Валентина Ивановна Матвиенко | ||||||||
рус. Валентина Матвиенко | ||||||||
| ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2011 йыл 21 сентябрь | ||||||||
Алдан килеүсе: | Сергей Михайлович Миронов | |||||||
| ||||||||
31 август 2011 | ||||||||
Алдан килеүсе: | Владимир Васильевич Барканов[1] | |||||||
| ||||||||
5 октября 2003 — 22 августа 2011 | ||||||||
Президент: | Владимир Владимирович Путин (2008 йылға тиклем) Дмитрий Анатольевич Медведев (2008 йылдан) | |||||||
Алдан килеүсе: | Владимир Анатольевич Яковлев Александр Дмитриевич Беглов | |||||||
Дауамсы: | Георгий Сергеевич Полтавченко | |||||||
| ||||||||
11 март — 15 октябрь 2003 | ||||||||
Президент: | Владимир Владимирович Путин | |||||||
Алдан килеүсе: | Виктор Васильевич Черкесов | |||||||
Дауамсы: | Илья Иосифович Клебанов | |||||||
| ||||||||
24 сентябрь 1998 — 11 март 2003 | ||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Евгений Максимович Примаков, Сергей Вадимович Степашин, Владимир Владимирович Путин, Михаил Михайлович Касьянов | |||||||
Президент: | Борис Николаевич Ельцин (1999 йылға тиклем) Владимир Владимирович Путин (2000—2008) | |||||||
Дине: | Рус православ сиркәүе | |||||||
Тыуған: | 7 апрель 1949 (75 йәш) Шепетовка, Каменец-Подольск (хәҙер Хмельницкий) өлкәһе, Украина ССР-ы, СССР | |||||||
Исеме: | Валентина Ивановна Тютина | |||||||
Атаһы: | Иван Тютин | |||||||
Әсәһе: | Ирина Тютина | |||||||
Ире: | Владимир Васильевич Матвиенко | |||||||
Балалары: | Матвиенко Сергей Владимирович | |||||||
Партия: | КПСС → Берҙәм Рәсәй | |||||||
Белеме: | Ленинград химия-фармацевтика институты Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы | |||||||
Профессияһы: | провизор | |||||||
Эшмәкәрлеге: | Рәсәй Федерацияһы Советы рәйесе | |||||||
Автограф: | ||||||||
Наградалары: |
| |||||||
Валентины Матвиенко яҙылған тауыш | |
Записано 29 октября 2012 | |
Помощь по воспроизведению |
Матвиенко Валентина Ивановна (7 апрель 1949 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, дипломат. 2011 йылдың 21 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе Юғары советының бюро ағзаһы[2]. Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы ағзаһы.
Валентина Ивановна Матвиенко (ҡыҙ фамилияһы Тю́тина) 1949 йылдың 7 апрелендә Украина ССР-ы Каменец-Подольск өлкәһенең (хәҙер Украинаның Хмельницкий өлкәһе) район үҙәге булған Шепетовка ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Тютин һәм урындағы театр костмершаһы Ирина Тютина ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Атаһы Валентина икенсе синыфта уҡығанда үлеп ҡала. Ҡыҙҙың бала сағы Черкассы ҡалаһында үтә.
Көмөш миҙәл менән урта мәктәпте бөтөргәс, Черкассы медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны 1967 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1972 йылда Ленинград химия-фармацевтика институтында һөнәр ала. Бишенсе курста уҡығанда Владимир Матвиенкоға кейәүгә сыға. Яҡшы уҡығаны өсөн аспирантураға тәҡдим ителһә лә, ВЛКСМ район комитеты саҡырыуы буйынса комсомол эшен һайлай.
1985 йылда Валентина Матвиенко КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт фәндәре академияһын, 1991 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы ҡарамағындағы етәксе дипломатик хеҙмәткәрҙәрҙе камиллаштырыу курсын тамамлай. Украин, немец, инглиз һәм грек телдәрен белә.
Был вазифала эшләгәндә Валентина Матвиенко хеҙмәткә түләү һәм пенсиялар буйынса йылдар буйы йыйылып килгән бурыстарҙы бөтөрөүгә, ауырыу айҡанлы бирелгән түләүҙәрҙең күләмен һәм инвалидтарға ҡағылышлы закондарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән финанс сығымдарҙы арттырыуға өлгәшә.
Ҡала етәксеһе Владимир Яковлевтың Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе сәбәпле 2003 йылдың 21 сентябрендә Санкт-Петербургта ваҡытынан алда губернатор һайлау үткәрелә. Валентина Матвиенко, һайлаусыларҙың 48,73 % тауышын йыйып, икенсе турға сыға. 5 октябрҙә уҙған ҡабат тауыш биреү нәтижәһендә (63,12 %) ул ҡала губернаторы итеп һайлана. 2006 йылдың 20 декабрендә, ил төбәктәре губернаторҙарын тәғәйенләүҙең яңы тәртибенә ярашлы, Рәсәй Президенты В. В. Путин Валентина Матвиенконың вәкәләттәрен яңы срокка оҙайта.
Матвиенко Валентина Ивановна Викиөҙөмтәлә | |
Матвиенко Валентина Ивановна Викимилектә | |
Матвиенко Валентина Ивановна Викияңылыҡтарҙа |