Мерьем Узерли | |
төр. Meryem Uzerli | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Германия Төркиә |
Тыуған көнө | 12 август 1983[1][2] (41 йәш) |
Тыуған урыны | Кассель, ba, Германия Федератив Республикаһы[d][1] |
Һөнәр төрө | актёр, кино актёры |
Рәсми сайт | meryem.me |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 214 623 |
Мерьем Сахра Узерли (тур. Uzerli Meryem Sahra; 12 август 1983[3][4][5]) — төрөк-немец актрисаһы[6] һәм моделе[7][8][9][10][11][12][13]. Киң танылған «Великолепный век» сериалындағы роле буйынса билдәле.
Мерьем Узерли 1983 йылдың 12 авгусында Германияның Кассель ҡалаһында тыуған. Ғаиләлә дүртенсеһе бала[14] була (өлкән ике әсәләш туғаны Денни һәм Кристофер әсәһенең беренсе никахынан һәм өлкән бер туған апаһы — Джанан Узерли — немец-төрөк йырсыһы). Атаһы Хөсәйен — төрөк, ә әсәһе Урсула — немец ҡатыны[15].
2000—2003 йылдарҙа Мерьем Узерли Гамбург ҡалаһында Фреза драма студияһы актер оҫталығына өйрәнә[16][6]. Ҙур булмаған театраль проекттарҙа ҡатнаша. 2003 йылдан 2008 йылға тиклем ҡыҫҡа метражлы немец фильмдары серияһында төшә. 2011 йылдан 2013 йылға тиклем продюсер Тимур Йософ Савджи саҡырыуы буйынса тарихи «Великолепный век» сериалында солтан Сөләймән I хаким иткән осорондағы Ғосман империяһы тормошо тураһында төшөрөүҙә ҡатнаша, бында Төркиәгә Ҡырымдан алып килгән Роксолананы уйнай.
2013 йылдың 16 майында өсөнсө миҙгел тамамланғанға тиклем бер нисә серияны төшөрөүгә ҡалғас, Мерьем тыуған иленә ҡайта һәм төшөрөүҙәргә килмәй[17]. Актриса үҙе әйтеүенсә, физик һәм психологик сәбәп булып «Великолепный век» сериалының 100-120 минутлыҡ эштәренән ныҡ арыуы, шулай уҡ актрисаның элекке һөйгәне Джан Атештан йөклө булыуы тора.
Мерьем 2014 йылда Истанбулға ҡайта, ә 2015 йылда «Материнская рана» фильмында төшә, унда Мария ролен уйнай. 2015 йылдың 20 декабрендә Мерьем үҙенең «Meryem Cosmetics»косметик брендын презентациялай. 2015—2016 йылдарҙа «Королева ночи» сериалында төшә, унда француженка Селинды уйнай. Проект рейтингы түбән булыу сәбәпле ябыла.
Күпмелер ваҡыт Мерьем Узерли төрөк бизнесмены Джан Атеш менән осраша, пар хатта йәрәшеү тураһында иғлан итә. 2013 йылдың август айында уларҙың ыҙғыш менән айырылышыуы билдәле була. Август аҙағында Мерьем дүртенсе ай йөклө булыуы тураһында иғлан итә[18].
2014 йылдың 10 февралендә Мерьемдың ҡыҙы тыуа[19], уны Лара тип атай[20].
Сентябрь башында Мерьем, 4-се ай йөклө булыуы тураһында иғлан итә. Узерли һөйгәненең исемен йәшерә, әммә, уның американлы булыуы билдәле[21].
2021 йылдың 8 ғинуарында Мерьем икенсе тапҡырға әсәй була. Ҡыҙы тыуғас, уға Лили Кои тип ҡуша.
Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
2008 | ф | Втроём | Ménage ä trois | Маделина |
2008 | с | Инга Линдстрём | Inga Lindström | Бритта |
2009 | ф | Безумный уик-енд | Das total verrückte Wochenende | девушка лёгкого поведения |
2009 | ф | Звёзды на льду | Sterne über dem Eis | студентка |
2010 | ҡыҫҡ | Линия | The Line | Анна |
2010 | с | МВЛФ: Мы все любим футбол | WALF: We All Love Football | Лина |
2010 | ҡыҫҡ | Дела любовные | Lover's Guide | Мара |
2010 | ф | Путешествие без возврата | Journey of No Return | стюардесса |
2011 | с | Гамбург Докленд | Notruf Hafenkante | Элина |
2011 | ҡыҫҡ | А теперь балет | Jetzt aber Ballett | Саша Китано / Sasha Kitano |
2011 | с | Дело для двоих | Ein Fall für zwei | Анкель |
2012 | ф | Да это сама жизнь! | Das ist ja das Leben selbst! | играет саму себя |
2011—2014 | с | Великолепный век | Muhteşem Yüzyıl | Хюррем-султан / Роксолана / (Александра) |
2015—2016 | с | Королева ночи | Gecenin Kraliçesi | Селин |
2015 | ф | Материнская рана | Annemin Yarasi | Мария |
2016—2017 | с | Мафия не может править миром | Eşkıya Dünyaya Hükümdar Olmaz | Сузан |
2017 | ф | Другая сторона | Öteki Taraf | Сара |
2017 | ф | Джингёз Реджаи | Cimgöz Recai | Гёзе |
2016: 2016 йылдың иң яҡшы халыҡ-ара актирсаһы
2011: «Muhteşem Yüzyıl» өсөн иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле
2011: иң«Muhteşem Yüzyıl» өсөн яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле.
2011: йәш таланттар бүләге
2010: «Путешествие без возвращения» өсөн жюриҙың махсус призы