Маҡсат (ислам)

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Маҡасид (ғәр. مقاصد‎; рус. Макасид; башҡ. Маҡсат) — ғәрәп һүҙе, маҡсат йәки ниәт тигәнде аңлата. Ислам хоҡуғында был термин «бурыстар, ниәттәр, төп маҡсаттар, Ислам күрһәтмәләренең айырым мәғәнәләре» шәкелендә ҡулланыла.[1]

Шәриғәткә килгәндә, хәҙерге мосолман ғалимдары биш төп маҡсатты (маҡасид әш-шәриғә) билдәләй:

  1. Динде яҡлау (дин)
  2. Тормошто һаҡлау (нәфес)
  3. Тоҡомдо һаҡлау (наҫел)
  4. Аҡылды һаҡлау (аҡыл)
  5. Мөлкәтте һаҡлау (мал-мөлкәт)

2014 йылдың 10 июлендә Малайзия премьер-министры Нәжиб Разаҡ шиғыйҙар һәм сөнниҙәр араһындағы конфликтҡа нөктә ҡуйырға саҡырып, телмәр менән сығыш яһай. Ул былай ти: «Малайзия

башҡа мосолман илдәренә шәриғәттең биш маҡсатына нигеҙләнгән прогрессив һәм үҫешкән милләт булыуҙың нимә аңлатҡанына миҫал булып, иманды, тормошто, интеллектты, тоҡомдо һәм милекте һаҡлау үрнәге булып тора ала»[2].

«Хөкүмәтебеҙҙең сәйәсәте һәр ваҡыт шәриғәт маҡсаттарының биш принцибына нигеҙләнгән (макасид әш-шәриғә)… әйҙәгеҙ, шәриғәт маҡсаттары нигеҙендә үҫешкән һәм алға киткән мосолман иленең өлгөһө булайыҡ»

  1. Muhammad al-Tahir ibn Ashur. Treatise on Maqasid al-Shariah / Muhammad el-Tahir el-Mesawi. — London/Washington: International Institute of Islamic Thought, 2006.
  2. JOSEPH SIPALAN. Najib calls for Muslim unity, months after Shia witch hunt, MalayMail Online (10 июль 2014). 23 октябрь 2017 тикшерелгән.