Маргит | |
Дәүләт | Бөйөк Британия |
---|---|
Административ үҙәге | Танет[d] |
Административ-территориаль берәмек | Танет[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC±0:00[d] |
Историческое графство | Кент[d] |
Халыҡ һаны | 61 223 кеше (2011)[1] |
Туғандаш ҡала | Ле-Мюро[d], Идар-Оберштайн[d], Ялта[d] һәм Астана |
Почта индексы | CT9 |
Тасуирлау биттәре | msn.com/en-gb/travel/new…[2] |
Урындағы телефон коды | 01843 |
Географический код Великобритании | TR355705 |
Маргит Викимилектә |
Маргит (ингл. Margate) — Көньяҡ-Көнсығыш Англияла Кент графлығындағы ҡала, Танет районының административ үҙәге.
Ҡала Танет утрауының төньяҡ ярында урынлашҡан. Халҡы 58 465 кеше тәшкил итә ( 2001 йылға).
Маргит ҡалаһына Meregate исеме аҫтында 1254 йылда нигеҙ һалына, 1293 йылда Маргит тип үҙгәртелә. Диңгеҙ порты. Викториан архитектураһы ҡомартҡылары менән ҡала үҙәге яҡшы һаҡланған. 1835 йылда табылған ер аҫты Ракушкалар ҡыуышлығы (Grotto Shell) ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Ҡала халҡының килеменең төп сығанағы булып туристарҙы хеҙмәтләндереү тора.
Маргитта ике театр бар, уларҙан Король театры — Англияла ололоғо буйынса икенсе. 2011 йылдың апрелендә Маргитта хәҙерге заман сәнғәте музейы асыла[3].
1920 —30 йылдарҙа Маргитта шул ваҡыттағы көслө шахматсыларҙың ҡатнашлығында бер нисә халыҡ-ара шахмат турнирҙары үтә.