Махим (утрау)

Махим
Рәсем
Дәүләт  Һиндостан
Административ-территориаль берәмек Мумбаи-Сити[d]
Карта
 Махим Викимилектә

МахимҺинд океанындағы утрау, элек Бомбейҙың ете утрау архипелагы составына ингән һәм Һиндостан территорияһында урынлашҡан. Махимды йыш ҡына Мумбаиның йөрәге тип иҫәпләйҙәр. Махим секуляризм ҡиммәттәрен һәм төрлөлөктө хуплай. Был территорияла ғибәҙәтхана, сиркәү, мәсетте табырға мөмкин, улар бер-береһенән бер нисә метрҙа ғына урынлашҡан.

Бомбейҙың ете утрауы

Махим атамаһы боронғо Махикавати һүҙенән килеп сыҡҡан, ул санскрит телендә «мөғжизәле» тигәнде аңлатҡан. Өлкәнең башҡа тарихи исемдәре Махимавати, Майджим һәм Меджамбу атамаларын индерә[1].

Махим Мумбаины тәшкил иткән ете утрауҙың береһе. Махим, йәки Махикавати, билдәле булыуынса, раджа Бхимдевтың баш ҡалаһы була, ул XIII быуатта төбәктә хакимлыҡ иткән. Ул Прабхадевила һарай һәм ғәҙеллек судын, шулай уҡ беренсе Бабулнатх ҡорамын төҙөткән[2].

1343 йылда был утрау менән Гуджарат солтанлығы хакимлыҡ иткән. Нәҡ ул идара иткән ваҡытта Махимдың боронғо мәсете төҙөлә.

1543 йылда португалдар Бомбей утрауҙарҙын баҫып ала. 1662 йылда был утрауҙар португал принцессаһы Екатерина Брагансская өсөн бирнә сифатында инглиз короле Карл Икенсегә тапшырыла. Британлылар Бомбейҙы алғандан һуң, үҙҙәрен португалдарҙан һаҡлау өсөн бында Махим фортын төҙөй. Бөгөн форт емерелгән хәлдә.

Махим утрауын һәм Бандру тоташтырыусы юл ( боҙоп әйтелгән «Бандер» исеме, фарсы телдәрендә порт тигәнде аңлата), 1845 йылда төҙөлә[3].

1847 йылда ҙур булмаған шотланд миссионерҙары төркөмө яңы мәктәп, хәҙерге ваҡытта Мумбаила иң абруйлы мәктәптәрҙең береһе — Бомбейҙың шотланд мәктәбен асырға ҡарар итә.

  1. D'Cunha Jose Gerson. IV The Portuguese Period // The Origins of Bombay. — 3. — Bombay: Asian Educational Services, 1900. — P. 265. — ISBN 81-206-0815-1.
  2. Empire From to Independence: British Raj India 1858-1947 in The History BBC. El de noviembre de 7 2018 Consultado.
  3. Mahim (ингл.). Дата обращения: 22 ғинуар 2015.