Мария Росетти

Мария Росетти
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Румыния
Тыуған көнө 14 сентябрь 1819({{padleft:1819|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) или 1819[1]
Тыуған урыны Гернси[d], Бөйөк Британия
Вафат булған көнө 14 (26) февраль 1893[2] или 25 февраль 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Бер туғандары Effingham Grant[d]
Хәләл ефете Константин Розетти[d][3]
Балалары Vintilă C. A. Rosetti[d]
Һөнәр төрө журналист, мөхәррир
 Мария Росетти Викимилектә
Мария Росетти портреты, рәссамы Даниэль Константин Розенталь[4]

Мария Росетти (рум. Maria Rosetti, тыумыштан Мария Грант (ингл. Marie Grant); 14 сентябрь 1819 йыл утрау Гернси — 25 февраль 1893 йыл) — валах һәм румын сәйәси активисы, журналист, эссе яҙыусы, филантроп, Британияның Гернси утрауында тыуған. Британия дипломаты Эффингем Гранттың апаһы, румын радикалы Константин Росеттиҙың ҡатыны. Мария 1848 йылда Валах революциһында әүҙем ҡатнаша. Ул шулай уҡ билдәле рәссам Даниэль Константин Розенталь һәм милли-либераль сәйәсмән Йон Брэтиануҙың ҡатыны Пия Брэтиану менән оҙайлы дуҫтар булараҡ билдәле. Росеттиҙың һигеҙ балаһы була: Мирча, Йон, Винтилэ (журналист һәм яҙыусы), Хория, Елена-Мария, Тони, һәм София Флоричел һәм Либертатя София, улар бөтәһе лә сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.

Мария Гернси утрауында йәшәгән капитан, караптар хужаһы Эдвард Грант һәм уның ҡатыны англикан сиркәүенә ҡараған Мария Ле Лашер ғаиләһендә тыуған[5]. Гранттар инглиз Плимутында төпләнә, үҙҙәренең сығышы Гранттарҙың шотланд кланынан тип раҫлай, әммә был ысынында билдәһеҙ[6].

1837 йылда уның кесе ҡустыһы Эффингем Валахияла Британия консулы Роберт Гилмор Колкухаундың секретары итеп тәғәйенләнә Мария шунан һуң үҙе Бухарестҡа күсенә, унда репетитор булып эшләй башлай. Тап шунда ул туғанының яҡын дуҫы һәм Росетти бояр ғаиләһе ағзаһы Константин Росетти менән таныша[7]. Мария Грант Валах милицияһының полковнигы Йоан Одобескуҙа эшләй, уның балаларына, шул иҫәптән киләсәктә яҙыусы һәм сәйәсмән Александруға дәрестәр бирә. Шул ваҡытта ул Бухаресттың Куртя-Веке районында йәшәй.

Мария Грант Росеттиға уның Плимуттағы ғаилә йортонда кейәүгә сыға, никахлашыу 1847 йылдың 31 авгусында англикан йолаһы буйынса үтә, аҙаҡ улар Венала православие йолаһы буйынса ҡабаттан никахлаша. Һуңғы тантанала Росеттиҙың ғаилә ағзалары, Штефан һәм Александру Голеску ҡатнаша, улар Росеттиҙарҙың балаларын суҡындырыусы ата-әсәләре була[7]. Тарихсы Павел Черноводяну һүҙҙәре буйынса, ул бояр мөхитендә адаптация ҡыйынлыҡтары менән осраша, әммә тыумыштан булған сифаттары, намыҫлы тәртибе, аҡыл һәм мәҙәнилеге был ҡыйынлыҡты еңеп сығырға ярҙам итә.

Революцияон Румыния, Розенталдең Росеттиға арналған картинаһы[4]

1848 йылда революция осоронда уның ире радикалдар яғында Бухарест халҡын берләштереүҙә мөһим роль уйнай һәм Ваҡытлы хөкүмәт ағзаһы була. Ғосман ғәскәрҙәре ихтилалды баҫтырып һәм уның лидерҙарын ҡулға алып, ил территорияһына ингән ваҡытта, Константин ихтилалдың башҡа күренекле башлыҡтары менән бергә ғосмандар тарафынан һаҡ аҫтына алына һәм Джурджанан баржала Оршовтың Дунай портынан алыҫ түгел контроль аҫтындағы Австрияның Свиницаһына ебәрелә[8]. Йәһүд рәссамы Даниэль Константин Розенталь менән бергә Мария улар артынан эйәрә, Свиницаға килеү менән ул урындағы властарҙы башҡа ғосман юрисдикцияһы аҫтында түгеллегенә ышандыра һәм Свиница башлығын охрананы ҡоралһыҙландырырға күндерә, был, үҙ сиратында, тотҡондарға ҡасырға мөмкинлек бирә[9]. Уның был революцияның һуңғы этабындағы роле фрацуз тарихсыһы Жюль Мишленең 1851 йылда «Мадам Росетти» эссеһында[10] һәм уны итальян революционеры Джузеппе Гарибальдиҙың ҡатыны Анита менән сағыштырыусы ире тарафынан әйтелә[11].

Яҡынса 1850 йылдарҙа Розенталь үҙенең иң билдәле картиналарының береһе — «Революцион Румыния» (рум. România revoluţionară) картинаһын тамамлай[4]. Румын халык кейемендәге ҡатын-ҡыҙҙы һүрәтләгән милли персонификация функцияһын үтәп, ул бының менән бер үк ваҡытта Мария Росетти портретын да күҙ уңында тота[12][13]. Рәссам 1851 йылдың июлендә вафат була, Валахияға үтергә маташыуында Австрия властары ҡулға ала һәм үҙенең тыуған Пешт ҡалаһында уны үлтергәнсе язалай[14]. 1878 йылда Мария Росетти үҙенең «Mama şi Copilul» («Мать и дитя») журналында «Розенталь-Аллаһ ҡылган иң яҡшы һәм иң тоғро кешеләрҙең береһе ине. Ул Румыния өсөн, уның азатлығы өсөн үлә, ул үҙенең румын дуҫтары өсөн үлә. Ул Румынияның дуҫы, улы, был Румынияның ыҙа сигеүсеһе -израилле. Уның исеме Даниэль Розенталь» тип маҡтап яҙа»[15].

Мария Росетти (уңда) һәм Пия Брэтиану

1850 йылдар дауамында ғаиләһенә Дунай кенәзлегенә ҡайтырға мөмкинлек биргән 1856 йылда Париж тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, Мария Росетти һәм уның ире Милли партияны әүҙем хуплай, Валахияны Молдавия менән берләшергә саҡыра, берләшеү 1859 йылда Александру Иоан Кузаны валах кенәзе, аҙаҡ ике дәүләттең домниторы булып һайланыу менән башҡарыла[16]. Ул ире менән бергә үҙенең аҙналыҡ «Mama şi Copilul» журналын сығарғанға тиклем күп тапҡыр төрлө нәшриәттәрҙә, шул иҫәптән «Românul» гәзитендә материалдар баҫтырып сығара[17][18], унда башлыса бәләкәй балаларҙы тәрбиәләү буйынса кәңәштәр һәм Румыния берләшкәндән һуң йәмғиәттәге үҙгәрештәргә ҡарата хәүефләнеүҙәр яҙыла[19]. Журнал 1865—1866 йылдарҙа ғына баҫылып сыға. Росеттиҙың был эшмәкәрлеге уның тәүге румын журналисы тигән исемгә хоҡуҡ бирә.

Артабан Мария Росетти хәйриә ойошмаларының сараларында һәм асыҡ тантаналарҙа ҡатнаша: 1866—1867 йылдарҙа аслыҡ менән көрәшкә аҡса йыя, 1871 йылда уҡ молдаван Путна ерендә тантаналар ойоштора[7]. 1875 йылдан һуң ире Константин Росетти Милли-либераль партияһы етәкселегән ингәндән һуң уның йоғонтоһо бигерәк тә арта[20]. Журналист булараҡ, ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың эмансипацияһын пропагандалау тураһында мәҡәләләр баҫтыра. 1877 йылда, Румыния бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеп, Ғосман имперяһына ҡаршы һуғышта Рәсәй империяһы яғына күскәндән һуң Мария Росетти Турну-Мэгурелела госпиталь ойоштороп һәм уның менән идара итеп, яралыларға ярҙам итеү өсөн аҡса йыя.

Константин һәм Мария Росеттиҙың һигеҙ балаһы була, тик уларҙың дүртеһе генә бәлиғ булыу йәшенә етә[7]. Ҡыҙы Либерти София (Либи булараҡ киң билдәле, 1848 йылдың июнендә тыуған) һәм һөргөндә тыуған өс улы: Мирча, Винтилэ һәм Хория Росетти. Уның ҡустыһы шулай уҡ Румыния кешеһе була һәм валах ер биләүсеһе һәм сәйәсмәне Александру Раковицэның ҡыҙы Зояға өйләнә (балалары араһында рәссам Николае Грант була)[21]. Раковицэлар менән туғанлашҡан ҡустыһы Эффингем аша Мария Росетти шулай уҡ алыҫ туған табип Кароль Давила һәм уның улы драматург Александру Давила менән туғанлыҡта була[22].

Марияның үлеменән һуң либераль милли «Voinţa Naţională» гәзите ҙур некролог баҫтырып сығара, унда ул үҙ быуынының иң күренекле румын ҡатын-ҡыҙы тип атала[7]. Уның 1860 йылғы хеҙмәттәре китапта йыйыла һәм 1893 йылда Мишленың инеш һүҙе менән баҫтырып сығарыла[23]. Мария шулай Камила Петрескуның «Un om între oameni» романының персонаждарының береһе булып тора. Уның хөрмәтенә Бухарест үҙәгендә урам аталған, ул көнсығыш Константин Росетти урамының дауамы булып тора; Бухаресттың Флоряска районы мәктәбе уның хөрмәтенә атала. Коммунистик режим йылдарында илдә уның тормошо тураһында бер нисә монография баҫылып сыға.

  1. 1,0 1,1 https://www.wechanged.ugent.be/wechanged-database/
  2. Maria Rosetti // https://womenwriters.rich.ru.nl/womenwriters/vre/persons/059acddf-97b6-4914-86bc-f756b8f31e4d (ингл.)
  3. https://dspace.bcucluj.ro/jspui/bitstream/123456789/48506/1/BCUCLUJ_FP_451372_1939_006_012.pdf
  4. 4,0 4,1 4,2 Muzeul Naţional de Artă al României - Rosenthal - România Revoluţionară Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Rosetti» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. Cernovodeanu, p.38, 39
  6. Cernovodeanu, p.38
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Cernovodeanu, p.39
  8. Frunzetti, p.18-20; Georgescu, p.79-80
  9. Frunzetti, p.20
  10. Cernovodeanu, p.39; Georgescu, p.79; Livezeanu & Farris, p.284
  11. Alin Ciupală, Femeia în societatea românească a secolului al XIX-lea, Editura Meridiane, Bucharest, 2003, p.69. ISBN 973-33-0481-6 Был һылтанма
  12. Alin Ciupală, Femeia în societatea românească a secolului al XIX-lea, Editura Meridiane, Bucharest, 2003, p.69. ISBN 973-33-0481-6
  13. Frunzetti, p.22; Georgescu, p.79
  14. Frunzetti, p.28
  15. Ion C. Butnaru, The Silent Holocaust: Romania and Its Jews, Praeger/Greenwood, Westport, 1992, p.13
  16. Cernovodeanu, p.39; Georgescu, p.79
  17. Georgescu, p.80; Livezeanu & Farris, p.283
  18. Ҡалып:In lang Marian Petcu, «Jurnaliste şi publiciste uitate» 2011 йыл 20 июль архивланған., Revista Română de Jurnalism şi Comunicare 2011 йыл 20 июль архивланған., Nr. 2-3/2006, p.129
  19. Livezeanu & Farris, p.246
  20. «C. A. Rosetti» 2006 йыл 9 сентябрь архивланған., Encyclopedia of Revolutions of 1848 2007 йыл 23 июнь архивланған.
  21. Cernovodeanu, p.39-40
  22. George Călinescu, Istoria literaturii române de la origini pînă în prezent, Editura Minerva, Bucharest, 1986, p.653
  23. Livezeanu & Farris, p.284
  • Irina Livezeanu, June Pachuta Farris (eds.), Women & Gender in Central and Eastern Europe, Russia, and Eurasia: a Comprehensive Bibliography, Volume I: Southeastern and East Central Europe, M. E. Sharpe, Armonk, 2007. ISBN 978-0-7656-0737-9
  • Paul Cernovodeanu, «Punţi între două lumi. Britanici printre români», Magazin Istoric, июль 1995
  • Ion Frunzetti, Pictorul revoluţionar C.Rosenthal, Editura de Stat pentru Literatură şi Artă, Bucharest, 1955
  • Elena Georgescu, «La loc de mare cinste în istoria patriei», Magazin Istoric, май 1975