Медейна

Медейна
Зат ҡатын-ҡыҙ

Медейна, йәки Медейне (йыш ҡына Жворуна менән бутайҙар) — урман, ағастар һәм хайуандар алиһәһе, литва мифологияһының иң төп аллаларының береһе.

Тәүге тапҡыр XIII быуатта Ипатьев йылъяҙмаһында телгә алына. Король Миндовг ғибәҙәт ҡылған аллалар исемлегендә бар.

Малала хроникаһында Медейна менән бер рәттән Жворуна ла телгә алына. XV быуатта поляк тарихсыһы Ян Длугош Медейнаны Рим Дианаһы менән сағыштыра. Шулай уҡ уны Даукша Микалоюс, Ян Ласицкий, Быховец хроникаһында телгә алалар[1].

Альгирдас Юлиус Греймас фекеренсә, Медейна яңғыҙаҡ, хисле, сибәр, әммә кейәүгә сығырға телмәгән ҡыҙ, һунарсы йәки бүре инәһе (Вилкмерге — йәш бүре инәһе) булып күренә.

«Ҡуян эҙҙәре» тип исемләнгән ҡайһы бер изге таштар Медейна культы урыны булған тип һанала[2].

Литва суҡындырылғандан һуң Медейна культы яйлап юҡҡа сыға, уның статусы урмандар рухы Лауманың статусы менән тигеҙләнә[3].

  1. Norbertas Vėlius. Baltų religijos ir mitologijos šaltiniai. I t. — Mokslo ir enciklopedijų leidykla, 1996.
  2. New outlook for Žvėrūna-Medeina 2011 йыл 13 март архивланған.
  3. Medeina. Tarybų Lietuvos enciklopedija, T. 3 (Masaitis-Simno). V.: Vyriausioji enciklopedijų redakcija, 1987., 32 psl.