Мина Кешвар Камаль | |
пушту مينا کشور کمال | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил |
Республика Афганистан[d] |
Тормош иптәше | |
Мина Кешвар Камаль Викимилектә | |
Мина Кешвар Камаль (пушту مينا کشور کمال Мина булараҡ киң билдәле; 27 февраль 1956 йыл — 4 февраль 1987 йыл) — афған феминисткаһы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшсе һәм Афғанстан ҡатын-ҡыҙҙарының революция ассоциацияһына нигеҙ һалыусы, 1987 йылда сәйәси маҡсатта үлтерергә маташыу һөҙөмтәһендә һәләк була.
Мина Кешвар Камаль 1977 йылда Кабул университеты студенты булараҡ[1] Афғанстан ҡатын-ҡыҙҙарының революцион ассоциацияһы (RAWA) нигеҙ һала, ассоциацияның бурысы — ҡатын- ҡыҙҙарҙың тиңлеге һәм белем алыуға хоҡуғы өсөн көрәш, ә билдәләнгән маҡсаты — «иҙелгән Һәм үҙ фекерҙәренән мәхрүм булған Афғанстан ҡатын-ҡыҙҙарына тауыш биреү». 1979 йылда, уның фекеренсә,1979 йылда, уның фекеренсә, СССР-ҙан идара ителгән марионеткалы Афғанстан хөкүмәтенә ҡаршы кампания үткәрә. 1981 йылда ике телле Payam-e-Zan («Послание женщины») феминистик журнал, сығара[2]. Шулай уҡ ҡасаҡ балаларға һәм уларҙың әсәләренә ярҙам итеү, медицина ярҙамы күрһәтеү һәм практик күнекмәләргә өйрәтеү өсөн Watan Schools ойоштора[3].
1981 йылдың аҙағында Франция хөкүмәте саҡырыуы буйынса Мина Франция Социалистик партияһы съезында Афғанстан ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте вәкиле булып сығыш яһай. Борис Пономарёв етәкселегендәге совет делегацияһы, еңеү ишараһында ҡулын күтәргән Минаны ҡатнашыусылар дәррәү сәләмләгәс, залдан сығып китә[4].
2006 йылдың 13 ноябрендә «Time» журналы махсус сығарылышта Минаны «60 азия геройҙары» исемлегенә индерә һәм унда былай тип яҙыла: «Уға үлгәндә 30 йәш кенә булһа ла, Мина ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн белем көсөнә нигеҙләнгән афған хәрәкәте орлоҡтарын сәсеп өлгөрә»[5].
Мина Камаль 1987 йылдың 4 февралендә Кветтала (Пакистан) үлтерелә. Үлтереүселәрҙең шәхесе тураһында фекерҙәр төрлөсә, ләкин киң мәғлүмәт саралары фаразлауынса, ул ХАД (дәүләт именлеге министрлығы), Афғанстандың махсус хеҙмәте агенттары, йә иһә фундаменталист-мөжәһиттәрҙең лидеры Гөлбеддин Хекматийәр була[1][6].
Камаль 1986 йылдың 12 ноябрендә Хекматийәр агенттары тарафынан үлтерелгән Афғанстанды азат итеү Маоистик ойошмаһы[7] лидеры Фәиз Әхмәдтә кейәүҙә була[8]. Уларҙың өс балаһы була, уларҙың ҡайҙалығы әлегә билдәһеҙ.