баҡы ҡалаһы ДОСААФ комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй. «Почёт Билдәһе» ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән[4].
Лейла Мамедбекова революционер Алескер Зейналов, Нариман Наримановтың көрәштәше ғаиләһендә тыуған[5]. Милләте — әзербайжан[6][7]. Ул бәләкәй сағында әсәһеҙ тороп ҡалған. Революция йылдарында, Лейла бала сағында уҡ, жандармдарҙың иғтибарында булмағанда, уға хаттарҙы һәм документтарҙы кәрәкле адрестар буйынса еткереп торорға ҡушҡандар[5].
Лейла Мамедбекова Баҡы аэроклубында һөнәри белем алған һәм 1931 йылда үҙенең тәүге осошон яһаған[2][5]. Ике бала әсәһе булараҡ һәм туҡыу фабрикаһында эшләгән осорҙа, Мамедбекова авиаклубҡа уҡырға инә[8]. 6 августа Баҡы авиация мәктәбен тамамлай[9]. Был Баҡы авиамәктәбенең тәүге сығарылышы була[9].
1932 йылдан Мәскәүҙә Тушино осоу училищеһында уҡыуын дауам итә. 1933 йылдың 17 мартында Мамедбекова үҙ теләге менән У-2 самолеты бортынан парашют менән һикергән һәм, Нина Камневанан һуң, Советтар Союзында икенсе парашютсы ҡатын-ҡыҙ булып киткән[4]. Беренсе һикереү уның өсөн һуңғыһы булыуы мөмкин ине. Аяғы менән арҡандарға уралған ҡыҙҙың парашюты асылмаған. Ерҙә уны һәләк булыр тип уйлаһалар ҙа, ул батырлығын юғалтмайынса икенсе ҡулсаны тартҡан да уңышлы ергә төшкән. Ошо уҡ йылда ул Мәскәү авиация мәктәбен тамамлаған[4].
«Ул үҙенең тормошо менән, Америкаға ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар иртәрәк тауыш биреү хоҡуғы алған илдең — Әзербайжан өсөн хас булған мосолман ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында стереотипты емерҙе», — тиелә һуғышта ҡатнашҡан билдәле пилот ҡатын-ҡыҙҙары араһында Әзербайжан летчигы Лейла Мамедбекованың исемен сағылдырған АҠШ-тың Huffington Post баҫмаһында[2].
1934 йылда ул Кавказ аръяғы республикалары вәкилдәре араһында парашюттан һикереү буйынса ярышта еңеүсе була[4]. Әзербайжан ССР-ының 15 йыллығы менән бәйле «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (27.01.1936). 1941 йылға ул авиация майоры булған. Артабан ул Баҡы аэроклубында авиация кадрҙары әҙерләгән.
14 йәшендә Ләйлә 19 йәшлек Бахрам Мамедбековҡа кейәүгә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мамедбекова, дүрт бәлиғ булмаған бала әсәһе булараҡ (уның бөтәһе алты бала була), фронтҡа барырға рөхсәт ителмәй. Баҡы аэроклубы ябылған, әммә Мамедбекова десантсылар һәм парашютсылар курстарын асырға рөхсәт алыуға өлгәшә, бында ул һуғыш йылдарында 4 меңгә яҡын парашютсы-десантсы һәм йөҙләгән лётчик әҙерләгән[5]. Бының өсөн ул «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, өҫтәүенә награданы СССР-ҙың Юғары Советы үҙе раҫлаған. 1943 йылда Әзербайжан ССР-ының планер-парашют клубы начальнигы була[4].
Уның уҡыусыларының икәүһе, Адиль Кулиев һәм Николай Шевердяев аҙаҡ Советтар Союзы Геройҙары исеменә лайыҡ булған[5]. 10 йыл буйына ул Совет армияһы эскадрильяһын етәкләй[2].
Һуғыштан һуң Мамедбекова Баҡы аэроклубында отряд командиры була. 1949 йылда һуңғы осошон яһаған[5]..
1961 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы ДОСААФ-тың Баҡылағы филиалы рәйесе урынбаҫары булып эшләй, уға унда аэродромдарға йыш йөрөү, планерсылар, парашютсылар ярышын ойоштороу бурысы йөкмәтелә.
Лейла Мамедбекова 1989 йылдың 4 июлендә 80-се йәшендә донъя ҡуйған. Баҡыла II Почётлы ҡәберлек аллеяһында ерләнгән.
Официальный рапорт о деятельности Оссоавиохима отмечает, между прочим, в числе «подлинных стахановцев авиационного дела», парашютистку Сеид-мамедову, азербейджанку, ученицу-летчицу Гогитидзе, аджарку, пилота Мамедбекову, азербейджанку; другая юная тюрчанка, Селимова Шевкет, является всесоюзной рекордисткой схематической модели самолета.
…Лейля Мамедбекова и Сеид Мамедова — опытные летчицы-тюрчанки, награжденные правительством орденом „Знак почета";…