Мариан Андерсон Marian Anderson | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Үлгән | |
Автограф | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Мариа́н А́ндерсон (ингл. Marian Anderson; 27 февраль 1897, Филадельфия — 8 апрель 1993, Портленд) — XX быуатта киң танылыу яулаған американ йырсыһы, сағыу яңғыраған контральто[5].
Алты йәшенән баптистар сиркәүе хорында йырлай, аҙаҡ йырлау буйынса белемде шәхси рәүештә ала, сөнки афроамерикандарға рәсми рәүештә белем биреү тыйылған була. Иң тәүҙә 1925 йылда сәхнәлә йырлай, 1928 йылда тәүге тапҡыр Карнеги-холлда сығыш яһай. 1930-сы йылдарҙан алып Европа илдәрендә һәм СССР-ҙа (1934—1935[6]) сығыш яһауы арҡаһында, киң билдәлелек яулай; Ян Сибелиус уға үҙенең «Яңғыҙлыҡ» пьесаһын арнай, ә Артуро Тосканини, бындай тауышты «йөҙ йылға бер тапҡыр ғына ишетергә була», ти. 1935 йылда данлыҡлы Сол Юрок уның импресариоһы була.
1939 йылда году Американың «Американ революцияһы ҡыҙҙары» йәмәғәт ойошмаһы Мариан Андерсонды үҙенең байрам концертында ҡатнаштырмай, сөнки ул заманда был ойошманың ҡәғиҙәләренә ярашлы аҡ тәнле һәм ҡара тәнле артистарҙың бергә сығыш яһауы тыйылған була. АҠШ президентының ҡатыны Элеонора Рузвельт, был ҡарарға ҡарата протест белдереп, ойошма составынан сыға. Уның ҡарауы Андерсонға Линкольн мемориаль үҙәгендә сығыш яһау мөмкинлеге бирелә, был концерты радио аша яңғыратыла һәм кино пленкаһына (Marian Anderson: the Lincoln Memorial Concert) төшөрөлә; был концерт ғәйәт ҙур уңышҡа өлгәшә, һөҙөмтәлә «Американ революцияһы ҡыҙҙары» йәмәғәт ойошмаһы үҙ ҡағиҙәләрен үҙгәртергә мәжбүр була. 1955 йылда Андерсон афроамерикан артистарынан беренсе булып Метрополитен-операла сығыш яһай (Вердиның «Бал-маскарад» операһында Ульрики партияһын башҡара).
1958 йылда БМО-ның «ирекле ихтыяр илсеһе», 1972 йылда БМО-нан Тыныслыҡ Премияһын ала. 1960-сы йылдарҙа АҠШ-та ҡара тәнлеләрҙең гражданлыҡ хоҡуҡтары өсөн сығыш яһаған хәрәкәтте хуплай, Вашингтон Маршы барышында йырлай.
1991 йылда «Сәнғәткә арналған ғүмер» номинацияһында Грэмми премияһы лауреаты була. 2005 йылда уның хөрмәтенә почта маркаһы сығарыла. Тауыш яҙҙырыу индустрияһына индергән өлөшө өсөн Голливуд бульварында урынлашҡан Голливудтың «Дан аллеяһында» 6262 һаны аҫтында йырсы исемендәге Йондоҙ асыла.
Андерсон репертуарына И. С. Бах, Шуберт, Верди, Сен-Санс, Брамс, Сибелиус, Малер әҫәрҙәре, шулай уҡ афроамерикан рухындағы йырҙар (спиричуэлс) инә.
Мариан Андерсондың радио аша тапшырылған концертын тыңлағандан һуң, Осип Мандельштам, рухланып, «Мин арыҫландар ояһына һәм ҡәлғәһенә сумдым» шиғырын яҙа.